Бөтә яңылыҡтар
10

Радий Хәбиров республика парламентының юбилей ултырышында ҡатнашты

Башҡортостан Башлығы белдереүенсә, беҙҙең ҡануниәт илдәге иң һөҙөмтәлеләрҙең береһе.

Радий Хәбиров республика парламентының юбилей ултырышында ҡатнашты
Радий Хәбиров республика парламентының юбилей ултырышында ҡатнашты
 
Бөгөн Радий Хәбиров БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың 30 йыллығына арналған тантаналы ултырышта сығыш яһаны.
Әйткәндәй, ултырыштан алда парламенттың тарихын сағылдырған бай күргәҙмә менән танышты.
- Хөрмәтле Константин Борисович! Хөрмәтле депутаттар һәм коллегалар!
Бөгөн беҙ әһәмиәтле датаны – республикабыҙ Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың 30 йыллығын билдәләйбеҙ. Был юбилей - Башҡортостан тарихында мөһим ваҡиға. Беҙҙең парламент яңы Рәсәй барлыҡҡа килеүҙең ҡатмарлы осоронда булдырыла, халыҡтың тауышы, уның мәнфәғәттәрен яҡлаусы, демократик үҙгәртеп ҡороуҙар гаранты булып тора. Эшенең тәүге йылдарында депутаттарға ҡыҫҡа ваҡытта закондар сығарыу бушлыҡтарын ябырға, Рәсәй Федерацияһы составындағы республиканың яңы ысынбарлығына һәм статусына тап килгән хоҡуҡи база булдырырға тура килә, - тине республика етәксеһе һәм ул Башҡортостан ҡануниәтенең илдә иң һөҙөмтәлеләрҙең береһе булыуын билдәләне.
Ысынлап та беҙҙең депутаттар ҡабул иткән закондар, эшләгән закон проекттары артабан федераль кимәлдә лә хуплау таба.
Радий Хәбиров парламентта төрлө партияларҙың булыуын да мөһим тип баһаланы. Улар берҙәм булып, бөтә тиерлек мәсьәләлә килешеп эшләй, республика мәнфәғәтенә хеҙмәт итә.
- Артабан да Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай тотороҡлолоҡ символы, алға барыуҙың ышаныслы этәргесе булып ҡалһын. Һеҙҙең башланғыстарығыҙ кешеләргә файҙалы булһын, ҡабул иткән закондарығыҙ республикабыҙҙы көслө итһен, сәскә аттырһын, - тине БР Башлығы.
Фото: БР Башлығы сайтынан Азат Мөхәмәтйәнов, Тимур Шәрипҡолов.

 

 

Радий Хәбиров республика парламентының юбилей ултырышында ҡатнашты
Радий Хәбиров республика парламентының юбилей ултырышында ҡатнашты
Радий Хәбиров республика парламентының юбилей ултырышында ҡатнашты
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: