Бөтә яңылыҡтар
10

Боҙ аҫтында ҡалыу хәүефе янай!

Өфөлә кешеләр бала-сағаһы менән бергә Ағиҙел йылғаһы буйында йөрөп ята. Ә ярға ҡапыл боҙ массалары килеп сыҡһа?!

Боҙ аҫтында ҡалыу хәүефе янай!
Боҙ аҫтында ҡалыу хәүефе янай!

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында Дуҫлыҡ монументы янындағы хәл тураһында хәбәр иттеләр

Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан коллегалары менән берлектә Ка-32 вертолетында Өфөлә Дуҫлыҡ монументы эргәһендәге Ағиҙел йылғаһы участкаһын тикшерҙе.

Ҡыҫҡаһы, һыу кимәленең күтәрелеүе күҙәтелә. Ағымдағы кимәле (сәғәт 12-гә) 410 сантиметр тәшкил итә, ә һыубаҫар туғайға сығыу кимәле - 600 сантиметр. Әлеге ваҡытта Ағиҙел күпере эргәһендәге йорттарҙы һыу баҫыу ҡурҡынысы юҡ. Шулай ҙа яр буйына ҡом һибелә, Өфө ҡалаһының граждандарҙы яҡлау идаралығы хеҙмәткәрҙәре тығындарҙа боҙҙо ярып бөтөрөргә тырыша. Торлаҡ йорттар һәм күперҙәр янында шартлатыу эштәре алып барыу тыйыла. Шулай уҡ йылға боролошонда, Затон күпере районында, боҙ тупланыуы күҙәтелә. Боҙ массалары ҡушылһа, Нижегородка һәм Кооператив яланындағы уйһыу урындарҙы һыу баҫыуы ихтимал.

Фото һәм видео: МЧС РБ. 

Фото: Олег Яровиков.

Боҙ аҫтында ҡалыу хәүефе янай!
Боҙ аҫтында ҡалыу хәүефе янай!
Боҙ аҫтында ҡалыу хәүефе янай!
Боҙ аҫтында ҡалыу хәүефе янай!
Боҙ аҫтында ҡалыу хәүефе янай!
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: