Бөтә яңылыҡтар
10

Йәштәр алған башына бәлә

Өфөлә ике егет наркотик һатырға маташыуҙа ғәйепләнеп һаҡ аҫтына алынған.

Йәштәр алған башына бәлә
Йәштәр алған башына бәлә

Ғәйепләнеүселәр билдәһеҙ кеше менән интернет селтәре аша килешеп, ағымдағы йылдың мартында йәшерен урын аша наркотиктар партияһын алған, һуңынан уны йәшерен урындар аша һатырға тейеш булған. Әммә ниәтләнгәнде ахырынаса тормошҡа ашыра алмайҙар, сөнки полиция хеҙмәткәрҙәре тарафынан тотолалар. Ғәйепләнеүселәр ҡатнашлығында төрлө адрестарҙағы ваҡиға урынын тикшереү барышында дөйөм ауырлығы 22 граммдан ашыу синтетик наркотик матдә булған 30 төргәк табыла. Фигуранттарҙың кеҫә телефондарын тикшергән ваҡытта был йәшерен урындарҙың координаталары күрһәтелгән фотоһүрәттәр табыла. Әлеге ваҡытта ғәйепләнеүселәр тәфтишсенең үтенесе буйынса һаҡ аҫтына алынған, тәфтишселәр иҫбатлау базаһын йыйыуҙы дауам итә. Хөрмәтле ата-әсәләр һәм опекундар, балағыҙға законһыҙ табыш алыуҙың ҡурҡынысы һәм эҙемтәләре тураһында аңлатығыҙ. РФ Енәйәт кодексының 228.1-се статьяһының 4-се өлөшө 10 йылдан 20 йылға тиклем иркенән мәхрүм итеүҙе күҙ уңында тота.

Фото: БР Тәфтиш комитеты.

Йәштәр алған башына бәлә
Йәштәр алған башына бәлә
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: