Үҙ баһаһын белеп, ҡупшы ғына,
Ҡарҙа эҙ ҡалдырып артынан.
Ишек алдым хатта буп-буш кеүек –
Ҡойма аша һөрән һалыу юҡ,
Тик бесәйҙәр саба ары-бире,
Тәҙрә шаҡый турғай туҡ та туҡ.
Эсем боша. Күршем ни хәл икән?
Килешерме керһәм хәл белеп?
Дуҫтар-туғандары күп шул уның,
Киләләрҙер, тимен, эркелеп...
Шәп кешенең дуҫтары күп була,
Мин – тик күрше...
Булһын, керәйем!
Тәмлекәстәр тотоп керәйем дә,
Хәл-әхүәлкәйҙәрен беләйем!
Күрше хаҡы – Тәңре хаҡы, тиҙәр,
Рәхмәт, Тәңрем, һай шәп күршеләр!
Был өс көнлөк кенә донъяларҙа
Татыу йәшәйексе, кешеләр!
19.11.24.
Фирүзә Абдуллина.