– Урманда олатайым мышы мөгөҙҙәрен йыйған, ошо мәлдә уға айыу артынан һөжүм иткән, – ти ул.
Пенсионер ауыр хәлдә дауаханаға оҙатыла, унда ашығыс операция яһайҙар. Һуңынан Өфө белгестәре менән телемедицина консультацияһы үткәрелә. Әле зыян күреүсе Өфөнөң 21-се ҡала клиник дауаханаһының яңаҡ-бит хирургияһы бүлегендә дауалана. Табиптар уның хәлен уртаса ауырлыҡта, тип баһалай.