Бөтә яңылыҡтар
10

Ләйсән Үтәшеваның ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ

Ләйсән Үтәшева ғаиләһендә ҙур ҡайғы.

ЛәйсәнҮтәшеваның ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ
ЛәйсәнҮтәшеваның ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ

 Әлшәй районының Раевка ауылында уның олатаһы Солтангәрәй Кирәев вафат булған. Уға 87 йәш ине.

    Солтангәрәй Әҙелгәрәй улы 1938 йылда тыуған. Башҡорт аграр университетын «Агрономия» һөнәре буйынса тамамлаған. 31 йәшендә тыуған районының «Завет Ленина » колхозында баш агроном була. 1975 йылдан 1984 йылға тиклем район депутаттары Советының Әлшәй башҡарма комитетын етәкләй. 2006 йылда Әлшәй районының Почетлы гражданы була. 1998 йылда урындағы Ветерандар советын етәкләй.

  Ҡатыны Зөбәржәт Сәғәрйәр ҡыҙы менән 66 йылдан ашыу ғүмер иткәндәр.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: