Бөтә яңылыҡтар
10

Радий Хәбиров Волга буйы федераль округы советы ултырышында ҡатнашты

РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров Ҡазанда үткәргән ултырыш дәүләт миграция сәйәсәтен ғәмәлгә ашырыуға һәм округ төбәктәрендәге мигранттарҙың социаль-мәҙәни яраҡлашыуы мәсьәләләренә аралды.

Радий Хәбиров Волга буйы федераль округы советы ултырышында ҡатнашты
Радий Хәбиров Волга буйы федераль округы советы ултырышында ҡатнашты

Хеҙмәт миграцияһы темаһы тураһында Радий Хәбиров ошондай фекерҙә:

"Беҙгә башҡа илдәрҙән хеҙмәт ресурстары кәрәклеген аңлайбыҙ, айырыуса иҡтисад әүҙем үҫешкән шарттарҙа. Әммә беҙҙең ҡанундарҙы ҡәтғи үтәргә, йолаларыбыҙҙы хөрмәт итергә тейешле мигранттарҙы яраҡлаштырыу буйынса грамоталы, төплө эш алып барыу мөһим. Был теманы беҙ күптән түгел милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса Совет ултырышында ҡараныҡ. Алдағы көндәрҙә республикабыҙ диаспоралары вәкилдәре менән осрашыуҙар үткәреп, был мәсьәләләрҙе тағы бер тапҡыр тикшерәсәкмен. Рәсәйҙең күп кенә төбәгендә иҡтисадтың төрлө тармаҡғында мигранттарҙың хеҙмәтен ҡулланыу сикләнә. Беҙ бындай ҡарар ҡабул итмәнек, һәм мин әлегә кәрәклеген күрмәйем. Әгәр беҙ талаптарыбыҙ үтәлмәгәнен аңлаһаҡ, беҙ ҙә сикләүҙәрҙе индерәсәкбеҙ. Әммә әлегә был балансты һаҡлап ҡала алабыҙ - Башҡортостанға эшкә килеүселәр республикабыҙҙа булған ысынбарлыҡҡа һәм йолаларға яраҡлаша".

Фото:БР Башлығы сайтынан.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: