— Башҡортостан – Рәсәйҙең иң күп йәштәр булған төбәгенең береһе. Халыҡтың дүрттән бер өлөшөн йәштәр тәшкил итә. Йәштәр менән эшләү республика Хөкүмәте эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлеше булып тора. Юҡҡа ғына Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты министрлыҡ итеп үҙгәртелмәне. Йәштәр – беҙҙең таянысыбыҙ, киләсәгебеҙ. Беҙҙең дәүләтебеҙҙең именлеге уларҙың креативлығынан һәм инициативаһынан тора. Башҡортостандың йәштәр хөкүмәте бөгөн йәш быуынды төбәктең ижтимағи-сәйәсии һәм социаль-иҡтисади тормошона әүҙем йәлеп итә, – тине Андрей Назаров ултырышта ҡатнашыусыларҙы сәләмләп.
Башҡортостанда Йәштәр Хөкүмәте 2019 йылда булдырыла. “Был орган дәүләт һәм муниципаль хеҙмәтте популярлаштырыу, йәш кадрҙар әҙерләү һәм йәштәргә үҙҙәрен уңышлы тормошҡа ашырыу өсөн шарттар булдырыуҙы маҡсат итеп ҡуя”, – тине республиканың йәштәр сәйәсәте министры Вито Сабиров һәм алты йылда 50-ләп йәш кешенең дәүләт һәм муниципаль идаралыҡ өлкәһендә үҙҙәренең профессиональ компетентлығын күтәреүгә өлгәшеүен билдәләне.
Сарала ҡатнашыусы Рәсәй йәштәр хөкүмәте ассоциацияһы рәйесе Андрей Мищенков та төбәктә йәштәр сәйәсәтен үҫтереүҙе юғары баһаланы. "Башҡортостандың Йәштәр хөкүмәтенең үҙенсәлеге һәм башҡа төбәктәрҙекенән өҫтөнлөгө шунда: һеҙҙә республика башҡарма власть органдарында ете йәштәр советы булдырылған. Был бик шәп ҡорал. Бындай миҫал башҡа бер төбәктә лә юҡ”, – тине ул.
2024 йылда Башҡортостандың Йәштәр хөкүмәте Рәсәй йәштәр хөкүмәте ассоциацияһының XVI Бөтә Рәсәй съезында еңеү яулай һәм шулай уҡ “Йәштәр ваҡыты” Бөтә Рәсәй йәштәр ҡаҙанышы премияһының «ГосСтарт» номинацияһында лауреат була.
Йәштәр хөкүмәтенең икенсе составы рәйесе Вилдан Иҫәнгилдин ошо һәм башҡа уңыштары, эшләнгән эштәр, өҫтөнлөклө йүнәлештәр хаҡында һөйләне. БР Йәштәр хөкүмәтенең яңы рәйесе Роберт Вәлиев яңы составтың да һынатмаясағын һыҙыҡ өҫтөнә алып, алдағы ике йылға пландары менән уртаҡлашты.
Ултырыш һуңында Йәштәр хөкүмәтенең иң әүҙем ағзаларына Рәхмәт хаттары тапшырылды.