Бөтә яңылыҡтар
10

Үәт, әй!

Башҡортостанда балта оҫтаһы ғаиләһе моменталь лотереяла 50 миллион һум аҡса отҡан.

Үәт, әй!
Үәт, әй!

 Улар  билетты «Столото» фирма магазинында һатып алған. Өйгә ҡайтып, скретч-ҡатламды юйғас, 50 миллион отоуҙарына ышанмай торғандар. Ир отошто алыу өсөн Мәскәүҙәге лотерея үҙәгенә юлланған.

Быға тиклем ғаиләнең 15, 30 мең, хатта 100 мең һум отҡаны булған. Был уларҙың күп миллионлы приз алырға мөмкин тигән ышанысын тағы ла арттырған. Ниһайәт, яҡташтарыбыҙға уңыш йылмайған. 

Ғаилә башлығы 20 йылдан ашыу балта оҫтаһы булып эшләй һәм һөнәрен алмаштырырға йыйынмай. Әммә хәҙер еңеүсенең ҡатыны ла, ҡыҙы ла эштән китергә, яратҡан эше менән шөғөлләнергә мөмкин. Лотерея отошона ғаилә күптәнге хыялын бойомға ашырырға – өс бүлмәле иркен фатир һатып алырға, ә ҡалған аҡсаны автомобиль өсөн кредитты ҡаплау һәм хәйриәлек өсөн тотонорға уйлай.

 

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: