Бөтә яңылыҡтар
10

Ҡайын һуты эсер мәл етте

Иң беренселәрҙән булып тәбиғәт биргән шифалы дарыуҙарҙарҙан – ҡайын һуты  өлгөрә. Һутын алыу өсөн ағастың артыҡ йәшен һайларға ярамай. Уның файҙаһы ла булмаясаҡ, йәш ағастың ҡороу ҡурҡынысы  ла бар. Олонона ҙур яра һалмай, бәләкәй генә  тишек эшләп, нәҙек шланг аша ғына ағыҙып алырға кәңәш ителә. Бер ҡайындан 3 –5 литрҙан артыҡ алырға ярамай, юғиһә, ағасты һәләк  итерһегеҙ.

Ҡайын һуты эсер мәл етте
Ҡайын һуты эсер мәл етте

 

 Ҡайын һуты  – шифалы  һәм диетик эсемлек. Яңы алынған һуттың составында аҡһым, углевод, ферменттар, калий, магний, натрий, кальций кеүек микроэлементтар, фруктоза, эфир майҙары, витаминдар, фитонцидтар  бар. 

Кешенең йөрәк мускулында калий һәм магний бар. Был микроэлементтар етмәгәндә аритмия башлана.   Аяҡ-ҡулдар ойой.  Ҡайын һутын даими эскәндә, бер аҙнанан был билдәләр юҡҡа сыға.

Фитонцидтар төрлө органдарҙың ялҡынһыныуына ҡаршы көрә-шергә ярҙам итә.   Ҡайын һутын ангинаға,  фурункулез һәм һытҡыларға ҡаршы файҙаланалар.  Киҙеү һәм башҡа инфекция менән сирләүселәр был тере һыуҙы эскәндә тиҙерәк йүнәлә. 

Яҙғыһын кеше йоҡлап торһа ла, үҙен  төнө буйы йоҡламаған кеүек, көнө буйы тәненә көсө етмәй йоҡоһо килеп йөрөй.  Был хроник арыуҙан була. Ҡайын һуты бындай хәлдән бер ниндәй дарыуһыҙ ғына ла сығырға ярҙам итә.

Ул бәүел ҡыуҙырыу үҙенсәлегенә эйә. Ауырлы ҡатындарҙы шешенеүҙән арындыра. Варикоздан һаҡлай. Витаминдар һәм минералдар буласаҡ әсәй организмында калий һәм магний запасын тулыландыра. Кальций тыуасаҡ сабыйҙың һөйәктәре һәм тештәре  үҫешһен өсөн кәрәк.

Уҡыусы балаларға ла  ҡайын һутын йышыраҡ эсергә ҡушалар. Ул зиһенде байыта, арыуҙан арындыра,   яҡшыраҡ өлгәшергә булышлыҡ итә,  составындағы сахароза менән фруктоза мейе өсөн яҡшы яғыулыҡ булып тора. Ул бәләкәй балаларҙа ла аллергия тыуҙырмай.

Ябығырға теләүсе ҡатын-ҡыҙ өсөн дә  аҙ калориялы эсемлек  (100 г һутта ни бары 24 ккал ғына)  бик файҙалы. Табиптар уны көнөнә 2 литрға тиклем эсергә рөхсәт итә.

Халыҡ медицинаһында  ҡайын һуты менән остеохондрозды ла дауалайҙар. Көнөнә өс тапҡыр ашар алдынан берәр стакан эскәндә, умыртҡа  һөйәге ялҡынһыныуын да баҫа. Ауыртыу көслө булғанда, уның япрағынан компресс эшләргә мөмкин.

Ныҡ майлы биткә һытҡылар сығып йонсотҡанда да компресс эшләйҙәр. Иртәле-кисле    мамыҡты ҡайын һутына  манып, битте таҙартырға мөмкин.

Кемгә ярамай?

Шифаһы күп булыуға ҡарамаҫтан, ҡайын һутын барыһына ла эсергә ярамай. Был күберәк хроник сирле ауырыуҙарға ҡағыла.

  1. Ашҡаҙан сей яраһы булған кешеләргә ярамай.
  2. Бөйөрҙәрендә таш булған ауырыуҙарға ла уны артыҡ күп ҡулланырға кәңәш ителмәй.
  3. Ҡайын һеркәһенә үтә һиҙгер булған кешеләргә шулай уҡ уны ҡулланыуҙан тыйылырға кәрәк.

 

Әлбиттә, ҡайын һутының зыянынан файҙаһы  күберәк. Иң яҡшы клиникаларҙың табиптары ла сәләмәтлекте нығытыу өсөн уны эсергә кәңәш итә. Яҙғыһын кешеләрҙең иммунитеты ҡаҡшай, витаминдар һәм минералдар запасы кәмей. Ҡайһы берәүҙәрҙә деперссия башлана. Бына шул ваҡытта был шифалы эсемлек ярҙамға килә лә инде. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: