+16 °С
Болотло
Ҡар өҫтөнә ҡара таптар менән
Яҙ яҙыла, тиеп яҙыла...
Ҡәҙимгесә һайрар ҡоштары ла,
Кәкүк һанар йылдар сылбырын.
Әсәйһеҙ яҙ тураһында булыр
Һағыш төҫөн алған был йырым...
Ҡәҙимгесә ағыр ваҡыт һаман –
Кемдер киткән, тиеп туҡтамаҫ.
Әсәй доғаһынан мәхрүм бары –
Яҙҙар үткәненә оҡшамаҫ...
А.Ғарифуллина