Республика парламенты спикеры Константин Толкачев аңлатыуынса, түләү иң тәү сиратта һәләк булған кешенең бәлиғ булмаған балаһына/балаларына бирелергә тейеш. Сөнки улар йәше буйынса матди ярҙамға мохтаж. Ә хәҙер закон менән бер тапҡыр бирелә торған матди ярҙам алыусылар даирәһе киңәйтелә.
“Әгәр ғаиләнең башҡа ағзалары булмаһа, һәләк булған яугирҙың бәлиғ булған балаларына ике миллион һум күләмендә түләү алыу хоҡуғы бирелә. Түләүҙәр тигеҙ өлөштә башҡарыласаҡ".
Закон Башҡортостан Республикаһы Башлығына ҡул ҡуйыуға йүнәлтелгән.