— Геморрагик биҙгәктең сығанағы булып вирус тора. Уны сысҡандар йөрөтә. Ҡыр сысҡандары, икенсе төрлө һары сысҡандар, тибеҙ. Кешеләр тәбиғәткә йөрөй башлаған ваҡытта – кем баҡсаға, кем ял итергә, кем еләк-емеш йыйырға барғанда инфекция эләктерә. Һунарсылар, балыҡсылар, урмансылар бәшмәкселәр күп сирләй. Кемдәр ошо сысҡандарҙың бүлендектәре булған һауа парҙарын һулай, шулар сирләп китә. Бигерәк тә ҡоро, саңлы һауа кеше өсөн ныҡ хәүефле. Унда сысҡандың бүлендектәре күп була. Ғалимдар асыҡлауынса, ул беҙҙең төбәккә хас инфекция. Ни өсөн тигәндә, беҙҙә йүкә урмандары күп, ә сысҡандар шуның ҡайырыһы менән туҡлана.
Геморрагик биҙгәк бик ауыр сир. Ул шулай уҡ өҙлөгөүҙәргә килтереүе бар. Төп орган бөйөр зарарлана, сирлегә хатта яһалма бөйөр ҡуйылыуы ихтимал.
Кемдәрҙер был ауырыуҙан һуң ҡан тамырҙары сирҙәре менән яфалана. Сөнки вирус тап уларҙы зарарлай. Ҡан баҫымы күтәрелеү, йөрәк, баш мейеһе сирҙәре кеүек ҡан тамырҙарына бәйле сирҙәр ҡалҡып сыға. Ә бөйөргә килгәндә, пиелонефрит, нефрит кеүек ауырыуҙар көсәйә.
Был сирҙән, үкенескә күрә, прививка юҡ. Һаҡланыу саралары зарарланыу юлдары менән бәйле. Алда әйтеп үткәнемсә, саңлы ҡоро һауаны һуларға тура килгән ваҡытта ауыҙҙы, танауҙы битлек менән ҡаплап эш итергә кәрәк. Битлекте йыш алмаштырыу кәрәклеген оноторға ярамай. Күптәр йәй көнө электр салғыһы менән үлән саба. Бына шул ваҡытта ла сир йоғоуы ихтимал. Ашар алдынан ҡулдарҙы һәйбәт итеп йыуырға, ҡырҙа, тәбиғәт ҡосағында йоҡларға тура килгәндә, ҡыуаҡлыҡтарҙан, һыу буйынан ситтәрәк асығыраҡ урынды һайларға кәңәш ителә. Баҡса, ихаталарҙа сүп-сар өйөмөн булдырмаҫҡа, сөнки сысҡандар шунда оялай.