АПРЕЛЬ
4 – 10 февралдә башланған Көнсығыш-Померан (Берлиндан төньяҡ-көнсығыш яғындараҡ) операцияһы уңышлы тамамлана.
7 – Вена өсөн ҡаты алыштар башлана. Уны беҙҙең ғәскәрҙәр 13 апрелдә ала.
6 – 9 – Кёнигсберг ҡалаһы азат ителә.
13 – 15 – “Моравск-Остравск” операцияһы уңышлы үтеп, ике пункт та азат ителә.
16 – Берлинға һөжүм итеү операцияһы башлана. 25 апрелгә совет ғәскәрҙәре ҡаланы тулыһынса ҡамай. Ошо уҡ көндө беҙҙекеләр Эльба йылғаһы буйында Америка ғәскәрҙәре менән осраша.
16 – 25 – “Братиславск-Брнов” операцияһында алыштарҙа Братислава менән Брно азат ителә.
30 – ҡамалған ҡалала Адольф Гитлер үҙ-үҙенә ҡул һала.
30 – совет һалдаттары Рейхстагҡа Еңеү байрағын ҡаҙай.
(Март - Бөйөк Еңеүгә – 80 йыл).