МАРТ
20 – һуғыштың 1368-се көнө. 3-сө Белоруссия фронты ғәскәрҙәре Браунсберг ҡалаһын ала. Көнсығыш Пруссиялағы был ҡала немец фашистары өсөн мөһим пункт була. 1-се Украина фронты ғәскәрҙәре 50 саҡрымға алға күсә, Чехословакия территорияһына инә. 1-се Белоруссия фронты ғәскәрҙәре Альтдам ҡалаһын алып, немецтарҙың Одер йылғаһындағы ныҡлы плацдармын юҡ итә.
23 – 26 – беҙҙең ғәскәрҙәр Ернау, Нейссе, Леобшютц, Секешфехвар, Мор, Зирез, Варпалота, Вестпрем, Хайлигенбайль, Папа, Девечер, Банска-Бистрица ҡалаларын ала.
27 – Штрелен, Рыбник, Зорау, Лослау, Кишбер, Тет, Целлдемелк ҡалалары совет армияһы ҡулына күсә.
28 – 2-се Белоруссия фронты ғәскәрҙәре Гдыня ҡалаһын азат итә.
29 – транспорт хәрәкәте өсөн мөһим булған Сомбатель, Капувар ҡалалары яулап алына, Кесег ҡалаһын да алып, беҙҙең ғәскәрҙәр Австрия сигенән үтә.
30 – һуғыштың 1378-се көнөндә Данциг ҡалаһы яулана.
31 – 1-се Украина фронты ғәскәрҙәре Ратибор ҡалаһына инә.
Илебеҙҙе һаҡлап, Бөйөк Ватан һәм Икенсе донъя һуғышында башын һалған яугирҙарға - мәңгелек дан!
(дауамы бар)