Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Апрель 2025, 09:30

Яҙмыштарҙы һуғыш аямай...

Өфө “Нур” татар дәүләт театры Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан премьера сығарҙы.  

Яҙмыштарҙы һуғыш аямай...Яҙмыштарҙы һуғыш аямай...
Яҙмыштарҙы һуғыш аямай...

Быйыл илебеҙ Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллыҡ оло юбилейын билдәләй. Һуғыш һалған яраларға дауа юҡ, уның алдында ваҡыт та көсһөҙ. Шанлы йылдарҙың ауазы, ғазабы булып сәнғәт өлгөләре, әҙәби әҫәрҙәр тыуа, хәтерҙе мәңгеләштергән әһәмиәтле эштәр башҡарыла. Һуғышта күрһәтелгән батырлыҡтар илһөйәрлек рухы менән һуғарылған әҫәрҙәр яҙырға илһам бирә, киләсәк быуынды тәрбиәләүгә үҙ өлөшөн индерә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡәһәрле һуғыш әллә күпме яҙмыштарға, шул иҫәптән тыл ҡаһармандарына ла, аяуһыҙ була. Ҡәләм оҫталары уларға таянып, күп һанлы әҙәби әҫәр ижад итә.

Өфө “Нур” татар дәүләт театры ана шундай әҫәрҙәрҙең береһен сәхнәләштерҙе. “Йәшәйек әле” – Урал Ғәлиев повесы буйынса Владимир Жеребцов яҙған пьеса. Унда Бөйөк Ватан һуғышында әсир төшкән һалдат һәм тылда ҡалған уның ғаиләһенең яҙмышы һүрәтләнә. Ир менән ҡатын, бала менән әсә мөхәббәтенә һынау булып, һәр көндө әжәл һағалай. Яҡындарың аслыҡтан аяҡ һуҙыр мәлдә намыҫ та, аҡыл да, хатта ҡурҡыу ҙа онотола. Әммә һуғыш мәлендә закон ҡаты – бер ус ашлыҡ урлау ҙа илгә хыянат һанала.

Мусаның (Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Айнур Баянов менән Айрат Фәтихов) хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында хәбәр килһә лә, ғаиләһе ышанмай, уны көтә. Тик балаларын аслыҡтан ҡотҡарыр өсөн бер сеүәтә ашлыҡ урлаған Ғайнисаға (Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Сулпан Раянова һәм Зөһрә Шәрәфетдинова) төрмә янай. Шул мәлдә фронттан ҡулын өҙҙөрөп ҡайтҡан балалыҡ дуҫы, хәҙер инде колхоз рәйесе Ғази (актер Эльмир Хәйретдинов, Башҡортостандың халыҡ артисы Эльмир Ғәзизуллин) уның үҙенә – ирек, балаларына, әсәһенә мул тормош вәғәҙәләй. Был уны дуҫлыҡ хаҡына ла эшләй ала, әммә яуапһыҙ һөйөүе һалған йөрәк яраһын ул Ғәйнисаның үҙе менән дауаларға була. Ваҡыт үтеп, барыһы ла яйланғандай була. Һәм көтмәгәндә ауылға Муса ҡайтып төшә. Ул тотҡонлоҡта яфа сигә, унан ҡотолғас та байтаҡ ваҡыт тикшереү аҫтында була. Ә аҙаҡ, ҡатынының дуҫына кейәүгә сығыуын ишеткәс, яҡты донъя менән хушлашырға ҡарар итә...

Спектаклдең режиссеры һәм музыкаль биҙәүсеһе – Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Йыһаншин, тәржемәһен Гөлнур Усманова эшләгән. Тамашаның лейтмотивы булған йырҙың композиторы – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Юлай Үҙәнбаев Айгөл Юлъяҡшина шиғырына ижад иткән. Спектаклде рәссам Полина Емельянова менән видеорәссам Эльвина Таңғатароваларҙың эше биҙәй. Драмала шулай уҡ халыҡ артистары Финә Вәлиева, Резида Фәхруллина, Миңленур Сәйетова-Ғиззәтуллина, театрҙың билдәле шәхесе Альберт Шәйхетдинов, йәш актерҙар Руслан Хисаметдинов, Илшат Салауатов, Айҙар Хөснөтдинов, Эльвира Биғәлиева, Азат Вәлиуллиндар уйнай. Ә инде бәләкәй балалар ролен актерҙар ғаиләһендә тәрбиәләнеүсе кескәйҙәр – Эрика Хәсәнова (Сулпан Раянованың ҡыҙы) менән Әмирхан Шәрәфетдиновтар (Зөһрә Шәрәфетдинованың улы) башҡара.

Тамашаны психологик драма, тип атарға була. Ул башынан аҙағына тиклем залдағы халыҡты ҙур көсөргәнештә тота: артабан нимә булырын түҙемһеҙләнеп көтәһең. Был көсөргәнесте спектаклдең сюжеты һәм актерҙар уйыны ғына тыуҙыра, сөнки тамашала һуңғы ваҡытта популярлашҡан ялт-йолт килгән уттар ҙа, көслө музыка ла, автор һүҙҙәрен, фекерен һөйләп биреүсе айырым образ да юҡ. Хатта төп геройҙар йырсы ла тере тауышҡа, Мусаның гармун моңона ҡушылып башҡара. Режиссер тап театр алымы менән халыҡты ҡыҙыҡһындырыр, уйландырыр спектакль сығарған.

Премьера ҙур аншлаг менән ике көн үтте. Киләһе ҡуйылыш 6 апрелгә билдәләнгән. “Нур” театры тамашасыларҙы яңы спектаклдә көтөп ҡала.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас