Белеүегеҙсә, былтыр йәй Турахан кәшәнәһе янында визит-үҙәк эшләй башланы. Унда 87,5 мең кеше булып киткән дә инде.
Башҡортостандың күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин һүҙҙәренсә, быйыл йәй Турахан һәм Кесе кәшәнәләрҙе тоташтырған 800 метр оҙонлоҡтағы йәйәүлеләр һуҡмағын ҡулсалау, шулай уҡ йәйге амфитеатр төҙөлөшөн башлау күҙаллана.
Әлеге күсмә кәңәшмәлә төп музей комплексын төҙөү буйынса эш ваҡыты тураһында һөйләштеләр. Радий Хәбировты Евразия күсмә цивилизациялар музейының архитектура-план ҡарарҙары менән таныштырҙылар.
Киләсәктә бында Башҡорт аты һәм һунар ҡоштары үҙәге, спа-ҡунаҡхана буласаҡ.
БР Башлығы белдерүенсә, проект берҙәм стилдә. Беҙҙең бурыс - музей комплексын мөхиткә яраҡлаштырырға. Тимәк, бинаны эшләгәндә тәбиғәткә зыян килтерелмәйәсәк, киреһенсә, бар ерҙә лә гармония буласаҡ.
Фото: БР Башлығы сайтынан, О. Яровиков.