– Мин – чайлдфри, бала теләмәйем, – уртаҡ дуҫыбыҙҙың юбилейында танышҡан Юлай* шулай тип аптыратты. Уртаса буйлы, сибәр 34 йәшлек егет етеш тормошта йәшәй, фатиры ла бар, елле сит ил машинаһында йөрөй, йәйгеһен диңгеҙ буйында ял итә, ҡышҡы ялдарында тауҙарҙа сноубордта шыуа. Журналист булыуымды белгәс, яныма килеп башҡорт баҫмалары хаҡында һүҙ башлаған егет, ултыра торғас, үҙе тураһында һөйләргә тотондо:
– Минән гел дә, нишләп һаман өйләнмәйһең, йәштәштәреңдең балалары тиҙҙән мәктәпте тамамлай, ә һинең һаҡалың ағара башлаған, балаң түгел, йөрөгән ҡыҙың да юҡ, әллә “тегеләйме” һин, тип көләләр. “Тегеләй” түгелмен. Йөрөйөм, өйләнәйем, тиһәң, ҡыҙҙар күп ул, тик минең ҡарашты, уйҙарымды уртаҡлашҡан кеше юҡ. Танышҡан саҡта ҡыҙҙар, о-о, мин һинең фекерең яҡлы, нимәгә ул бала, тигән булалар ҙа, һуңынан дуҫлашып, эҫенеп китһәң, кинәт уйҙарын үҙгәртәләр. Миҫал килтерәйемме? Өс йыл элек бер ҡыҙ менән танышып, ихлас йөрөп киттек, аҙаҡ граждан никахында йәшәнек. Мин дә чайлдфри, сусҡа бәрәстәре кеүек бәпестәр тапҡан “овуляшкалар” – фу-у, бэ-э, тип, асыҡтан-асыҡ социаль селтәрҙәге сәхифәһендә балалы ҡатындарҙан көлә торғайны. Ниһайәт, үҙемә иш таптым, тип ҡыуанғайным, өйләнергә йыйынғайным. Былтыр бер туғанына ҡунаҡҡа барып ҡайтты ла, ерле-юҡтан көйһөҙләнә, илай башланы. Ни булды, тип төпсөнә торғас, бала һөйгөм килә, туғанымдың ҡыҙы шундай һөйкөмлө, яратып туйғыһыҙ, әйҙә, беҙ ҙә бала табайыҡ, тине. Миңә бала кәрәкмәй, беҙгә былай ҙа һәйбәт тә һуң, тигәйнем, ул мине ташлап, икенсе берәүгә кейәүгә сыҡты ла ҡуйҙы...
– Чайлдфри идеяларын ныҡ яҡлаған күптәр өлкәнәйә килә үҙ фекерен, ҡарашын үҙгәртә ул, мәҫәлән, Джордж Клуни 56 йәшендә игеҙәктәргә атай булды, Джанет Джексон 50 йәшендә иҫ киткес хәстәрлекле әсәгә әйләнде, бәлки, һин дә, Юлай, йәшәй бирә ҡарашыңды үҙгәртеп, атай булырға теләрһең, – тинем.
– Юҡ, апай, – Юлай башын сайҡаны. – Бер ҡасан да...
– Бала табыуҙан баш тартыуың артында бик етди сәбәптәр барҙыр, ерле-юҡтан инстинктҡа ҡаршы бармайһыңдыр.
– Мин... баламдың... бәхетһеҙ булыуын теләмәйем.
– Ә ниңә һин, балам мотлаҡ бәхетһеҙ булыр, тип уйлайһың?
Юлай асылырғамы-юҡмы тип икеләнде, ахыры, шымып ҡалды. Мин дә уны ашыҡтырмай, үҙ уйҙарыма батып, эргәмдә рәхәтләнеп күңел асҡан кешеләргә ҡарашымды йүнәлттем. “Бәхетлеләр... Уйһыҙ-ниһеҙ кинәнеп ял итәләр... Миңә лә берәй заман шундай бәхет тәтерме? Нишләп мин гел дә көсөргәнешле уйҙар солғанышында йәшәйем?! Башыма һис ҡасан ял юҡ...” Юлайҙың, тамаҡ ҡырып һүҙен дауам иткәненә саҡ ҡына тертләнем.
– Атайым менән әсәйем айырылышҡанда миңә ете йәш ине, – ул бокалына һыу ҡойоп эсте. – Гел дә ирешкәндәрен иҫләйем. Әсәйем бухгалтер булып эшләне, һәр ваҡыт етәксеһе менән отчет-маҙар тапшырырға район үҙәгенә йөрөнө. Атайым әсәйҙе ҡыҙғанды, шул арҡала өйҙә ғауға ҡуба торғайны. Оҙаҡ ваҡыт балаға уҙа алмаған әсәйем ауырға ҡалғас, атай, бала минеке түгел, тип, айырылышыуға ғариза яҙҙы. Әсәйемдең илауы...
Салауат ҡустым тыуғас, уны автоматик рәүештә атай исеменә яҙған булғандар икән. Атай судҡа биреп, исемен алдырҙы... Минең атай – ҡара башҡорт, ҡустым төҫө менән һуйған да ҡаплаған атайым бит инде. Ләкин ҡаты холоҡло, үҙ һүҙенән бер аҙым артҡа сигенә белмәгән атай Салауатты үҙенеке тип таныманы. Беҙ күсенеп киттек, аҡсаһыҙлыҡ арҡаһында ауылға, өләсәйҙәргә, өс йыл ҡайта алманыҡ. Шунан нисектер аҡса туплап, әсәй беҙҙе йәйге каникулға ауылға алып ҡайтты.
Ҡайтҡан көндө үк ҡартнәйҙәргә ҡустымды ла эйәртеп барҙым, йәнәһе лә, атай менән таныштырам, тип. Ә атайым уны күрҙе лә, һаулыҡты ла алмай, ә был нимәшләп йөрөй бында, эҙе лә булмаһын, тип екерҙе. Мин юғалып ҡалдым, ҡустым ҡурҡты. Ҡартнәй ҙә улына ҡаршы бер һүҙ әйтә алмай, нишләргә белмәй, минең арҡамдан ҡаҡҡан булды.
Атайым Салауатты күрһә, үҙенеке икәнен таныр, тип өмөтләнгәйнем дә, булманы... Башҡаса ҡартнәйҙәргә барманым, атай менән араны өҙҙөм. Сөнки ҡустымды йәлләнем. Атай менән аралашһам, Салауатҡа, уның ағайы, яҡлаусыһы булараҡ, хыянат итермен кеүек ине. Йәш араһы ҙур булһа ла, беҙ икәү-ара бик ныҡ татыу, яҡын инек. Әсәйҙең ҡыҙ фамилияһында йөрөгән Салауат ҡустым бәләкәй сағынан зирәк, аҡыллы булып үҫте, ниңә әсәй менән минең бер төрлө фамилия, ә уныҡы – икенсе, ни өсөн икебеҙҙең ике төрлө атай исемендә булыуыбыҙ менән ҡыҙыҡһынды (ҡустымдың документында атаһының исеме урынында - әсәйҙекенән алынған исем тора: әсәйем Фәнилә, шуға ла ҡустым – Фәнил улы). Салауатҡа аңһыҙыраҡ сағында, шулай килеп сыҡты, тип әйтеү ҙә етә ине, ҙурая килә атайҙың унан баш тартыуын белде. Ҡайҙан белгәнен хәҙер аныҡ ҡына әйтә лә алмайым, бәлки минең ауыҙҙан сыҡҡандыр, йә ауылда берәйһе әйтеп ысҡындырғандыр...
Һәр хәлдә 12 йәшлек ҡустым атайҙың телефон номерын табып уға шылтыратҡан, мин – Салауат, һинең улың, тип үҙен танытҡан. Атай, минең ундай улым юҡ, башҡа шылтыратма, тип уны ярты һүҙҙә бүлдереп, телефонын һүндергән... Ҡустым шул турала һөйләгәндә, көлөмһөрәп: “Атай миңә шулай тине лә ул”, – тигән булды, ә үҙенең күҙе тулы йәш ине.
Шунан һуң Салауат кинәт үҙгәрҙе, һөйләшмәҫ булды, спортты ташланы, уҡыуы насарайҙы. Әсәйгә ҡаты ҡағылды, нисектер уға рәнйегән, үсләшкән һымаҡ ине. Үҙгәрештәрҙе әсәй үҫмерҙәрҙең үҫеш осорона һылтаны. Мин ул мәлдә бер ҡыҙға ғашиҡ булып йөрөй инем, үкенескә күрә, ҡустым ҡайғыһы булманы.
Һәм минең берҙән-бер яҡын кешем, бар яҡтан килгән тырыш ҡустым тамам йомолоп, ҡапыл үҙ-үҙенә ҡул һалды...
Үҙ ирке менән яҡты донъянан китте ул, апай. Бер ниндәй ҙә яҙыу ҡалдырмағайны, ләкин мин уның ни өсөн был аҙымға барғанын аңланым. Иң ауыр ваҡытта янында, уға таяу булмағаныма өҙгөләндем, тар күңелле, ҡаты бәғерле атайҙы күрә алмаҫлыҡ сиккә еттем – шундай шәп бер баланы йөрәгенә һыйҙырманы бит ул, тарһынды. Яҡында йәшәгән булһа, уны барып өҙгөсләп ташлар инем, биллаһи... Ә мин – шул бәндәнең балаһы...
Ҡустым үлгәс, әсәй саҡ аҡылдан яҙманы... Хәйер, беҙ икебеҙ ҙә оло юғалтыуҙан, шаңҡыуҙан һуң әлегәсә ипкә килмәгәнбеҙ. Килмәҫбеҙ ҙә инде. Йөрәк яраһын бер нисек тә ямап булмай икән ул.
Салауаттың вафатынан һуң әсәйҙең фамилияһына күстем, атайҙың исемен алыштырҙым. Хәҙер мин дә, әүәл ҡустым кеүек, Фәнил улы булып йөрөйөм.
Аңланығыҙмы инде, апай, минең ни өсөн атай булырға теләмәүемде?
Мин өнһөҙ генә башымды һелктем. Күңелле көйҙәр яңғыраған, дәртле тамада төрлө уйын уҙғарған кафела Юлайҙың фажиғәһе айырата аяныслы яңғыраны.
Туйҙар үткәреп ҡауышҡан, ғаилә ҡорған ир менән ҡатын араһында упҡын хасил булып, икәү зыҡ ҡупҡанда, ут-ялҡыны иң тәү сиратта балаларға барып тейә. Тик балаҡайҙарҙың ниндәй уй-кисерештәр эсендә йәшәүе кемде ҡыҙыҡһындырһын? Бына ошо арала ғына бер ир кеше, миңә элекке ҡатыным балам менән осрашырға рөхсәт итмәй, тип көйөп һөйләп торҙо:
– Балама бүләктәр алып барһам, уйынсыҡтарҙы, әйберҙәрҙе сығарып бәрә, емерә, уға минең менән һөйләшергә ҡушмай. Ҡыҙымдың тыуған көнөндә күстәнәстәр, бүләктәр тейәп, уларға барғайным. Ҡыҙым ишекте асты ла, мине күреү менән, атай, тип ҡосағыма атылды. Элекке ҡатыным фурия кеүек дауыллап килеп сығып, баланы ҡосағымдан йолҡоп алды, уны әрләп, йомшаҡ еренә һуғып, фатир эсенә кире индереп ебәрҙе. Үкереп илаған баламды йәлләп, йөрәгем ярыла яҙҙы. Балам менән аралашырға рөхсәт итһен өсөн судҡа бирергә тура килде. Ҡыҙым менән осрашыуға пристав менән бергә йөрөйбөҙ. Сөнки суд ҡағыҙы булған хәлдә лә, бер үҙем барһам, элекке ҡатыным мине балаға яҡын юлатмай. Гел иреш, гел талаш, аптыраҡ инде...
Аптыраҡтың аръяғы. Ә ике ут араһында һәр ваҡыт – яҡлауһыҙ балалар.
Баныу ҠАҺАРМАНОВА.
* - Бөтә исем дә үҙгәртеп алынды.