Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Март 2025, 07:30

Теленә, иленә, милләтенә, башҡорт моңона ғашиҡ ғалим

Исеме республикабыҙҙа ғына түгел, сит илдәрҙә лә киң танылыу алған абруйлы  ғалим, биология фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһы академигы Сәфәрғәле Искәндәр улы ЙӘНТҮРИН ошо көндәрҙә үҙенең 80 йәшлек оло юбилейын билдәләй.

Теленә, иленә, милләтенә, башҡорт моңона ғашиҡ ғалимТеленә, иленә, милләтенә, башҡорт моңона ғашиҡ ғалим
Теленә, иленә, милләтенә, башҡорт моңона ғашиҡ ғалим

       Башҡортостан тәбиғәтен, тыуған яғының үҫемлектәр донъяһын өйрәнеүгә ҙур өлөш индергән ғалим   йөҙләгән ғилми хеҙмәт, тиҫтәләгән монография һәм  уҡыу әсбабы, бер нисә китап һәм һүҙлек  авторы. Сибай институтында өс тиҫтә йылға яҡын эшләү дәүерендә  туғыҙ  фән кандидатын әҙерләй һәм Рәсәй кимәлендә танылыу алған  үҙ фәнни мәктәбен булдырыуға өлгәшә.  Лекторлыҡ оҫталығы өсөн бирелгән “Алтын кафедра” билдәһе иһә уның  юғары профессионаллегенә асыҡ дәлил. Олпат йәштә булыуына ҡарамаҫтан, уҡытыусы-ғалим бөгөн дә бик әүҙем: фән менән шөғөлләнеүен  дауам итә, китаптар нәшер итә, сәләмәт йәшәү рәүеше алып бара, волейбол уйнай.  

      –  Сәфәрғәле Искәндәр улы, оло юбилейығыҙҙы ҡаршы алған мәлдә ғүмер юлығыҙға байҡау яһап, үткән йылдарығыҙға ниндәй баһа бирер инегеҙ?   Тормошоғоҙҙоң  ҡайһы миҙгеле, һеҙҙеңсә, иң сағыу осор булды? 

    – Тормошомдоң һәр миҙгеле минең өсөн ҡәҙерле һәм мөһим. Күп балалы татыу ғаиләлә тыуып үҫеүем, Баймаҡ районының Татлыбай мәктәбендә – ете йыллыҡ,    Темәс мәктәп-интернатында урта белемгә эйә булыуым, Совет Армияһы сафында хәрби бурысымды үтәү, Башҡорт дәүләт университетының биология факультетында  уҡыған йылдар   – һәр береһе күңелемдә яҡты эҙ ҡалдырған. 

     Эшләнгән эштәремә, уҡытҡан уҡыусыларыма ҡарап, ғүмер юҡҡа үтмәгән, тип әйтә алам. Йәш быуынға юғары белемгә ынтылыш тәрбиәләй алыуым, фән өлкәһендә эҙләнеүҙәрем, ғилми хеҙмәттәр яҙа алыуым  менән бәхетлемен. Юлымда һәр ваҡыт һәйбәт кешеләр осрауы миңә ошондай уңыштарға өлгәшергә сәбәп иткән, тип иҫәпләйем.

     –   Бала сағығыҙ тураһында күңелегеҙҙә ниндәй хәтирәләр һаҡлана?

     –  Беҙҙең бала саҡ һуғыштан һуңғы ауыр осорға  тура килде.  Атайым, һаулығы насар булыу сәбәпле, һуғышҡа алынмай, әммә 1944–46 йылдарҙа ул Свердловск ҡалаһына хеҙмәт армияһына саҡырыла. Ете бала менән   яңғыҙ ҡалған әсәйемә бөтә  тормош ауырлығын үҙенә күтәрергә тура килә.  Балаларына ашарға тип 3 кг бойҙай алған өсөн уны саҡ төрмәгә ултыртмайҙар. Миңә ауырлы булыуы ғына ҡәҙерлебеҙҙе ҡотҡарып ҡала. Шуға ла һәр ваҡыт мине “өлөшлө бала” тип яратыр, мотлаҡ белем алып, прокурор булыуымды теләр ине. Ләкин мин прокурор булманым, ә профессор булдым.

        Бер түгел өс ағайым, ике апайым һәм ҡарындашым булыуы үҙе ҙур бәхет. Ағайымдар мине ҡурсалап үҫтерҙе, үҙҙәренсә «тәрбиәләп» тә ала торғайны. Гөлсара апайым БДУ-ның биология факультетын тамамлап, хаҡлы ялға сыҡҡансы, Баймаҡ лицей-интернатында эшләне. Мине биология факультетына уҡырға барырға өгөтләгән дә ул булды.

     –      Бөгөн  һеҙ республикабыҙҙа ғына түгел,  тотош илебеҙҙә билдәле шәхес, абруйлы ғалим. Фән юлын һайлауығыҙға нимә сәбәпсе булды икән?

     –   Фән юлын һайлауым бала саҡтан аңыма һалынғандыр, тип уйлайым. Әсәйемдең “ҙур кеше булыр” тип яратыуы белем алыуға ынтылыш тыуҙырғандыр, тигән фекерҙәмен.  Ә  фән юлынан китеүемә ғилми етәксем профессор Борис   Миркинға рәхмәтлемен. Ул миңә дөрөҫ йүнәлеш биреп, фәнгә ҡыҙыҡһыныу уята алды.  Ул ғына ла түгел, вуздан һуң Сибайҙа мәктәптә уҡытып йөрөгөн ерҙән Өфөгә Фәндәр академияһына эшкә саҡырып алды.

     Тормоштағы күп нәмәне фәнни яҡтан нигеҙләп аңлатыу кәрәк. Бына шундай ҡыҙыҡһыныу уянды миндә. 1981 йылда Киев ҡалаһында кандидатлыҡ диссертацияһы яҡланым.    “Башҡортостандың тәбиғәт комплекстарын өйрәнеү һәм файҙаланыу экологияһы” темаһына  докторлыҡ дисссертацияһы яҙҙым һәм уңышлы яҡланым.

    – Сибай институты асылған көндән башлап тиерлек унда эшләп, йәш белгестәр әҙерләүгә ҙур өлөш индергәнһегеҙ. Уҡыусыларығыҙ өмөтөгөҙҙө аҡланымы? Ул йылдарҙағы эшмәкәрлегегеҙ хаҡында ни әйтерһегеҙ?

    –   Сибайға эшкә ҡайтырға минең һәр саҡ  уйымда булғандыр, тип  уйлайым. Өфөлә уңышлы эшләп йөрөһәм дә, тыуған яҡ һәр саҡ  үҙенә тартты. Шунлыҡтан 1992 йылда ул ваҡытта БДПУ-ның Сибай филиалы директоры Рәил Сәлиев  мине эшкә саҡырғас, бер минут та икеләнмәй был тәҡдимде ҡабул иттем.  Ҡайтып, дәртләнеп эшкә тотондом. Икенсе йылында уҡ институтта биология факультетын асып, студенттар ҡабул иттек, тәбиғәт фәндәре кафедраһын ойошторҙоҡ. Ике тиҫтә йылдан ашыу ошо кафедраны етәкләнем.  Студенттарыбыҙ тулыһынса үҙҙәрен аҡланы.  Беҙҙең уҡытҡан белгестәр хәҙер ҡайҙа ғына эшләмәй. Улар араһында етәксе вазифа биләүселәр ҙә күп.  Өс тиҫтәгә яҡын ваҡыт эсендә Урал аръяғы райондары өсөн биология өлкәһендә генә мең ярымдан ашыу юғары белемле белгес  әҙерләнек. Шуларҙың 70-кә яҡыны биология фәне буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы яҡланы.  Ике фән докторыбыҙ бар: Илгиз Һөйөндөков Сибай инстиутында  декан вазифаһын башҡара, Резеда Хәсәнов баш ҡалала эшләй. Ул Өфө Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты булып һайланды. Был бик ҙур үҫеш тип һанайым. Әлеге көндә беҙҙең  Сибай институтының етәксеһе лә беҙҙең сығарылыш студентыбыҙ.

     – Һеҙ билдәле эколог,  биология фәндәре докторы, Рәсәй тәбиғи фәндәр академияһы академигы. Ғилми эҙләнеүҙәрегеҙҙең эштәрегеҙҙең ҡайһыларын айырып билдәләп үтер инегеҙ.  Төп ғилми  йүнәлешегеҙ ниндәй булды?

     –  Фәндә бер генә йүнәлештә эшләү мөмкин түгел.  Шунлыҡтан беҙ ҙә студенттарым, аспиранттарым  менән берлектә тирә-яҡ мөхиттең тау сәнәғәте предприятиелары тарафынан техноген бысраныуы, эсәр һыуыбыҙҙың таҙалығын, Сибай ҡалаһы эргәһендәге баҡсаларҙа үҫкән йәшелсә-емештәрҙең аша ауыр металдар тупланмаһын, беҙҙең яҡтарҙа үҫкән дарыу үләндәрен өйрәндек.

    Билдәле ғалим, биология фәндәре кандидаты Альберт Мулдашев менән Ирәндек тауын арҡыры-буй иңләп, уның флораһын ентекләп тикшерҙек һәм унда үҫкән үҫемлектәр исемлеген төҙөнөк.   Кешеләр  теге йәки был үләнде ысын атамаһын белеп тә бөтмәй, ә    “күк үлән, “һары сәскә” тип әйтергә өйрәнгән. Хатта ирәүәнде лә төрлө үҫемлеккә ҡарата әйтәләр. Шуға күрә мин үләндәрҙең атамаларын ботаник яҡтан билдәләп ҡуйыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙым. Мәҫәлән, татлы тамыр үләнен генә алайыҡ. Ул шәкәр сөгөлдөрөнә ҡарата әйтелмәй, ә шундай дарыу үләне бар. Русса атамаһы – солодка. Ул шул тиклем һәйбәт дарыу үләне, хатта Тибет табиптары уны женшендән өҫтөнөрәк ҡуя.

     Башҡорт телендә үҫемлектәр донъяһына арналған ике китап авторымын: «Башҡортостан үҫемлектәре” һәм “Үҫемлектәр донъяһына сәйәхәт”. Йәш ғалим Урал Юнысбаев менән «Башҡортостандың йәшел аптекаһы» тигән белешмә-китап сығарҙыҡ.  Бынан тыш, минең руссса – башҡортса һәм башҡортса – русса ботаника терминдары, зоология терминдары һүҙлектәре  донъя күрҙе.

     – Экологияның насарайыуы, тәбиғи мөхиттең бысраныуының  һаулыҡҡа йоғонтоһо тураһында йыш ҡына ишетергә мөмкин. Һеҙ бының менән килешәһегеҙме?

     – Һис һүҙһеҙ. Сөнки тәбиғәт бысранғас, эскән һыуҙарыбыҙ, ашаған ризыҡтарыбыҙ зыян күрә.

      Икенсенән, ауырыуҙарҙың төп сәбәбе, минеңсә, ашаған ризыҡтарыбыҙҙа. Хәҙер дөрөҫ туҡланыу тигән төшөнсә киң таралды Мин уны  халҡыбыҙҙың элек-электән ҡулланған ризыҡтары менән туҡланыуҙа күрәм. Беҙ борон-борондан ата-бабаларыбыҙ туҡланған ризыҡтарҙы онотоп барабыҙ. Ҡорот, талҡан, эремсек, ҡымыҙ, буҙа һ.б милли ризыҡтарыбыҙҙың сәләмәтлеккә файҙаһы иҫ киткес ҙур.

     –    Һеҙ бар яҡтан өлгөр кеше. Спорт менән дә дуҫһығыҙ, сәнғәтте лә яратаһығыҙ. Әлеге йәштә волейбол да уйнайһығыҙ икән. “Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәтәкәре” тигән исем дә юҡҡа ғына бирелмәгәндер...

     –   Спорт менән дуҫ тип әйтеп булмайҙыр, ҙур спорт түгел бит ул. Тик көн һайын йәйәү йөрөүҙе, көндөң ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, иртәне һалҡын һыу менән ҡойоноуҙан башлауҙы  ғәҙәткә индергәнмен. Үҙем генә түгел, ҡатыным Вилүрә менән 30 йылдан ашыу инде һәр көндө шулай башлайбыҙ. Аҙнаһына ике тапҡыр спорт залына уҡытыусылар һәм студенттар менән волейбол уйнарға йөрөйбөҙ.   Беренсенән, спорттың сәләмәтлеккә файҙаһы хаҡында барыбыҙ ҙа яҡшы белә. Икенсенән, спорт менән дуҫ йәшәү олоғайған көндә лә әүҙем булырға ярҙам итә.    

        Сәнғәткә килгәндә, Өфөлә Фәндәр академияһының Биология институтында эшләгән йылдарҙа “Ҡобайыр” исемле фольклор ансамбле бар ине. Етәксеһе Лидия Ислам ҡыҙы Нагаева булды.  Был коллектив менән әле лә ғорурланам.   Беҙ  илебеҙҙең төрлө ҡалаларында ҙур-ҙур фестивалдәрҙә сығыш яһаныҡ. Бына ошо ансамблдә әүҙем ҡатнашыу һәм    төп эшемдән тыш ваҡыт табып,   1-се һанлы интернат-мәктәптә  ҡурай түңәрәген алып  барыу  күңел талабым булғандыр. Ул ваҡытта интернатта ҡурай уйнамаған егет һирәк  ине. Һәр хәлдә йөҙләп егетте ҡурай уйнарға өйрәттем, тип әйтә алам. Араларында профессиональ музыкант, сәсән булып киткәндәре лә бар. Мәҫәлән, Хәйбулла районынан атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Илдар Юнысов, Стәрлетамаҡ филармонияһынан Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Миңлеғәле Хәсәнов һәм башҡалар.

      Тағы ла баш ҡаланың  8-се һөнәри-техник училищеһында ла ҡурай түңәрәге ойоштороп,  башҡорт фольклорын сит ҡитғаларға танытыуға үҙ өлөшөбөҙҙө индерҙек.   

    – Ата-әсәнең иң ҙур ғорурлығы – ул балалары.  Күп балалы ғаилә башлығын ул-ҡыҙҙары ниндәй уңыштары менән һөйөндөрә икән?

    – Балаларыбыҙ үҫеп, аллаға шөкөр, тормошта үҙ урынын табып, эшләп йөрөйҙәр. Иң һөйөндөргәне – улар халыҡҡа кәрәкле  эштә, кәрәкле юлда. Өлкән улыбыҙ Урал медицинаны һайланы һәм ошо тармаҡта уңышлы ғына эшләп йөрөй.   Сәләмәт йәшәү рәүеше алып бара. 

    Ҡыҙым Гөлнәзирә педагогия фәндәре кандидаты, доцент. Өфөлә генә түгел Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә билдәле блогер. Уның  психолог булараҡ, кешеләрҙе йәшәргә өйрәтеүгә ҡоролған семинарҙарын һәр ерҙә   көтөп алалар.  

     Айһылыу ҡыҙымдың Швейцарияла – Европаның ҡап уртаһында, үҙенең төп эшенән тыш, башҡорт мөхите тыуҙырып, йыл һайын һабантуй ойоштороуы һоҡландыра. Шулай уҡ  ул Берләшкән милләттәр ойошмаһының  туған телдәр көнө  уңайынан үткәрелгән сарала  башҡорт телен алты еңеүсе тел иҫәбенә индереүгә өлгәшә. Ике йыл элек ошо  байрамда 6 мең тел ҡатнаша, шуларҙан 15 телде һайлап алалар. Ошо 15 тел араһында Айһылыу “Урал батыр” эпосын башҡортса һөйләй. Һөҙөмтәлә башҡорт теле алты еңеүсе тел иҫәбенә инә. Ул Берләшкән Милләттәр ойошмаһының  офисында  интерактив таҡтала башҡорт милли кейемендә сығыш яһай һәм  бер көндә генә уны 30 мең кеше ҡарай.

     Балаларыбыҙға, ейән-ейәнсәрҙәребеҙгә туған телгә, мәҙәниәтебеҙгә һөйөү тәрбиәләй алыуыбыҙ менән сикһеҙ ғорурланабыҙ.

      –   Әлеге ваҡытта ниндәй пландар, уй-ниәттәр менән янаһығыҙ?   

      –   Пландар бар, әлбиттә. Әле бер китабымды яҙып бөттөм. Уны үҙемдең ғүмер китабы тип атарға мөмкин. “Татлыбайҙан башланған юл” тип атала ул. Тағы ла үҫемлектәргә арналған китабымды сығарырға ниәтләйем. Үҫемлектәр донъяһына арнадған күп кенә китаптарым донъя күрҙе минең. Әммә улар күптән китап магазиндарында юҡ. Шунлыҡтан ошо баҫмаларҙы яңыртып, тулыландырып, кәрәк урында үҙгәртеп, бер ҙур ғына йыйынтыҡ сығарырға ине, тигән ниәт бар. Яңыраҡ нәшриәттә булғайным, улар һеҙ шул китаптарығыҙҙы яҙығыҙ, тип наказ бирҙе. Бына шуның өҫтөндә эшләргә уйлайым.

    –    Ғүмерегеҙҙең ошо юғары баҫҡысынан ҡарап, тормоштоң асылын, йәшәү мәғәнәһен нимәлә күрәһегеҙ?

     –  Йәшәүҙең мәғәнәһе, минеңсә, маҡсатлы йәшәүҙә. Алдыңа  алған ниәтеңде тормошҡа ашырыу өсөн бар тырышлығыңды һәм көсөңдө һалыуҙа. Үҙеңдең йыйған белемеңде халыҡҡа тапшырырға тигән теләк йәшәүҙе маҡсатлы итә. Бына шул юл уңыштарға ла алып бара, ахырыһы. Рәхмәтлемен үҙемдең уҡыусыларыма. Хәҙер институтта уҡытыусылар составы үҙгәрҙе,  беҙ уҡытҡан студенттар, беҙ әҙерләгән белгестәр  эшкә килде. Уларҙың нисек тырышып эшләп йөрөүҙәрен күреү күңелгә рәхәтлек бирә.

     Ә тормоштоң асылын ғүмерҙе  бушҡа үткәрмәй, кешелеккә, халҡыбыҙға ниндәйҙер булһа ла яҡшылыҡ эшләп ҡалдырыуҙа күрәм. Беҙҙең заманда мәктәп программаһына ингән “Хәмит күпере” тигән хикәйә әле булһа иҫемдә. Бик шәп хикәйә ине ул.  Әле уйлайым да, тәрбиәүи әһәмәите бик ҙур булған, тигән фекергә киләм.  Шул ваҡыттан уҡ эшләгән эштәрең ғүмерлеккә ҡалһын,  тигән фекер күңелгә һеңеп ҡалған. 

 

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас