Өс юғары уҡыу йортона – нефть университетына, медицина университетына һәм фән һәм технологиялар университетына Башҡорт дәүләт аграр университеты өҫтәлде. Радий Хәбиров билдәләүенсә, үҫеш программаларын яҡлау уңышлы үтте, тимәк, башҡорт юғары уҡыу йорттары йәнә федераль финанслау аласаҡ.
— Был ҙур яңылыҡ. Был уңышты юғары уҡыу йорттары, сәнәғәт һәм эшлекле партнерҙар менән уртаҡ эш һөҙөмтәһе тип һанайым. Бында ҡатнашҡан һәр кемгә, бигерәк тә ректорҙарға рәхмәт. Уртаҡ тырышлығыбыҙ арҡаһында, ғәйәт ҙур конкуренцияны еңеп, беҙ Рәсәйҙең юғары белем биреү һәм фән системаһында мөһим урын биләйбеҙ, - тип яҙа Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәрендә. — Юғары уҡыу йорттары күптән инде иҡтисадтың төрлө тармаҡтары өсөн кадрҙар әҙерләү урыны ғына булыуҙан туҡтаны, тип әйттем инде. Улар фәнде алға этәрә, үҙенсәлекле, шул иҫәптән юғары технологиялы тикшеренеүҙәрҙе алып бара, етештереүҙәге үҫештәрҙе тормошҡа ашырыу өҫтөндә эшләй, төбәктәге һәм илдең алдынғы предприятиелары менән хеҙмәттәшлек итә. “Приоритет 2030” программаһында ҡатнашыу фәнни-технологик үҫеш буйынса алдынғы төбәк булараҡ позициябыҙҙы артабан да нығытырға мөмкинлек бирәсәк.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: 15 мартта Башҡортостандың өс алдынғы юғары уҡыу йорто «Приоритет 2030» программаһы сиктәрендә үҙҙәренең технологик үҫеш проекттарын тәҡдим итте. Презентацияла Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.