Ул билдәләүенсә, әлеге ваҡытта һыу баҫыу ҡурҡынысы юҡ һәм халыҡ әкренләп үҙ йорттарына ҡайта. Шулай уҡ башлыҡ күрше Имәндәш ауылы халҡына һәм эвакуацияла ярҙам иткәндәрҙең барыһына ла ихлас рәхмәтен белдерә, уларҙың ярҙамы баһалап бөткөһөҙ булыуын һыҙыҡ өҫтөнә ала. Бынан тыш, Венер Вәхитов, электр бағаналары һыуҙан зыян күргәнлектән, Ташаҫты һәм Тайыш ауылдарының утһыҙ ҡалыуын, энергетиктарҙың проблеманы бөтөрөү өҫтөндә эшләүҙәре хаҡында яҙа: "Яҡын арала электр менән тәьмин итеү тергеҙеләсәк".
Фото: https://vk.com/vfvakhitov.