Башҡортостан Республикаһы прокуратураһы хәбәр итеүенсә, 2025 йылдың авгусында ҡатын, "сожителе" менән ташлашҡандан һуң айырылырға теләмәй, уларҙы тергеҙеүгә тырышлыҡ һала. Ир баш тартҡас, ҡатын бысаҡ менән иргә ташлана, әллә күпме тапҡыр башына, түшенә, янбашына сәнсә.
Көрәш барышында зыян күреүсе бысаҡты тартып ала һәм һөжүм итеүсене ситкә этәрә. Ҡатын тынысланмай, икенсе бысаҡ артынан аш-һыу бүлмәһенә йүгерә. Шул мәлдә ир подъезға атыла...
Ирҙе табиптар ҡотҡарған, шөкөр.
Хоҡуҡ һаҡлаусылар белдереүенсә, ҡатын 2025 йылдың майынан алып кеше анатомияһы тураһында махсус әҙәбиәтте өйрәнеп, енәйәткә әҙерләнгән.
Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен танымаһа ла, енәйәт эше Өфө ҡалаһының Дим районы судына ҡарау өсөн ебәрелгән.
Бәлиғ булмаған баланы тәрбиәләмәү факты буйынса эш материалдары айырым производствоға бүленә. Бала тәрбиәгә өләсәһенә тапшырылған.
Тәфтишселәр ҙә был ваҡиғаға битараф ҡалмаған: https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2026-01-27/t-ftish-esht-re-dauam-it-4551977
Тағы ла бер фажиғә: https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2026-01-27/y-r-k-g-s-h-l-4551914
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.