Өфөлә ҡатын кеше үлтерергә маташыу өсөн хөкөм ителәсәк. Был турала БР Тәфтиш идаралығы хәбәр итте:
- Өфө ҡалаһы буйынса Ленин район-ара тәфтиш бүлеге кешене үлтерергә маташыуҙа ғәйепләнгән 26 йәшлек ҡатынға ҡарата енәйәт эшен тикшереүҙе тамамланы. Тикшереү асыҡлауынса, 2025 йылдың авгусында ғәйепләнеүсе, Өфөләге Архитектор Кәлимуллин урамындағы фатирҙа, уның менән элек бергә йәшәгән ирҙең мөнәсәбәттәрҙе дауам итеүҙән баш тартыуына бәйле, ҡыҙының күҙ алдында уға бысаҡ менән башына, яурынына, түшенә һәм янбашына ете тапҡырҙан кәм булмаған һуғыу яһай. Зыян күреүсе әүҙем ҡаршылыҡ күрһәтә, бысаҡты тартып ала, фатирҙан сығып китә һәм ишекте бикләй, шунан һуң уға ваҡытында квалификациялы медицина ярҙамы күрһәтелә. Ошоноң арҡаһында ғына ир иҫән ҡала.
Ғәйепләнеүсе, икенсе бысаҡты алып, һөжүмен дауам итергә маташа, әммә фатирҙан сыға алмай. Тикшереү барышында кәрәкле суд экспертизалары үткәрелә, шаһиттарҙан һорау алына, ғәйепләнеүсенең ғәйебен раҫлаусы дәлилдәр базаһы йыйыла. Ғәйепләү ҡарары раҫланып, енәйәт эше судҡа ҡарау өсөн ебәрелде.
Ошо турала алдан яҙғайныҡ: https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2026-01-27/in-mineke-gen-tip-tashlan-an-4551588
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.