Республикала элекке ҡатынын үлтереүҙә һәм ҡыҙын үлтерергә маташыуҙа ғәйепләнеүсе ҡулға алынған.
Төндә РФ ЭЭМ Шишмә районы буйынса бүлегенең дежур часына медицина учреждениеһынан Игнатовка ауылында 41 йәшлек ҡатындың кәүҙәһе табылыуы тураһында хәбәр килә. Ваҡиға урынына тиҙ арала тәфтиш-оператив төркөм бара.
Тикшереү барышында асыҡланыуынса, дүрт ҡыҙы менән йәшәгән ҡатындың йортона, көнсөллөгөнә сыҙай алмай мөнәсәбәттәрҙе асыҡларға, бер йыл элек айырылышҡан ире төн уртаһында килгән. Балаларҙың йоҡоһон бүлеп, ҡоттарын алып, низағ ҡуптарған.
Талаш ҡыҙғас, ир бысаҡ алған да, ҡатындың ҡулына бер нисә тапҡыр сәнскән.
19 йәшлек ҡыҙ әсәһен яҡларға маташа. Күҙе аларған ир уны ла яралай, шунан бысаҡты элекке ҡатынының муйынына ҡаҙай. Ҡанға батҡан ҡатынды, ҡыҙҙы ҡотҡарырға ынтылмай, енәйәт урынынан ҡаса.
Ҡото осҡан алты йәшлек бала яҡындарының иҫһеҙ кәүҙәләре янына ашыға... 19 йәшлек ҡыҙ аңына килгәс, ашығыс ярҙам саҡырырға көс таба.
Оператив-эҙләү саралары барышында Шишмә эске эштәр бүлегенең енәйәтте тикшереү хеҙмәткәрҙәре Дәүләкән районынан коллегалары менән берлектә ғәйепләнеүсенең ҡайҙалығын асыҡлай һәм уны ҡулға ала.
42 йәшлек ирҙе полиция бүлегенә алып киләләр, унда ул ғәйебен таный.
Әлеге ваҡытта үлтереү һәм үлтерергә маташыу факты буйынса енәйәт эштәре ҡуҙғатылған. Был турала БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Был енәйәт буйынса тәфтишселәр тикшереү алып бара: https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2026-01-27/a-a-tyna-alyn-an-4552009
Фото: https://vk.ru/mvdporespublikebashkortostan
Видео: https://web.telegram.org/k/#@sledcom02