Алдан яҙыуыбыҙса, Шишмә районында элекке ҡатынын үлтереүҙә һәм ҡыҙын үлтерергә маташыуҙа ғәйепләнгән урындағы кеше һаҡ аҫтына алынған.
Шишмә район-ара тәфтиш бүлеге Шишмә районында йәшәүсе 42 йәшлек ирҙе айырыуса аяуһыҙ рәүештә бер кешене үлтереү һәм икенсе кешене үлтерергә маташыуҙа ғәйепләй. Тәфтиш үтенесе буйынса, суд уға һаҡ аҫтына алыу сараһын һайлай.
- Тикшереү версияһы буйынса, ағымдағы йылдың 23 ғинуарында фигурант 41 йәшлек элекке ҡатыны янына Игнатовка ауылына килеп, улар араһында даими килеп тыуған көнкүреш конфликттары менән бәйле мөнәсәбәттәрҙе асыҡларға тырыша, - тиелә тәфтишселәрҙең рәсми хәбәрендә. - Торлаҡта шулай уҡ парҙың дүрт ҡыҙы була, уларҙың өсәүһе 18 йәшкә тиклемге балалар. Һөйләшеү барышында тағы ла ыҙғыш башлана, ир ҡатындың муйынына һәм ҡулына бысаҡ менән сәнсә, шулай уҡ әсәһен яҡларға маташҡан өлкән ҡыҙына ла бысаҡ менән һуға. Ғәйепләнеүсе яман ҡылыҡты ҡылғандан һуң ҡаса. 19 йәшлек ҡыҙ ашығыс ярҙам саҡыра. Медицина хеҙмәткәрҙәренең тырышлығы менән ул ҡотҡарыла, әммә әсәһе ваҡиға урынында вафат була. Тиҙҙән ғәйепләнеүсене Эске эштәр министрлығының оператив хеҙмәткәрҙәре Дәүләкән районында танышының йортонда ҡулға ала. Әлеге ваҡытта ғәйепләнеүсе менән тәүге тикшереү эштәре үткәрелгән, суд экспертизаһы комплексы тәғәйенләнгән, эш буйынса дәлилдәр базаһын йыйыу һәм нығытыу дауам итә.