Бөтә яңылыҡтар

Һауаларҙың сафлығы йәки Көсләү (повесть) 18+

Повестың дауамы. (18 йәштән өлкәндәр өсөн)

Һауаларҙың сафлығы йәки Көсләү (повесть) 18+
Һауаларҙың сафлығы йәки Көсләү (повесть) 18+

Башы: https://ye102.ru/articles/litra/2020-03-22/aualar-y-safly-y-y-ki-k-sl-povest-734375 һәм 

https://ye102.ru/articles/mahsus/2024-06-08/aualar-y-safly-y-y-ki-k-sl-povest-3803636 

 

Зөлфиәне саҡҡа тынысландырып, өйөнә кире алып барып ҡуйғансы, ҡара тиргә батты. Адресты ҡайҙан белдең, тигәс, ауырлы бисә йәшермәй, паспортыңдан, тип кеҫә телефонын күрһәтте: унда Сабирҙың паспорт биттәре фотоға төшөрөлгәйне. Полицияла ғына эшләй торған кешеһең, тип йомшаҡ ҡына битәрләне уны Сабир. Уйламағанда Зөлфиәнең уның менән етди ҡыҙыҡһыныуы күңеленә май булып яғылды – Нурияның битарафлығы, Ританың ятһыныуы үҙәгенә үткән булған икән.

Һөйәркәһен ҡалдырып, алмаш кейем артынан өйөнә кире әйләнгәйне, биленә алъяпҡыс бәйләгән Нурияның ҡоймаҡ ҡойғанын күреп аптыраны. Сабирҙы ул үҙенә хас булмағанса ҡаушабыраҡ, юғалыбыраҡ ҡаршыланы:

- Әле генә көтмәй инем...

- Мин оҙаҡҡа түгел, - Сабир, айырылышырға йөрөгәс, ҡатынына ҡарамай, залға үтте.

Аш сүмесен ҡулынан ысҡындырмаған Нурия уның артынан эйәрҙе:

- Сәй ҡуйғайным. Хәҙер ҡайнай.

- Рәхмәт. Кәрәкмәй, - Сабир юл сумкаһына кейемен тултырҙы.

- Һин ҡайҙа? – Нурия ишек уйымында тапанды.

 - Унда ҡоймағың көйә, - Сабир майкаһын ала бирҙе лә, кире шкафҡа тыҡты – нимәгә уға эҫе көндө майка?

- Сабир, әйҙә, ултырып һөйләшәйек! – күҙ асып йомған арала аш бүлмәһенә барып килгән Нурия алъяпҡысының осон бөтәрләне, - һин яратҡанса ҡарағат, сейә япраҡтарын һалып, сәй әҙерләнем. Әйҙә, бергә сәй эсәйек!

Көтмәгәндә мөлдөрәп уның ҡарашын эләктерергә тырышҡан ҡатында 20 йәшлек Нурияны күреп, Сабирҙың тыны ҡыҫылды.

- Ярай, улайһа, - тауышы үҙгәргәйне, тамағын кәрәгенән артығыраҡ ҡырҙы. - Бер генә сынаяҡ.   

Нурия аш бүлмәһенә йүгерҙе. Иренән күҙен дә алмай, өйөрөлөп өҫтәлгә тәғәмдәр теҙҙе:

- Мин һин яратҡан холодецты ауылдан алдырҙым, Сабир, тәмле генә, ашап ҡарале! Ауыҙҙа иреп кенә тора. Ҡаймаҡ та алдым, хатта ауыл икмәген! Бына, ҡара, ҡалас! Ҡомалаҡтан ғына! Еҫкәп ҡара! Ммм, хуш еҫтәре бөркөлөп тора!

- Нурия, кәрәкмәй.

Нурия өтәләнгән һайын Сабирға ҡыйыныраҡ була барҙы. Торҙо:

- Мин китәйем.

- Юҡ-юҡ, кире ултыр, хәҙер сәй яһайым мин һиңә, көтөп тор. Ултыр-ултыр! – Нурия уны ултыртып, ҡабаланып-ҡарһаланғанында  ҡапыл бәләгә тарыны - ҡайнап ултырған сәйнүкте өҫтөнә ауҙарҙы. Ҡатыны ҡысҡырып ебәргән ыңғайы, Сабир һикереп тороп, уны күтәрҙе лә, ваннаға елдерҙе. Иренең муйынына һарылған Нурияны ванна эсенә баҫтырып, шлангтан һыуыҡ һыу менән биленән түбән ҡойондорҙо. Нурия үкереп илап, ҡулдарын һелкетте:

- Булды, булды, етер...

Ҡалтыранып, күлдәгенең итәген күтәрҙе. Уның күберсегән боттарын күреүҙән Сабирҙың үҙәгенән әсе ялҡын елпелдәп һыҙылып үтте:

- Нурия, күберсеп килеп сыҡтылаһа!

- Булһын, күберсеһен, янһын әйҙә! Бында минең йөрәк яна, Сабир! Йөрәк яныуҙарына нисек кенә түҙәйем?! Башымды ташҡа орайыммы икән?! Уф-ф, уф-ф, аллаҡайым...

Сабир уның алъяпҡысын, күлдәген сисеште, бәләкәй балалай итеп таҫтамалға ураны ла, күтәреп, карауатҡа килтереп ултыртты:

- Хәҙер мин аптекаға барып, дарыу алып киләм.

- Барма, бер ҡайҙа ла барма, Сабир! – Нурия ике ҡуллап уның усын ебәрмәҫкә ҡырталашты. -  Ҡал бында! Янымда ҡал, Сабирҡай...  

- Боттарың бешкән бит, Нурия, - Сабир ҡатынының боттарына башҡаса тура ҡарай алманы. – Һыҙланырһың, дарыу кәрәк.

- Кәрәкмәй. Миңә дарыу кәрәкмәй. Миңә һин кәрәк! Сабир, миңә тик һин генә кәрәкһең!

- Юҡ, былай бармай! Тыныслан, Нурия! Мин йәһәт кенә барып әйләнәм.

- Ант итәңме?! Ысынлап кире киләңме?

Ниңә генә шулайтып ялбарып ҡарай һуң ул, йөрәгемде әрнетеп, тип Сабир тешләнә-тешләнә аптекаға йүгерҙе. Һиптергес дарыу алғас, өйөнә ҡабаланып атлап, тәмәкеһен йыш-йыш һурҙы. Ғәҙәттә тынысландырған никотиндың был юлы тамсы ла ярҙамы теймәне. Ҡайтып ингәс тә, ҡулын да йыумай йоҡо бүлмәһенә ашыҡты. Оло бәләгә тарыған бәләкәс ҡыҙға оҡшап киткән Нурия уны тыны менән һурып алырҙай көтә ине:

- Килдең... Рәхмәт, Сабир! Яныма ултыр, зинһар!

- Нурия, юҡ, миңә китер кәрәк... ине.

- Китмә... Исмаһам, бөгөнгә булһа ла ҡал! Мин беләм, һин икенсе ҡатын менән хәҙер. Тик бөгөнгә булһа ла ҡал, үтенәм. Бер сәғәткә булһа ла...

Бешкән аяҡтарына дарыу һибер урынға, уны көсләп карауатҡа ултыртырға маташҡан Нурияны йәлләп, эргәһенә ултырҙы. Дарыуҙы үҙе һиптерҙе. Ә оҙон керпек остарында күҙ йәштәре емелдәгән Нурия уға һыйынды. Күҙҙәрен йомоп, иренең түшенә танауын терәп, еҫен еҫкәне:

- Һағындым...

- Ипләп, Нурия, аяҡтарыңды ауырттыраһың, - Сабир уны этәмәксе иткәйне лә, ҡатын нығыраҡ йылышты:

- Сабирҡай, бер ҡайҙа ла китмә... Ҡалсы... Теләһәң, әйҙә икәүләп китәйек был ҡаланан. Мин һинән бала тапҡым килә.

Сабирҙың “ҡылт” итеп иҫерек ҡатынының әйткәне иҫенә төштө: “Ә һинән нимә, үҙең кеүек булдыҡһыҙ тыуыр ине”. Йоҙроғо йомарланды. Карауаттан ҡалҡынды:

- Минән, булдыҡһыҙҙан, бала табырғамы ни?

- Улай тимә!

- Мин түгел, һин әйттең уны, Нурия, - ҡатынынан алыҫыраҡ ҡасҡыһы килде Сабирҙың. - Ә бит минең тиҙҙән балам була. Эйе, һин әйтмешләй, минең кеүек булдыҡһыҙҙан да бала табырға теләүселәр бар!

- Сабир! Кисер! Кисер! – Нурия ире артынан саҡ иҙәнгә ҡапланманы. Бешкән тубыҡтарына һөрлөккәс, көсөк кеүек сыйылданы. Сабир һүгенеп, уны торғоҙҙо:

- Нурия, улайтма!

- Китмә! Ҡалдырма мине! Юғиһә, тәҙрәнән ташланам!

- Ярай-ярай, китмәйем! – булған икән был бисәләргә, тип һөйләнеп, Сабирға ҡатыны янында ҡалырға тура килде. Бәҙрәфкә барғанында Зөлфиәгә, арыным, иртәгә иртән киләм, тип смс яҙҙы, төн уртаһында уның ялбырап килеп ҡуйыуынан шыртланы.

Элек нисек йоҡо бүлмәһенән ҡыуһа, шундай уҡ яндырайлыҡ менән ҡатыны уны үҙе эргәһенә кире ятҡырҙы. Бер аҙ тынысайған Нурия йәлләүес тауыш менән, башым янып бара, Сабир, тип өндәшкәс, маңлайына усын тейгеҙҙе.

- Әүәлгесә, Сабир, зинһар, әүәлгесә, - тип шыбырланы ҡатыны. Һәм Сабир терһәгенә таянып, ҡатынының киң, аҡ маңлайына  ирендәрен терәне:

– Нурия, һин янып бараһың! “Тиҙ ярҙам” саҡыртайыҡмы әллә?

- Юҡ, һин минең “Тиҙ ярҙам”ым. Һин генә. Янымда бул.

Төнө буйы ҡатынын ҡарауылланы Сабир. Һаташа-һаташа йоҡлаған Нурияны ташлап китә алманы.

  Таң менән, ай-вайына ҡарамай, уны травмпунктҡа алып китте. Травмпунктта башына ҡалпағын батырып кейгән, аҡ халатының төймәләре түш тирәһендә ана-бына атылыр кеүек тойолған шәфҡәт туташы ғына ауыҙын ҙур асып иҫнәп ҡаршы алды. Температураһы юғары килеш ҡалған, боттары ҡурҡыныс күберсегән Нурияның аяҡтарына күҙ һалыу менән ул теремекләнде:

- Ниңә шунда уҡ килтермәнегеҙ? Исем-шәрифегеҙ, адресығыҙ... Полисығыҙ үҙегеҙ менәнме? У-у, ниңә шунда уҡ килтермәнегеҙ, тим?!. Нимәгә өмөт иттегеҙ? Йәнегеҙ юҡмы әллә?

Һуңғы һорау Сабирға йүнәлтелгәс, Нурия ирен яҡлашырға маташты:

- Уның ғәйебе юҡ!

Әммә документ тултырған шәфҡәт туташы ҡатындың һүҙен ҡолағына ла элмәне.

- Аяҡ кейемен сисешегеҙ, нимәгеҙҙе ҡарап тораһығыҙ. Йәнегеҙ юҡтыр ул һеҙҙең... Инде сығығыҙ, - тип асыулы һөйләнеп, ирҙе коридорға ҡыуып сығарҙы, телефондан табипты саҡыртҡас, полицияның дежур бүлегенә хәбәр итте:

- ... Криминалға оҡшаған.

- Ниндәй криминал?! Мин үҙем яңылыш сәйнүкте ауҙарҙым! – Нурия ултырған еренән торорға иткәйне, шәфҡәт туташы бер ҡашын өҫкә ҡалҡытып ҡына уны кире ултырырға мәжбүр итте:

  - Асыҡларҙар... Нимә, мин ҡатындарҙы белмәйемме әллә?! Һинең кеүектәр аҙнаһына пачкаһы менән килә. Ирҙәре уларҙы кеше ҡарағыһыҙ итеп туҡмай, яралай, ә улар, имеш тә, йә баҫҡыстан ауа, йә ишек яңағына барып бәрелә, - Нурияның боттарына мәғәнәле ҡараш сәнсте, - йә сәйнүк ауҙара...

- Мин үҙем, үҙем! Сабирҙың бында бер ҡыҫылышы ла юҡ, - башҡа ваҡытта ҡатылыҡ күрһәтә белгән Нурияның ирендәре дерелдәне. – Зинһар, уны ҡыҫтыра күрмәгеҙ...

- Әйттем дә, килерҙәр, һорарҙар, асыҡларҙар. Әйҙә, күрше бүлмәгә, хәҙер табип килеп етер, - шәфҡәт туташы Нурияны өйрәнелгән хәрәкәт менән уңайлы ғына итеп ҡосаҡланы, - атлауы ауырҙыр, миңә таян!..  

 Нурияны дауаханаға һалдылар. Полиция хеҙмәткәре килеп, икеһенән дә һорау алғанда, Нурия Сабирҙың ҡулына йәбешеп ятты, йәнәһе лә, ҡарағыҙ, күрегеҙ, беҙҙең арала бөтә яҡшы, ул миңә зыян ҡыла алмай. Тәртип һағында тороусы үҙ бурысын атҡарып, палатанан сығып киткәс, Сабир ҙа, сәғәтенә күҙ һалып, ҡуҙғалды:

- Ярай, мин ҡайтайым, эшкә ваҡыт.

- Һин... килерһең бит, Сабир? – Нурия уның ҡулын ысҡындырманы.

- Ну да. Кәрәк-яраҡты килтереп китермен. Нимә кәрәк, телефонға яҙырһың.

- Ярай-ярай, яҙырмын. Тәпешкәләр, алмаш эске кейем... ә-ә, һыу, минералканы онотмаҫһың, Сабир.

- Яҙырһың, пока.

- Пока, Сабир.

Дауахананан сығып та өлгөрмәне, телефонына Нуриянан смс-хәбәр килде: “Ташлама мине, Сабир”. Сабир һүгенеп, магазинға инеп бер ярты алды ла, фатирҙарына ҡайтмай, һөйәркәһе йәшәгән урам яғына машинаһын борҙо – эсендәге көсөргәнеште хәҙер үк бушатмаһа, шартлар төҫлө ине.

ХХХ

Боттарын йәйеп, йоҡонан уяныр-уянмаҫ ятҡан бисәгә Сабир арҙан ише ташланып, уға ҡарамай ғына дәртен баҫырып, бушатынғас, уҫал өндәште:

- Бар, ятма, өҫтәл әҙерлә!

- Бәтә-әш... – тип Зөлфиә ауыҙын асҡайны, Сабир екерҙе:

- Һин мине үҙең теләнең түгелме? Ирле булғың килеп, үҙең минең муйынға аҫылынманыңмы? Бар, тор, йүгереп йөрө алдымда! Кәнтәй...

Зөлфиәнең бите тимгел-тимгел ҡыҙарҙы:

- Әпсәңә баҡыр, йәме!

Әммә үҙе тора һалып, иңбашына халатын эләктерҙе лә, өҫтәл әҙерләргә кереште. Сабир бер нөктәгә текәлеп, ашамайынса араҡыны һоғондо. Зөлфиә лә күҙҙәрен майландырып, уға сынаяғын һуҙғайны, ир йоҙроғон уйнатты:

- Уйлама ла! Минең балаға бер тамсы зыян ҡылһаң – үлтерәм!

Быға ни булған, тип бисә шымтайҙы: “Йә-йә, бөгөн һинең көн икән, ти... Ҡонон унлата ҡайтарасаҡмын”.

Иҫермәгән дә һымаҡ ине Сабир, тик аяғына баҫҡас, сайҡалды. Башын һелкетеп, маңлайын усы менән ышҡыны ла, тәмәке тартырға балконға сыҡты. Тәмәкеһен тоҡандырғас, телефонына тексәйҙе. Ике смс-хәбәр Нуриянан ине, уларҙы асып уҡып та торманы Сабир, ә береһе – Ританан: “Һеҙ ҡайҙа? Нишләп эштә түгелһегеҙ?!” Йөрәген һыҙлауыҡ яндырып-телеп үттеме ни... Хатта, үкһеп-үкһеп илағыһы килде. Тәмәкене тәрән итеп ҡат-ҡат һурғас, Ритаға шылтыратты. Уны ғына көтөп торғандай, ҡыҙ шунда уҡ трубканы алды:

- Алло! Һеҙ ҡайҙа юғалдығыҙ! Һеҙҙең арҡала эш туҡтай, Һеҙ шуны аңлайһығыҙмы?

Кемдер уның менән ошолайтып дорфа һөйләшһә, Сабирҙың һарыуы ҡайнап, инәһенән һалдырыр ине, ә Ритаға асыулана ла алмай.

- Көтөп тор, Рита. Минең эштәр хөртөрәк, - сәсәй яҙғансы сигаретты һурҙы.

- Хәҙер Һеҙҙең арҡала барыбыҙҙың да хәле хөртәйәсәк, аңлайһығыҙмы шуны?! Бында клиент ремонтты тиҙерәк бөтөүҙе талап итеп, беҙҙе ҡыҙған табаға баҫтырҙы, ә материалдарҙы кем килтерергә тейеш ине?! Һеҙ бит! Беҙҙе һынатаһығыҙ, Сабир ағай!

- Рита, Ритаҡай, матурым... – тәмәке төпсөгөн балкон аша сиртеп, ир йоҙроғон күкрәгенә терәне, - тыңла мине, Ритаҡай...

- Сабир ағай, Һеҙ иҫерек инде?

- Эйе, әҙерәк эскәнмен.

- Уф-ф... Һеҙҙең менән бындай хәлдә һөйләшеүҙең мәғәнәһен күрмәйем! Айынығыҙ ҙа, килегеҙ!

- Рита, матурым, трубканы бәрмә! Әйтә торған һүҙемде генә әйтергә ирек бир! Ишетәһеңме?! Әйҙә, икәүләп сығып китәйек баш һуҡҡан яҡҡа! Мин һине... – Сабир шыбырлауға күсте. - Түҙә алмайым бына.

- ...Сабир ағай... Һеҙ эскән баштан теләһә нимә һөйләмәгеҙ. Айынығыҙ ҙа, эшкә килерһегеҙ.

- Айыҡ мин, айыҡ! Әҙ генә эскәнмен, тим бит! Өмөт бармы, һин миңә шуны ғына әйт.

- Айынығыҙ ҙа, эшкә килегеҙ.

- Тутыйғош булдыңмы, Рита! Бер үк нәмәне ҡабатлайһың да, ҡабатлайһың! – Сабир ярһыны.

- Һау булығыҙ, - Рита кинәт телефонды һүндерҙе.

Сабир тыңламаған бармаҡтары менән яңынан уның номерын йыйып, шылтыратырға маташты. Әммә ҡыҫҡа гудоктар ғына ишетелде. Ир һөйләнеп, сигарет тоҡандырҙы: “Һин минеке булырға тейешһең, Ритаҡай, минеке буласаҡһың да”.

 Балкон ишеге янында Сабирҙы аңдып тыңлаған Зөлфиә йыш-йыш тын алып, ҡулындағы сепрәкте йомарланы: “Аһ, Рита, тимәк... Бергә сығып китергә, имеш. Китмәй тороғоҙ...” Балконды шар асып, иргә баҡырҙы: “Янғын сығар миңә бында ишшу! Мин эш буйынса барып киләм!”

Ике баҫыр урынға бер баҫып, йәһәтләп йыйынып урамға атылды: “Биреп ҡуйырмын мин һиңә гатауый ирҙе... Белмәйһегеҙ әле һеҙ мине... Юҡ инде, ауыҙға ингәнде төкөрмәйем, бөтәүләй йотам, ә юлыма арҡыры сыҡҡанды сәйнәп, йолҡҡолап ырғытам”.

Ә был мәлдә Рита Сабирҙың һүҙҙәренән аптырашта ҡалып, ни көйөргә, ни көлөргә белмәй ултыра ине. Хәйер, көлөргә кәйефе юҡ – үтә сәйер клиент үҙе алдан һайлаған элиталы дизайнер плиткаһын оҡшатмай, мин икенсене һайлағайным, тип даулашып, Рита уға килешеүҙе, уның үҙенең имзаһын күрһәтһә лә, ыҡҡа килмәй, нервыһын ашай. Икенсе плиткаларҙы алып килеү, яңынан уларҙы йәбештереү ҡиммәткә төшә, ә клиент түләмәйем, үҙ иҫәбегеҙгә эшләгеҙ, тип йәнде ҡыя. Еп кеүек кенә иренле ябыҡ ирҙең: “Һеҙ былай ҙа ремонтты оҙаҡҡа һуҙаһығыҙ”, - тигәнен дә ишеткәс, гел генә клиенттар ыңғайына тороп, матур итеп һөйләшергә, уртаҡ тел табырға күнеккән Рита сәсрәй яҙҙы, көскә үҙен ҡулға алды. Өҙөп кенә ҡуйыр ҙа ине килешеүҙе, ҙур даирәләрҙә өйөрөлгән чиновниктың һуңынан эшенә аяҡ салыуынан хафалаңҡырай. Үҙе өсөн түгел, ҡулы аҫтында эшләгәндәр өсөн яуаплылыҡ тойғоһо ауыҙын йомдора, телен тешләтә. Һәр кемдең йә кредиты, йә ипотекаһы бар, ҡапыл ғына эшһеҙ ҡалһалар, ҡалайтырҙар? Үҙенең дә кредиттары башынан ашҡан. Бер үҙе генә булһа, иҫе лә китмәҫ ине лә бит, Әлфир ҡустыһы, Гитаның бәпестәре уның елкәһендә. Бәләкәстәрҙе хәтерләп, компьютеры артында эшләп ултырған Рита ауыр көрһөндө. Мәле менән бәпестәрҙе ҡосаҡлап һөйөп алһа ла, барыбер ихластан бер ҙә эҫенә алмай ул уларға. Гита алдындағы бурысы ғына ҡай ваҡыт яраттыртамы шул, үҙе лә аңламай. Кисә Әлфир, Рита эштән ҡайтып инеүгә, ана, әсәй ҡайтты, тип торасы. Мин уларға ниндәй әсәй булайым, тип ҡустыһының йөҙөнән алды: “Һиңмайландыңмы? Ә һин уларҙың атаһымы? Иҫәр! Уларҙың әсәһе Гита! Мин түгел!” Гита, Гита... Яратҡан һеңлеһенең үлеме менән һаманғаса килешә алмай, үҙәктәре өҙөлә генә уның. Оло ҡайғыны төпкә-төпкә йәшереп, консервациялағандай, әммә йыш ҡына Гитаның яҡты йөҙө, баҫалҡы ғына тауышы, эскерһеҙ йылмайып ҡарауҙары иҫенә төшә лә, тыны ҡыҫыла. Ҡайғы ташып, хас та ҡырағай януар кеүек, күкрәк ситлеген эстән емереп, тамаҡ төбөнән урғылып сығып бара. Йәһәннәм төпкөлөнә сәкмәлдерткән ҡайғыны саҡ ҡына бушатыр өсөн йән өҙгөс итеп олор, ҡысҡырыр ине ул, тик халыҡ тулы ҡалала яңғыҙ ҡалырға, ҡайҙалыр ҡырға сығырға форсат ҡынаһы юҡ... Бер кемдең һинең ҡайғыңда эше лә юҡ. Рита үҙ тамуғында үҙе генә яна. Ата-әсәһе, туғандары әҙәм рәтлерәк булһа, Гитаны юғалтыу ҡайғыһын бергә-бергә күтәрерҙәр ине, бәлки. Ләкин улай тиһәң, кем һинең йөрәгеңә, уйҙарыңа үтеп инеп, ниндәй уттарҙа яныуыңды тулыһынса тойһон, аңлаһын, белһен? Әллә яҡының ҡосағына алып, сеү-сеү, тип, йә башҡа һүҙҙәре менән йыуатып, башыңды һыйпауы, арҡаңды ҡағыуы ла йәнде имләйме, күңел яраларын дауалаймы икән? Рита быны белмәй. Ул мәхрүм был йылылыҡтан, хәстәрҙән. Һалҡын ҡотоптан ҡасҡандай ҡасты тыуған өйөнән, шул боҙлоҡта туңып ҡуйыуҙан ҡурҡты. Тамсы ла үкенмәй быға. Киреһенсә, әлдә сығып китә алды, юғиһә тормошоноң ниндәй булырын күҙ алдына килтерер өсөн артыҡ аҡыл да кәрәкмәй – ата-әсә юлын ҡыуыр ине. Бала саҡтан кешенең күңеле яҡшылыҡҡа, яҡтылыҡҡа тартылыу менән дә... Япа-яңғыҙ бейеклеккә үрмәләүҙәре бигерәк ҡыйын, күпме көс кәрәк. Тәгәрәп төшөүҙәре генә еңел. Бигерәк тә этеп-төртөп төшөрөргә маташыусылары булһа... Кемдер махсус рәүештә, этлегенә баш була алмай, аҫҡа тәгәрәтһә, кемдер яңылыштан, телен тыя алмауҙан да ҡанаттарыңды һындыра. Был донъяла бар өмөт - тик һинең үҙеңә генә. Сөнки “ышаныслы” тигән кешеләрең дә һынатырға күп һорап тормай. “Сабир ағайҙы ғына алғанда ла... – Ританың уйҙары Сабирҙың “бергә сығып китәйек” тигән һүҙҙәренә барып төртөлдө. – Һы... Анһат ҡына”. Һәр ваҡыт тупаҫ булып күренергә тырышҡан ирҙең уға ҡарата йылы мөнәсәбәтен тоя, өҙөлөп ҡарап китеүҙәрен күрә Рита. Был уны ятһынырға мәжбүр итә. Әлфирҙең Әлфире, Ританың Сабир ағай менән телефондан һөйләшкәнен ишетеп, кинәйәле ҡарап ҡуйған була. Башҡа бисә-сәсә күркәм ирҙең иғтибарынан иреп тә төшәлер, ә Рита... Ә Рита бөтөнләй ярата белмәй. Үҙәге буп-буш. Кемдеңдер үҙәгендә һөйөү ҡояшы үҙенән-үҙе барлыҡҡа килә лә, шуның яҡтыһын, йылыһын ул башҡаларға йәлләмәй өләшә, бүлешкәндән ҡояшы һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә. Ә уға, яратырға өйрәнер өсөн, үҙенә генә тәғәйенләнгән мөхәббәт кәрәк, шикелле. “Мөхәббәт эләккән, ти миңә”, - Рита күңелһеҙ көлөмһөрәне. Мәктәптә уҡығанда ике йәшкә өлкән үҫмергә ғашиҡ булғайны. Шуны уйлап хыялыйланып йөрөүҙәре... Ул үҫмерҙең ҡарарлыҡ бер-ниһе лә юҡ, ҡупшы кейенеп, һауалы морон сөйөүенән башҡа. Танауҙары еҫ тойоп, ир-егет затына шиҡанларға өйрәнеп ятҡан класташ ҡыҙҙарҙың береһе Ританың эс-бауырына инеп, серҙәрен һөҙөп алды ла, һуңынан барыһына ла “алкаштарҙың балаһы кемгә йөрәк атҡанын” рәхәтләнеп таратты. Һылыу, текә ҡыҙҙар Ританан эс тырнап көлдө: “Артын һәрмәп ҡарамай хәстрүш, кемгә йылмандай!” Алды-артында шырҡ-шырҡ килеүселәрҙән ер тишегенә инеп китергә әҙер Рита оҙон телле ҡыҙға, нишләп мине һаттың, тип әрнеп әйткәйне лә, уныһы ауыҙын ғына ҡыйшайтты: “Отвали!” Колхоз рәйесенең берҙән-бер тәкәббер, йүнһеҙ улы иһә уның янынан үтеп барышлай: “Һин һаҫыҡ. Миңә ымһыныр алдынан тәүҙә йыуын”, - тип мыҫҡыллы ыҫылдағас, Рита ауырып түшәккә йығылғайны... Ошондай кәмһетеүҙәрҙән һуң ул бер ир-егетте лә үҙенә яҡын юлатмай, таш ҡапсыҡҡа йәшеренгән. Яҡынлашырға маташыусылар янында уралғанда душ аҫтына инеп ышҡынып йыуынырға, мунсала һыны ҡатҡансы сабынырға тырыша. “Их, мунса төшөргә ине... Үҙ өйөмдә йәшәйәсәкмен мин, былайтып ҡала фатирында тонсоҡҡансы! Әҙерәк кенә нығынып алһам. Шул тиклем мунса һағындырған”, - Ританың үлтереп арҡаһы ҡысытты. Ярҙамсы ҡыҙға һиҙҙермәй генә, иң оҙон линейканы алып, арҡаһын тызыны ла бит, линейка миндек түгел... Телефонға смс-хәбәр килде. Рита номерға ҡараны ла, иренен ҡымтыны – Сабир ағайҙың һөйәркәһенән ине. Рита ул бисәне аҡылһыҙ тиһә лә, хәйләкәрлегенә тел шартлата:  ҡыҙғансыҡ ауырлы ҡатын бер ҙә Сабирға бәйләнмәй, уны өпәкәй-сөпәкәй итә, ахыры, шылтыратыуҙар өсөн бар асыуын тик Рита өҫтөнә төшөрә. Кәрәкле йыһаз, йә эксклюзив материал артынан төрлө ҙур ҡалаларға йөрөгән Сабир Ритаға шылтыратыуы була, бисәкәйҙән смс-тар яуа ла башлай. Ошоға тиклем уларҙы уҡымай юя торғайны, был юлы Рита янауҙарҙы күргәс,  асыуланып, барыһының да күсермәһен эшләп, прокуратура менән полицияға ғариза яҙырға кәрәк, тигән уйҙа нығынды. Тамам тәҡәте ҡороғайны. Ватсаптан хәбәр килде. Әлфир игеҙәктәрҙе фотоға төшөрөп ебәргән. Ауыҙ-морондары бутҡаға буялған малай менән ҡыҙ тешһеҙ ауыҙҙары менән йылмайып ултырған булалар. Ританың эсе бығырланы. Иртәнән бирле ашамағас, асыҡҡан. Төш тә еткән икән.

- Ҡайтып ашап килергә кәрәк, - Рита урынынан торҙо. Ярҙамсы ҡыҙ башын күтәрҙе:

- Мин үҙем менән ашарға килтергәйнем, теләһәгеҙ, бергә ашап алайыҡ.

Рита, әллә, ысынлап та, тегеләй-былай йөрөмәй, ошонда ғына ашарға ла ҡуйырғамы, тип икеләнеберәк өҫтәле янында тапанғас,   өйгә аҙыҡ-түлек алырға, ремонт яһалған коттеджға барып әйләнергә кәрәклеген хәтерләне:

- Юҡ-юҡ, рәхмәт. Бер ыңғайы эшселәргә һуғылам.

Машинаһы янына етәрәк, кемдер уға яҡында ғына исеме менән өндәште:

- Рита!

Рита һиҫкәнеп артына әйләнде. Һәм шул уҡ мәлдә күҙҙәрен яндырып-өтөп, бар битен ялҡын ялмап алды! Ул, ярға ырғытылған балыҡ кеүек, тын да ала алмай, бөгөлдө, ҡулдары менән битен ҡапланы ла: “Әсәй!” – тип йән әсеһенә ҡысҡырҙы. Ә уның битенә, ҡулдарына һаман ут һирптеләр ҙә һирптеләр...  

Ауыҙ-моронон шарф менән ҡаплаған, ҡара күҙлек кейгән Зөлфиә боросло баллонсыҡтан Ританың битенә ҡат-ҡат һиптергәс, үсе ҡанып ҡысҡырҙы:

- Сабирға яҡынлайһы булма! Икенсе юлы кислота һиптерәм битеңә!

Фото: автор

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: