Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
8 Июнь , 22:00

Һауаларҙың сафлығы йәки Көсләү (повесть) 18+

Повестың дауамын теүәл дүрт йыл элек үҙемдең сәхифәгә ҡуйғайным. Бөгөн уны "Йәшлек" гәзите уҡыусыларына тәҡдим итәм. (Ун һигеҙ йәштән өлкәндәр өсөн!)

Һауаларҙың сафлығы йәки Көсләү (повесть) 18+
Һауаларҙың сафлығы йәки Көсләү (повесть) 18+

Айгиздың психы ҡупты: көт, һөйләшербеҙ, тине бит инде, юҡ, рентген кабинетынан сығыуына Ританан елдәр иҫкән! Коридорҙа күренмәгәс, бәлки табип янына ингәндер, тип өмөтләнде. Тик ҡустыһы Әнүәр, инмәнесе, тип ҡулдарын йәйҙе лә, уның ҡулынан рентген һүрәтен алып, яҡтыға ҡараны:

- Һа! Ҡасҡан ҡыҙ таяҡ менән тондорҙо, тиһеңме, ағай? Елле еппәргән... Ярай, иң мөһиме, ярсыҡланмаған, ҡан тамырҙарына, нервыларға хәүеф янамай.

- Гипс һалаһыңмы?

- Юҡ, повязка ғына. Әйҙә, теге бүлмәгә... Шулай ҙа махсус бандаж һатып алырға кәрәк булыр, ағай.

- Ярай, - Айгиздың һаман Ритаға һарыуы ҡайнаны, – прикинь, көт, тинем, сыҡһам – юҡ!

Әнүәр ҡулдарын йыуып, киң бинтты алды ла, уға кушеткаға ултырырға ымлап, көлөмһөрәне:

- Ул ниндәй сәйер мөнәсәбәттәр һеҙҙең арала?

- Ниндәй мөнәсәбәттәр булһын! Әйттең һүҙ, ул миңә һөжүм итте, - Айгиз компьютерға текәлгән шәфҡәт туташына күҙ сите менән генә ҡарап, тауышын кәметте, - аңлашырға кәрәк ине... Етди ғәйеп тағып маташа!

Ҡултыҡ аҫтына валик тыҡҡанда ҡустыһының ҡатыраҡ тотоуына сытырайҙы:

- Ипләберәк, Әнүәр!..

- Хәҙер, хәҙер... Ниндәй ғәйеп?

- Әй, шунда, - Айгиз һау ҡулын бошонҡо һелтәне, - имеш тә, мин уның һеңлеһен... көсләгәнмен.

- Һа! Бына һиңә...

- Ну. Ә мин уның һеңлеһен белмәйем дә. Алкаштарҙың ғаиләһенән улар. Беләңме икән, күрше ауылдан Хафизовтарҙы, Әлмир, Әлфирҙе...

- Ишеткәнем бар...

- Рита - шуларҙың һеңлеһе. Бында эшләй, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә, тиҙәр. Иң бәләкәс һеңлеләре... үлгән. Ипләп, Әнүәр!

- Бөттө-бөттө, - Әнүәр ҡулдарын йыуғас, ағаһына кейенергә ярҙамлашты. – Ә һин, ысынлап, һеңлеһенә теймәнеңме?

- Көләңме әллә?! Үҙебеҙҙең ауылда ла, йөрөйөм, тиһәм, ҡыҙҙар эт тубығынан. 

- Былай ғына һораным.

- Белгән, күргән кешеләрем түгел, тип әйтер инем, былтыр ағаларын ағас ҡырҡырға саҡырырға инеп сыҡтым. Әлмирҙең тыуған көнөн байрам итәләр ине. Шунда бер ҡаҡса ғына үҫмер ҡыҙ күҙгә салынды салыныуға, ләкин мин уның йөҙөн дә иҫләмәйем. Машинала ятҡан коньякты индерҙем дә, Әлмир менән һөйләшкәс тә, сығып киттем. Ә Рита, һин шуны көсләгәнһең, ти...

- Ғәйебең булмағас, ҡайғырма, ағай.

- Ҡайғырмайым да ул ҡайғырыуға. Тик...

“Тик Рита күңелгә ятты”, – тигән һүҙҙәр саҡ теленән ысҡынманы.

- ... Тик йән көйә, бушҡа ғәйеп таҡҡандарына, - ҡустыһына усын һуҙҙы. – Рәхмәт.

- Ә ул Хафизова рентген эшләтте лә инмәнеме шул? – Әнүәр шәфҡәт туташына ҡараны.

Шәфҡәт туташы иңбаштарын йыйырып:

- Ю-юҡ, - тип һуҙҙы. Урынынан тороп, коридор ишеген асты:

- Хафизова!

Айгиз көлөмһөрәне:

- Апай, ул күптән тайҙы.

Шәфҡәт туташы ҡашын йәмерәйтте:

- Нисек тайҙы?

- Шулай.

- Кит инде... Аңһыҙ кешеләр була бит ул! Үҙҙәренә үҙҙәре дошман... Һыҙланып йөрөһә һәйбәтме икән?!

- Әллә инде... Ярай, Әнүәр, ҡайттым мин, - Айгиз ҡабаттан ҡустыһына ҡулын һондо. - Әгәр Рита кире килһә...  

- ... кәрәген бирермен, ағай, - Әнүәр йылмайҙы.

- Ауыҙ йырма. Хәбәр итерһең.

- Юҡ-юҡ, ниндәй ауыҙ йырыу, ти, - ҡустыһының күҙҙәрендә шаян осҡондар һикереште. – Килһә, уны тотҡарлап, һине саҡырырмын, көс ҡулланып та, тотоп булмаһа, һинең өсөн телефонын булһа ла, алып ҡалырмын.

- Ну-ну...

- Ҡайта алаһыңмы?

- Хәҙер әтмәләп ҡарайым...

Әнүәр уға ҡағыҙ тотторҙо:

- Ошо ваҡытҡа приемға. Дарыу һатып ал, һыҙлауҙы баҫа торған. Ыҙалап, түҙеп йөрөмә, ағай.

Шул ике арала тайған, ниндәй кеше ул, тип Айгиз машинаһына сығып ултырҙы ла, телефондан интернетҡа инеп, Ританы эҙләргә тотондо. Социаль селтәрҙә Рита Хафизовалар бер нисәү ине, әммә береһе лә ул эҙләгән һуғыш суҡмары булманы. Интернетта соҡоноп, ҡараштыра торғас, фирмаһын эҙләп тапты бит! Ныҡ ҡыуанып китеүенә үҙе лә аптыраны. Был Рита исемле өлтөк ҡыҙ йәнен хәтәр көйҙөргәйне, әле фирмаһының адресын тапҡанға бала-саға ише шатланып ултырасы... Күтәренке кәйефтә машинаһын ҡабыҙҙы, ҡала уртаһында бер ҡулы бәйле килеш машина менән идара итеүе ауыр булһа ла, радионы ҡысҡыртып, ҡушылып көйләй-көйләй, адрес буйынса юлланды. Ританың фирмаһы ҙур ғына бизнес-үҙәктең икенсе ҡатында урынлашҡайны. Ишектәренә туҡылдатыр алдынан Айгиз тәрән итеп тын алды, тотҡаға үрелде. Шунан туҡтаны. Ингәс, нимә тип әйтер? Ниңә ҡастың тиергәме? Әллә, әйҙә, дәғүәңдең осона сығайыҡ, тип әйтергәме? Ҡыҙҙар менән һөйләшергә бер ҙә баҙағаны юҡ ине, Ританың нәфрәт тулы ҡарашын иҫләп, төкөрөгөн йотто. Килгәс-килгәс - инәм инде, кире боролоп китеп бармам, тип ишеккә туҡылдатты ла, инегеҙ, тигән тауышты ишетеп, тотҡаны үҙенә тартты.

Ҙур, яҡты бүлмәләге өс өҫтәлдең береһе артында ултырған йәш ҡыҙ ҡалҡынып, Айгизды сәләмләне:

- Һаумыһығыҙ! Һеҙ алдан яҙылманығыҙ, аңлауымса?!

- Һаумыһығыҙ! Юҡ. Миңә Рита Хафизова кәрәк.

- Ул... объектты ҡарарға китте. Бәлки, мин Һеҙгә ярҙам итә алырмын? – ҡыҙ ипле йылмайҙы.

- Юҡ, Рита үҙе кәрәк, - Айгиз кеҫәһенән телефонын сығарҙы. – Һинең исемең нисек, һылыуҡай?

- Сәриә, - ҡыҙҙың керпектәре елп-елп итте, - бында минең исемемде һораған Һеҙ беренсе кеше, ағай...

- Ә Рита нисек өндәшә һуң һиңә? Эй, кем әле һин, тиме? – Айгиз үҙенең шаяртыуына үҙе көлдө. 

Айгиздан күҙен дә алмаған Сәриә ҡарашын аҫҡа йүнәлтте:

- Бер нисек тә...

- Улай буламы ни?

- Була.

- Ә күптән эшләйһеңме бында?

- Бер йыл. Мин уҡып та йөрөйөм, тиҙҙән диплом алам, - беренсегә күргән ир алдында бөтә биографияһын һөйләп торғанына уңайһыҙланғандай, Сәриә өҫтәлдәге линейка менән ҡәләмде урындарын алыштырып һалды, шунан икеһен дә органайзерға тыҡты. – Бәлки, сәй, ҡәһүә?

- Рәхмәт, Сәриә, кәрәкмәй. Икенсе юлы, - Айгиз Сәриәгә күҙ ҡыҫты.

- Ә Рита Йәҙгәровна килһә, нимә тип әйтәйем?

- Бер нимә лә. Ҡабат килермен. Ә, бәлки, уның телефон номерын бирерһең?

- Рита Йәҙгәровна рөхсәт итмәҫ шул... Уның рөхсәтенән башҡа бирә алмайым.

- Ярай әләйһә, көсләшеү юҡ, пока, һылыуҡай! – Айгиз үҙенең мөхәббәтле булыуын, ҡатын-ҡыҙҙарға оҡшауын белә, шуға ла үҙен иркен тота. Сәриәгә лә күҙ ҡыҫҡас, уның йөҙөнөң “гөлт” итеп ҡалыуынан ҡәнәғәтлек кисерҙе: “Бар әле дары, бар...” Ританы осратмауын хәтерләп, кәйефе төшөнкөрәне, ләкин үҙен-үҙе дәртләндерҙе: “Офисын тапҡас, үҙен генә табырмын!”

Инде сыҡтым тигәндә, Сәриә уны туҡтатты:

- Ағай... Мин Рита Йәҙгәровнаның номерын бирәм, тик, зинһар, мин биргәнде әйтмәгеҙ!

- Сәриә, һин үҙеңдең хәтәр шәп ҡыҙ икәнеңде беләһеңме?!. – Айгиз йәш ҡыҙға киң йылмайҙы.

Ританың номерын ҡулына эләктереү менән шылтыратырға итте, әммә үҙен-үҙе тыйҙы: “Ҡайтҡас...”   

Юл ыңғайы аптекаға һуғылып, ҡустыһы әйткән дарыуҙарҙы, һыу, бандаж һатып алды.

Ауылға ҡайтыуына пилорамаһы янында торған еңел машинанан егет сыҡты.

- Һо-о! Искәндәр! Сәләм! – Айгиз ике туған ҡустыһын күреү менән ҡулын йәйҙе.

- Сәләм, Айгиз ағай! Һин ранен икән дәһә! Дошман пуляһымы?

- Эйе, шайтҡан, ти!

Ихлас күрештеләр.

Айгиз ҡустыларынан уңды: ана, береһе табипҡа уҡып сығып, тырышып ҡына эшләп йөрөй, Искәндәр ҙә, бәләкәйенән уҡыуҙан әллә ни алдырмаһа ла, юҡты бар итергә ынтылып, донъя көтөргә йәбешеп ята.

– Ҡасан ҡайттың?

- Бер аҙна элек.

- Әйҙә, үт! – Айгиз ҡустыһын эш бүлмәһенә алға үткәрҙе. – Миндә ҡәһүә бар, эсәһеңме?

- Юҡ. Эш буйынса килгәйнем.

- Былай ғына йөрөп ятмауыңды аңлап торам, - Айгиз Искәндәргә ултырғыс шылдырҙы ла, электр сәйнүкте шажлатып ебәрҙе. – Ултырып һөйлә.

- Ҡулыңа ни булды?

- Ҡулға түгел, иңбашҡа. Һин, әйҙә, йомошоңдо әйт.

- Мин вахта араһында тик ятмаҫҡа, тип, үҙемдең эшемде асырға уйлағайным, һинең кәңәшең кәрәк.

- Ниндәй эш?

- Һинең кеүек пилорама асҡанда нисек булыр икән?

- Минең өлөшкә төшөргә итәһеңме әллә?

- Юҡ-юҡ, - Искәндәр уңайһыҙланды.

- Шаяртам, ҡустым. Асам, тиһәң, рәхим ит. Эш барыһына ла етерлек ул.

Ирендәрен бешерә-бешерә йәһәт кенә ҡәһүә уртлап алғас, Айгиз ҡустыһын эйәртеп, пилорама цехына китте.

- Әҙерәк аҡса туплағайным, шуға пилорама асырғамы икән, тип һиңә килдем, - Искәндәр үҙенең уй-фекерҙәре менән бүлеште. – Ошо бизнестың рентабеллеге, пиломатериалдарға һорауҙың күп булыуы ҡыҙыҡһындырҙы.

- Сығымдар байтаҡ ҡына ул, ҡустым, - Айгиз һау ҡулының бармаҡтарын бөкләне, - беренсе урында, ҡорамалдар: таҫмалы пилорама, сарлау станогы, айырыу станогы, бензобысҡылар.

- Уныһы аңлашыла, ағай... Элекке гурт янында ер участкаһын ҡуртымға бирәләр, шуның менән файҙаланмаһам, аҙаҡ үкенермен, тим.

- Унда урманды ҡырҡырға рөхсәт бармы һуң?

- Эйе, бар. Ана шул гуртта оҫтахана асырмын, тигәйнем.

- Әҙер бинаның булыуы яҡшы. Ут үткәнме әле унда?

- Электр бағаналары бар, утты өҙгәндәр.

 - Иң тәүҙә документтар юлларға кәрәк, Искәндәр. Теркәлергә, участканы ҡуртымға алырға, урман ҡырҡырға рөхсәт юлларға, урмансылыҡ менән килешеү төҙөргә... Ҡағыҙ эше күп кенә ул. Хәйер, теләгең ҙур икән, бөтә йырып сығырлыҡ.

- Әҙерәк алдараҡ ҡыймылдамағанмын. Вахта араһында һиңә эшкә инеп, ошонда йөрөп, эштең рәтен-сиратын өйрәнһәм дә булған икән, ағай.

- Әле лә һуң түгел, ҡағыҙ эше менән йөрөгән арала, кил, эшлә, өйрән.

Эш өҫтөндә бөтә күрһәтеп һөйләшеү күпкә отошлораҡ та булды, шикелле, сөнки Искәндәр был осрашыуҙан бик ҡәнәғәт ҡалды. Айгиз үҙе лә ҡустыһына ярҙам итә алғанға ҡыуанды. Элек-электән уларҙың эшһөйәр зат-зәүере үҙ-ара татыу, берҙәм. Һәр быуын бер-береһенә терәк булғанға ла, эштәре көйлө, тормоштары алға бара.

Эштәрен тамамлап, төндә генә өйөнә ҡайтып тәгәрәгән Айгиз арманһыҙ булһа ла, йоҡларға уңайлы торош таба алмай этләнде. Иңбашына көс төштө, ахыры, һынған урын һыҙлай башланы. Айгиз сабыр, ныҡ кеше, серәкәй тейгәнгә лә “сырр” иткәндәрҙән түгел, ләкин әле ҡалай ятһа ла, ҡыйын ине. Шуға ла тороп, таблетка алып ҡапты. Ританы иҫләне. Эшкә әүрәп, уны бер аҙға онотҡайны. Үҙенә, һис бер сәбәпһеҙ ауыр ғәйеп ташлаған Ританың “нәфрәт тулы ҡарашын хәтерләмәҫкә” тигән команда бирҙе. Ғорур ҡиәфәте, уҫал ҡымтылған ирендәре, оҙон сәсе... Айгиз уйынан ғына ҡыҙҙың сәсенән һыйпаны. Ританың ҡатҡыл ирендәренең көсөргәнешен бөтөрөргә теләр ине ул. Уны үпкән саҡта йомшаҡ ҡына итеп бирелһендәр, асылһындар ине шул ирендәр. Бар тәне май кеүек иреп, мамыҡ кеүек ҡосағына инһен, һырылһын, бирелһен...  

Ритаға шылтыратырға, тип ятҡан Айгиз хыял тулҡындарына бирелеп, телефонын тотҡан килеш йоҡоға талды. Арыуы еткәйне, ҡеүәтле хырылдауынан йорт һелкенде.

 

ХХХ

- Был бисә мине тыныслыҡта ҡалдырамы-юҡмы? – Рита йәне көйөп, телефонды өҫтәленә ырғытты. Сабир ағайҙың һөйәркәһе, аҡылдан яҙған кеше шикелле, уны көн дә ҡаңғыртты. Тәүге мәлдә Рита яртаҡыл бисәнең яҙыуҙарына иғтибар итмәһә лә, тора-бара ялҡты. Сабир ағайҙың Ритаға шылтыратыуы була, уның артынса бисәнән янауҙар ҙа яуа: “Ниңә һин уға шылтыратаһың? Ниңә һеҙ аралашаһығыҙ? Һиңә башҡа ирҙәр етмәйме?” Тәүҙә, был турала ҡайҙан белә икән, тип хайран ҡалды, аҙаҡ ул ҡатын үҙе үк серҙе асты: “Сабирҙың телефонындағы бөтә шылтыратыуҙар, смс-хәбәрҙәр минең телефонға килә, так ышто вис аралашҡанығыҙҙы беләм!” Беҙҙең арала бер ни юҡ, тип аңлатып маташҡан булды уға Рита: “Эш буйынса ул миңә шылтырата”. Тик аңлай торған әҙәм түгел ине уныһы. Рита Сабирға, нишләп Һеҙҙең бисәгеҙ миңә теләһә нимәләр яҙа, бәйләнә, эштән айыра, тип телефонындағы, сәхифәләге яҙыуҙарҙы күрһәткәс, ир ҡулдарын йәйҙе:

- Ҡыҙғана. Иҫерек баштан төнгө клубта танышҡайныҡ. Ул минән ауырлы. Хәҙер өйләнеүемде талап итә.

- Ә минең бында ни ҡыҫылышым бар, Сабир ағай?! Ҡаңғыртмаһын мине!

- Эй, иғтибар итмә, ул ауырлы бит, - Сабир йылмайып ҡулын һелтәне. Ул үҙенең тиҙҙән балаһы булырына әйтеп бөтөргөһөҙ шат ине.  

- Уның ауырлы булыуы мине кәмһетергә ирек бирмәй, - иҫе лә китмәй йылмайып торған Сабир ағайға Ританың асыуы ҡупты. – Ниңә уны тыймайһығыҙ? Ул бит Һеҙҙең телефонға хужа булып алған! Һеҙҙең иректе сикләй. Нисек шуға түҙмәк кәрәк? Хәләл ефетегеҙ булһа бер хәл. Ҡуйығыҙ уны урынына! Үҙ урынын белһен! Һеҙ ирме-түгелме?

Сабир Ританың ҡатылығына тәүгә шаһит булып, үпкәләп, һаубуллашмай ҙа офистың ишеген үҙе артынса шаҡылдатып япты.

Ританы яратыуы тураһында күпме әйтергә уҡталып та, ҡыҙ уны һәр ваҡыт ярты һүҙҙә туҡтата килде. Шул “Рита” тип һағыштарына сыҙамай, төнгө клубҡа барып, әлеге Зөлфиә исемле ҡатынға юлыҡты. Бергә ултырып эскәндәрен, Рита хаҡында һөйләгәнен иҫләй, артабан бисә уны биленән ҡосаҡлап, таксиға ултыртты... Иртән тамағы кибеүҙән теле аңҡауына йәбешеп, башы сатнап ауыртҡанға уянғас, Зөлфиә менән шыр яланғас йоҡлап ятыуҙарын күреп, бот араһын тырнаны инде. Ҡасыу уйы менән тороп кейенергә иткәс, әйберҙәрен тапманы. Ул арала Зөлфиә лә күҙҙәрен асып, кейемдәреңде йыуырға һалғайным, тип ыржайып, баш төҙәткес тотторҙо. Ана шунда эсмәҫкә кәрәк булған да бит, әммә Сабир ысынлап бахмурҙан ауырығас, баш тартып торманы. Эсте лә, кире карауатҡа ҡоланы. Зөлфиә йәһәтләп эргәһенә һуҙыла һалды, ирһеүҙән уны ярһып иркәләп һыйпарға, тәнен үбергә кереште. Сабир, әллә үлергә лә ҡуйырға, тип ауырһынып күҙҙәрен асмай ята биргәйне лә, иҫкәрмәҫтән ирлек көсө уянды ла, ҡатынды үҙенә тартты...

Нурия менән ҡасан йоҡлағанын да иҫләмәй. Онотҡанда бер порно ҡарағанын иҫәпкә алмағанда, енси тормошо 100 йәшлек пенсионер бабайҙарҙыҡынан айырылмай – нуль! Өйләнгән кеше булараҡ, башҡа бисә-сәсәгә күтәрелеп тә ҡараманы ул, тик шул Рита ғына йөрәген талдырып, күңелен осондорҙо, теләктәрен ҡуҙғытты, ымһындырҙы. Ә ун биш йәштән көслө зат менән сыуалған, төрлө ирҙәрҙән өс бала табып, уларҙы ата-әсәһенә һелтәгән ҡырҡ йәшлек Зөлфиә енси яҡынлыҡта йылан аяғын киҫкән - бар ере менән Сабирҙы әүрәтергә көсөн, оҫталығын, дәртен йәлләмәй йәбеште. Бына миндек япрағы кешенең һыулы тәненә нисек йәбешә, Зөлфиә лә тап шулай Сабирға һылашып, талпан ише ҡаҙалды. Тәүге иртәлә үк Сабирҙы мас итеп наҙлап, порнофильмдарҙа ғына күргән ғәләмәттәрҙе ҡылып, уның һушын алды. Инде хәлдән тайып, душ ҡойонғас, дымлы кейемен кейеп, тайырға ниәтләгәс, Зөлфиә ишек төбөндә Сабирҙың алдына тубыҡланып тороп, күҙҙәренә ҡарай-ҡарай уның салбар төймәһен ысҡындырҙы... Әле айырылышыуға барып етмәгән саҡтарында ла Нурия айҙар буйына үҙ тәненә яҡын юлатмағас, гелән ас йөрөгән иргә етте – карауатта карусель ҡабаттан зырлап әйләнде. Ярай, берәй көн ҡалайым да, аҙаҡ олағырмын, тип, ҡайнар бисә ҡосағынан саҡ-соҡ һурылып сығып, эшкә йәйәү туйтаңланы – төнгө клуб янындағы машинаһын барып алырға хәле булманы. Ҡайһы арала Зөлфиә уның телефон номерын белгәндер, эштә сағында үҙенә саҡырып шылтыратып, смс-хәбәрҙәр яҙып, ялҡытырға ла өлгөрҙө. Ҡайҙан уға ҡаптым, тип көйөп тә алды. Ләкин кискеһен һалҡын фатирға ҡайтып, Нурияның болотло йөҙөн күргәс, артыҡ теләкһеҙ генә яңынан ут бисәгә китте. Ҡайнар аштар бешереп көтөп алған ҡатын йүгереп йөрөп уның тамағын хәстәрләгәс, сәй яһаны ла, кинәйәле ҡараштар ташлап, пеньюарының элмәген ысҡындырҙы... Ләззәттән үлер хәлгә килгән Сабир ултырғысты артҡа шылдырып, ҡатынды карауатҡа этәрҙе... Һаҡланыу сараһын күрмәй яратыштылар, ул турала уйларға Сабирҙың аңы томаланғайны.

Бер айҙан Зөлфиә, мин һинән ауырлы, тип һөйөнсөләне: “Бәпусик була, Сабирчик!” Тормоздары булмаған аҙғын бисә менән рәхәтләнеп, туйғансы иркәләшеү оҡшаһа ла, гел тайыу яғын самалаған Сабир шатлыҡлы яңылыҡтан үрле-ҡырлы һикерерҙәй булды. Нисәмә йылдар бала һөйөргә хыялланған Сабир һөйәркәһенә яңы күҙлектән ҡараны: төҫ-башы менән ылыҡтырмаһа ла, уның ҡарауы “Сабирчик” тип иҙәнгә түшәлеп ята, уның ауыҙына ғына ҡарап тора, өлтөрәп ярарға тырыша, бар теләктәрен үтәй. Йөрөмтәл булыуы ла хәүефләндермәне, моғайын, йөрөп туйғандыр, тип ышанды.

Зөлфиә Сабирҙың баланы ныҡ көтөүен белгәс, өйләнешергә көсләште. Әммә Сабир: “Бала тыуһын да, шунан ҡарарбыҙ”, - тип икенсегә ғаилә ҡорорға ашыҡманы, бәлки Рита иғтибар итер, тигән төпкөл өмөтө быҫҡыны.

Шул өмөт остоғо арҡаһында Зөлфиә менән аралары боҙола биреп ҡуйҙы. Уларҙың эшенән ҡәнәғәт ҡалған сираттағы клиенттан рәхмәт һүҙҙәрен ишеткән Ританың кәйефе күтәрелеп, Сабирға йылмайып ҡарап, йомшаҡ ҡына итеп усынан ҡыҫҡайны, ир шул уҡ көндө Зөлфиәгә, беҙ бергә була алмайбыҙ, тип телефондан хәбәр итте: “Баланан баш тартмайым, тыуһа, ярҙамлашырмын, ҡарашырмын!” Барыбер Сабирға кейәүгә сығам, тип ҡәһәтләнгән Зөлфиә үҙен тик ыңғай яҡтан ғына күрһәтеп, аҡ ҡына, йомшаҡ ҡына йөрөһә лә, үҙенең теш-тырнағы барлығын ярҙы, истерикаға бирелде: “Шиш һиңә бала! Абортҡа барам мин!” Ҡурҡты Сабир: “Аҡылдан яҙма, баланың ни ғәйебе бар, ул бит тере йән эйәһе!” Шуны тойҙо ут бисә. Хәйер, ул еңел генә еңелгәндәрҙән, артҡа сигенгәндәрҙән түгел ине. Кискелеген Сабирҙарҙың фатиры ишеген дөбөрҙәтте: “Сабирчик, миңә һин генә кәрәк! Һинһеҙ үләм мин! Мин һине яратам!” – тип подъезда яу ҡуптарҙы. Ярай ҙа Нурия өйҙә булманы, юғиһә ике ҡатындың осрашыуы ни менән бөтөрөн күҙ алдына ла килтерергә шөрләне Сабир. Сөнки һөйәркәһеҙ ҙә, ирһеҙ ҙә, эшһеҙ ҙә тигәндәй ҡалған Нурия был мәлгә тактикаһын үҙгәртеп, Сабирҙы ҡайтанан ҡайтарырға йөҙөн яҡтыртҡайны.

Фото: автор.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: