Беҙ Учалы егете Фларид Бирғәлин менән “Йәшлек” гәзите уҡыусыларын тәүге тапҡыр һигеҙ йыл элек таныштырғайныҡ. “Күңелдең ике ҡанаты: береһе йыр булһа, икенсеһе – бейеү” тип аталған һүрәтләмә Һауа-десант ғәскәрҙәренең 85 йыллығы айҡанлы баҫылды. Сөнки Фларид – десантсы. Уны, ул саҡтағы Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы студентын, битеңдәге миңең ҙур, уның тағы үҫеү хәүефе бар, тип армияға алырға теләмәйҙәр. Ләкин егет көн дә эшкә барғандай хәрби комиссариат юлын тапай торғас, барыбер үҙенекен итә, ниәтенә ирешә. Фларид шундай ул – алдына алғанды ҡуймаған ныҡышмал, батыр егет.
Илебеҙҙә мобилизация башланғас, Сибай концерт-театр берекмәһендә эшләгән егеттәргә, шул иҫәптән солист-вокалист Фларид Бирғәлинға ла, уның ҡустыһы Фиданға ла повестка тотторалар.
– Иртә менән хәрби комиссариатҡа барып тикшереү үткәс, әйбер йыйырға ҡайттыҡ, – тип һөйләй кешелекле, ярҙамсыл, туған йәнле Фларид. – Төштән һуң хәрби комиссариаттан шылтыраттылар: “Һеҙҙең бәләкәй балаларығыҙ бар, шуға резервта тороп ҡалаһығыҙ”. Ҡустымды һорағайным, ул йәш, уның һөнәре нығыраҡ кәрәк, балалары ла юҡ, тиҙәр. Йөрәгем әллә нимәшләп китте. Хәҙер көтөп тороғоҙ, мин хәрби комиссариатҡа килеп етәм, тинем. Күҙ асып йомғансы барып еттем дә: “Нисек итеп мин ҡалам, ти, ә ҡустым бара?! Улай булмай! Ҡустымды алаһығыҙ икән, мине ҡалдырмайһығыҙ!” – тинем. Шулай итеп, үҙем ғариза яҙып, ирекле рәүештә МХО-ға юлландым. Ҡустымды ғына ебәреп, үҙем бында нисек тыныс йәшәйем?! Һине алмайбыҙ, тип ҡырҡ кәртә ҡуйһалар ҙа, барыбер артынса ҡуҙғалыр инем.
Ҡазанға барҙыҡ, шунда “учебка”ла булдыҡ. Бер ай уҡығандан һуң, Ростов өлкәһенә ебәрҙеләр. Артабан шунда әҙерлек үттек. Әҙерлек аҙағына тиклем аҙна-ун көн ваҡыт ҡалғас, Луганск яғына барырыбыҙҙы хәбәр иттеләр. Шул мәлдә Мәскәүҙән телеграмма килеп төштө. Командир, Фларид, һеҙҙе Мәскәүгә күсерәләр, тине. Исемлектә өсәү инек: мин, Илнур Сәфәров һәм Әлфир Заманов. Тәүҙә, мин Мәскәүгә бармайым, тип ҡасып йөрөнөм. Юҡ, был бойороҡ, баш тартыу енәйәткә тиң, тип ай-вайға ҡарамай, беҙҙе Мәскәүгә оҙаттылар, унда барғас, һеҙгә бөтәһен дә аңлатырҙар, тинеләр. Баҡтиһәң, мобилизацияланғандар араһынан артистарҙы йыйып, ижади фронт бригадаһы ойошторалар икән. Мәскәүҙә, ҡустымдан айырҙығыҙ, ә бит миңә, һеҙ бергә буласаҡһығыҙ, тип вәғәҙә иткәйнеләр, кире ебәрегеҙ, был бригадаға килергә һораманым, тип етәкселәрҙе ҡаңғырттым. Улар, һин бында кәрәкһең, тиҙәр. Улай мин ныҡ кәрәк булғас, ҡустымды ла ошонда саҡыртып алығыҙ, тип әйтеүем булды, Фиданды телеграмма менән Мәскәүгә саҡырттылар. Ҡустым самолетта төнгө сәғәт берҙә килеп етте, ә таңғы алтыла юлға сыҡтыҡ – 2022 йылдың ноябрендә Херсон яғынан МХО зонаһына индек.
Тәүҙә аңламаным үҙемдең тәғәйенләнеште, беҙ бында нимә эшләйбеҙ ул, тип ихлас күңелдән аптыраным. Сөнки эшебеҙҙең нисегерәк ойошторолорон бер кем дә аңлатманы. Тора-бара беҙ бөтә фронт буйлап концерттар менән йөрөй башланыҡ. Шунан һуң ғына ни тиклем ҙур, яуаплы эш башҡарыуыбыҙҙы белдем – йырлап, һалдаттарҙың кәйефен күтәрәбеҙ, хәрби рухты нығытабыҙ. Һәр икенсе кеше мылтыҡ тотоп ата алһа ла, һәр кем дә йырлай алмай. Ә йыр-моң – кешенең мәңгелек юлдашы. Ниндәй хәлдә лә кеше уға ихтыяж кисерә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында дүрт меңгә яҡын ижади фронт бригадаһы булған. Әлеге ваҡытта дүрт рәсми бригада иҫәпләнә. Мин беренсеһенә эләктем. Алғы һыҙыҡтарҙа ла, окоптарҙа ла, землянкаларҙа ла, госпиталдәрҙә лә сығыш яһайбыҙ. “Прилет”тар ҙа булғаны бар. Ундай мәлдә ҡасабыҙ, сүкәйеп ултырабыҙ, йәшенәбеҙ.
Әйткәндәй, концерттар ҡуя башлаған ғына осорҙа, берәй часҡа барһаҡ, ҡайһы берәүҙәр, нимәгә ул беҙгә һеҙҙең йырығыҙ, тип ҡаршы алды, кире ҡарашта инеләр. Исмаһам, ҡыҙҙарығыҙ ҙа юҡмы ни, беҙгә гүзәл заттың сығышы нығыраҡ оҡшар ине, тиеүселәр ҙә булды. Ә беҙҙең бригадала тик егеттәр бит инде. Концерт ҡуйып бөткәс, шул уҡ һалдаттар килеп, ҡулды ҡыҫып, ҡосаҡлап, күҙ йәштәрен йәшермәй рәхмәт әйтте. “Өйгә ҡайтҡандай булдыҡ, ҙур рәхмәт һеҙгә!” – ошо һүҙҙәр беҙҙең өсөн бик ҡиммәт! Хәҙер музыкаль аппаратура ла, мобиль колонкаларыбыҙ ҙа бар. Көн дә репетиция яһайбыҙ, хәрби-патриотик йырҙар әҙерләйбеҙ.
Урындағы халыҡ өсөн дә концерт ҡуябыҙ. Төрлө милләтле һалдаттар өсөн дә, ерле халыҡ өсөн дә мин үҙ телемдә, башҡортса, йырлайым. Йыр өсөн сик юҡ, тип иҫәпләйем. Айырым да, ҡай ваҡыт дуҫым менән дә бергә сығыш яһайбыҙ.
Үкенескә күрә, ҡустымды минән айырҙылар, май айында. Йәнәһе лә, ул музыкант түгел, тип... Айырым хеҙмәт итһәк тә, имен-һау йөрөйөк, тип теләйем.
Ысынын әйткәндә, кәйеф төрлөсә булып китә. Тик төшөнкөлөккә бирелмәҫкә, позитив кәйефтә булырға тырышабыҙ. Сөнки уйҙарға бата башлаһаң... Ошо уҡ һөйләмдәге “бата” һүҙе асып бирә бар хәлде. Ә беҙгә батырға ярамай, башҡаларға ла өмөт, ышаныс, дәрт өҫтәргә тейешбеҙ.
Айырым ғына билдәле график, йәғни иртән сәғәт алтыла тороп, киске сәғәт унда “отбой” тигән нәмә юҡ. Беҙҙә һәр ваҡыт төрлөсә була. Мәҫәлән, таңғы сәғәт алтыла ла йәки сәғәт унда-ун берҙә лә юлға сығыуыбыҙ ихтимал. Бер частан – икенсеһенә, бер землянканан – икенсеһенә, госпиталдән – окопҡа... Көн буйына шулай йөрөйбөҙ, төнгәсә. Күпме һалдат менән осрашһаҡ та, бер кемдең дә зарланғанын ишеткәнем булманы. Һәр кем маңлайына яҙылған яҙмышты ирҙәрсә күтәрә, ҡуйылған бурысты үтәй. Беҙ ҙә үҙебеҙҙең миссияны атҡарабыҙ. Башҡаса мөмкин дә түгел.
Моңло тауышы менән ҡайҙа ла тамашасыларҙы әсир иткән талантлы Фларид Бирғәлин хеҙмәттәштәре Илнур Сәфәров, Фидан Бирғәлин менән бер рәттән РФ Оборона министрының бойороғо менән министрлыҡтың “Хәрби батырлығы өсөн” II дәрәжәле миҙалы менән наградланды. Тура һүҙле, ҡыйыу, ғәҙел егеткә лайыҡлы награда ул. Яңы йырҙарын иң беренсе беҙгә ебәргән, күңеле йырлап торған Фларидтың “Йәшлек” гәзите менән дуҫ булыуы – беҙгә айырым мәртәбә!
Баныу ҠАҺАРМАНОВА.