Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
24 Ноябрь 2023, 11:06

ЕРҘӘ  ЭҘ ҺАЛҺЫН БЕҘҘЕҢ ДӘ ҒҮМЕР!

* * *

Бынан дүрт йыл элек “Йәшлек” гәзите  биттәрендә ике бөйөк шағирҙың – Рәшит Назаров менән Әсхәл Әхмәтҡужиндың – дуҫлығына арналған “Ташҡа яҙырлыҡ дуҫлыҡ” тигән мәҡәлә сығарғайным. Билдәле булыуынса, Әсхәл ағай үҙенең һәләтле дуҫы Рәшит Назаровтың уға яҙған хаттарын ҡәҙерләп һаҡлап килгәйне. Уның вафатынан һуң хәләл ефете Лүзә Сәхип ҡыҙы был архивты миңә тапшырғайны. Мәҡәләм дә ошо архив материалдарына таянып яҙылды.
Быйыл ноябрь башында Рәшит Назаровтың тыуыуына 79 йыл тулыу айҡанлы киң матбуғат сараларында уның ижади мираҫы тураһында төрлө фекер яңғыраны. Шағирҙың исемен мәңгеләштереү мәсьәләһенең дә тейешенсә хәл ителмәгәне асыҡланды. Уның исеме Талбазылағы гимназияға бирелеп, тыуған ауылы Төрөмбәттәге мәктәптә тик кабинет-музейы ғына асылыуы ла әллә ни дөрөҫтән түгел һымаҡ. Был сетерекле мәсьәләләр киләһе йылда шағирҙың юбилейына  асыҡланыр, тигән өмөттә ҡалабыҙ.
Рәшит Назаровтың һайланма әҫәрҙәренең ике томы бар икәне мәғлүм. Әммә унда башлыса тик шиғырҙары ғына индерелгән. Шағирҙың яҙмалары Өфөләге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты архивында һаҡлана, тибеҙ. Әммә Әсхәл ағайҙың архивындағы хаттары тураһында йәмәғәтселек хәбәрҙар түгелдер. Унда һаҡланған бер нисә сәсмә әҫәрҙе сыҡҡан китаптарҙа күрмәнем. Шунлыҡтан һеҙҙең иғтибарға шағирҙың түбәндәге нәҫерен һәм хикәйәһен тәҡдим итәбеҙ.
Илдар ҒӘБИТОВ.

Ҡәҙерле редакция!
Бына ике нәҫер һәм бер шиғыр ебәрәм. Бәлки, ярарҙай, тип тапһағыҙ, берәй саҡ баҫылып сығыр? Шиғырҙы яҙҙым да, уҡып сыҡҡас, был бүтән берәү әйткәнде яңынан ҡабатлау ғына түгелме икән, тип шикләнеп ҡуйҙым. Хәйер, кем белә... Шулай ҙа ебәрәм.
Сәләм менән Назаров Рәшит, Ауырғазы, Төрөмбәт ауылы.

КЕШЕ

(Нәҫер)

1 февраль, 1968 йылБеҙ ул саҡта сабый ғына инек, ике сабый инек әле беҙ. Тик барыбер бер донъяға ҡарап, беҙ бер төрлө хистән дөрләнек, уй­ҙар менән офоҡтарҙы ваттыҡ, йондоҙҙарға тиклем үрләнек.
Беҙ ул саҡта сабый ғына инек, тик уйыбыҙ, хистән ут алып, сағыу йәшен бу­лып йәшнәп торҙо... Уйҙан ҡеүәт эсеп, хисебеҙ мәғрур диңгеҙ булып тулҡын­ланды... Һәм был йәшен юлын, диңгеҙ дауын еңер һис ни юҡтыр һымаҡ ине, булмаҫ һымаҡ ине донъяла!
Булмаҫ һымаҡ ине!
Китек икәү – зәңгәр офоҡтарға, зәңгәр күккә төбәп ҡарашты. Остоҡ икәү, ике буҙ турғайҙай, таң нурҙары һалған юл менән. Икебеҙгә бергә теүәл ун йәш, икебеҙҙә ике йөрәк бар, ике йөрәк өсөн уртаҡ ҡандай, ике йөрәкте бер итеп ҡушҡан – икебеҙгә бер үк теләк бар. Бөтә байлыҡ тик шул ине, бүтәне һуң ниңә кәрәк? Ташып торған алһыу иртә, йәйрәп ятҡан серле донъя һәм бөтәһен иңләр йөрәк... Шунан башҡа ни һуң кәрәк!
Һәм беҙ – остоҡ!
Уй менән хис беҙгә ҡанат булды. Хыял беҙҙе алға саҡырҙы. Барған һайын офоҡ ары күсте, офоҡ күскән һайын дәрт тә үҫте, беҙ ҡысҡырҙыҡ:
“Ҡайҙа, ҡайҙа-а һи-ин, Тал-ба-зы-ы!”
Ябай ауыл икән ул да ләкин, үҫкәс – белдек, көлөп йөрөнөк. Һәм унда ла, беҙҙең яҡтағыса, яҡты сергә һыуһап, бар малайҙар яңы донъя эҙләп китер булған, алыҫ офоҡтарға осор булған, күк тауҙарға, тап беҙҙәге кеүек, ынтылғандар, аш­ҡынғандар, талпынғандар мәңге ул яҡта ла...
Тик ул саҡта – сихырлы бер донъя, әкиәттәге бер мөғжизә инең, тылсым инең беҙгә, Талбазы! Һәр икебеҙ һинең исемеңде ололарҙан күпме ишеткәйнек, күпме тыңлағайныҡ һинең хаҡта хи­кәйәнең үҙе ябай, үҙе серлеһен... Талбазымы! О, унда бит баҙар! Аҙым һайын серле мөғәзәй, тауыҡ аяғында ул ултыра, тәҡдим итә аҫыл тауарҙарын, ҡапыл тағы йырҙар йырлап ҡуя, егеттәрсә сая һай-һаулап... Ә китаптар, ә һүрәттәр тиһәң – иҫәпһеҙ ул унда, иҫәпһеҙ! Уй ҙа етмәҫ кеүек ине һиңә, буй ҙа етмәҫ кеүек ине һиңә, һине беҙ төш итеп күрә инек, йоҡлап туйғас, хатта өндә лә.
Һәм беҙ юлға сыҡтыҡ серле илгә, шул әкиәт батшалығына:
“Ҡайҙа һи-ин, Тал-ба-зы-ы!..”
Йорттар унда бары аҫылташтан, урамдарға мәрмәр йәйелгән, баҡсаларҙа – көмөш ағастарҙа – көн дә бешә алтын алмалар. Йылғалары – һөттән, күлдәр – ҡатыҡ, ә тауҙары – тотош шәкәрҙән! Сихырлы ҡарт йөрөй, күккә менә, толпар итеп айҙы эйәрләй, йон­доҙҙарҙы еләк итеп йыя, ҡулдарына күҙ ҙә эйәрмәй.
Беҙ уйланыҡ шулай һәм ышандыҡ: былар – дөрөҫ, былар – барыһы хаҡ! Әкиәттән ысын бер ни ҙә юҡ, ялған булмай һис бер әкиәт!
Оҙаҡ барҙыҡ икәү беҙ ул саҡта, оҙаҡ барҙыҡ ҡарап офоҡҡа – етәкләшеп, яланаяҡ килеш, остоҡ, остоҡ ике буҙ турғайҙай, һәм ҡысҡырҙыҡ серле йыраҡҡа икебеҙ бер тауыш менән ярһып: “Ҡайҙа, ҡайҙа-а һи-ин, Тал-ба-зы-ы!..”
Ул саҡтан һуң инде йылдар үтте, аҙмы йылдар үтте ҡыуышып. Маңлайҙарҙы һырҙар телгеләгән, донъя ята, сөнки, беҙҙең иңдә... Офоҡтарҙы шундай киңәйттек! Күкте ергә тиклем яҡы­найттыҡ, ерҙе күккә тиклем үҫтерҙек, шундай бейегәйҙе күк тә шуға! Ҡояшҡа ла нур өҫтәнек хатта, беҙ ҡабыҙҙыҡ яңы йондоҙҙар!
Тик, барыбер ул саҡтағы кеүек, сабый хыял кеүек яҡты булып, асылмаған серле донъяларға, тылсым артындағы үрҙәргә, оса уйҙар йәшен булып йәшнәп, диңгеҙ булып урғый тағы хистәр – алға, гүзәл­леккә һәм бәхеткә – ул саҡтағы, ул саҡтағы кеүек... Ә был йәшен юлын, диңгеҙ дауын еңер һис ни юҡ та, юҡ та ине һәм – булмаҫ та мәңге донъяла!
Һәм бөгөн дә яңы донъяларға, серле офоҡтарҙың артына шул уҡ йөрәк, шул уҡ уйҙар менән, ҡайнар, дәртле хистән иҫереп, ынтылабыҙ – ҡыйыу, ҡурҡыу­һыҙ... Ынтылабыҙ шул сабыйҙар кеүек, өмөт, көрәш, дәрттәр илһамына һуға­рылып, дөрләне о донъя! Һәм ҡысҡы­рабыҙ беҙ: “Ҡайҙа, ҡайҙа-а һи-ин, Тал-ба-зы-ы!..”
Мәңге шулай! Мәңге шулай булыр! Һуңғы кеше ҡалып был Ерҙә, һуңғы йөрәк кенә типкәндә лә – шул саҡта ла – ул да, ул да шулай, үҙенең шул алыҫ, серле, гүзәл үҙ донъяһын – идеалын – эҙләп, Колумбтай  уны асыр өсөн, ауырлыҡҡа, елгә, дауылға ҡаршы атлар ғаләм уртаһынан ошо Кеше:
“Ҡайҙа, ҡайҙа-а һи-ин!..”

МОДЕЛЬ
(Хикәйә)

Бөтәһе лә иҫ киткес гүзәл башланды. Ҡырҙа сәскәләр шатлығынан бейей, һандуғастар көн оҙон шундай дәртләнеп һайрай... Ғәйниә үҙе лә минут һайын бейергә лә, йырларға ла әҙер ине, ләкин бүтәндәрҙән генә уңайһыҙланды... Шулай ҙа, леп-леп иткән шуҡ күбәләк кеүек, бәхетле йылмайыу гел талпынып торҙо уның ирендәрендә. Ҡыҙ яҙғы ҡояш кеүек яҡты, яҙғы гөл кеүек нәфис, яҙғы таң кеүек илһамлы ине был көндәрҙә! Кинәт бөтә кеше уға иғтибар итә башланы. Их, егеттәрҙең ялҡынлы өмөтлө ҡараштарын күрһәгеҙ ине һеҙ! Һөйөү ябай ҡыҙҙы фәрештәгә әүерелдерә. Ғәйниә үҙен ете ҡат күк өҫтөндә итеп һиҙҙе. 
Егете  Фәйзи исемле ине. Үҙенең иң йәшерен, иң матур, иң гүзәл хистәрен өҙөлөп һөйләй ҙә, ҡапыл ашҡынып китеп, ҡаты ҡыҫып ҡосаҡлап ала торғайны Ғәйниәне. Ирендәре ниндәй ҡайнар, ҡомһоҙ ине уның, йөрәге ҡайһылай  көслө тибә ине был саҡта! Үҙенә шул тиклем бәхеттең килеүенә йыш ҡына ышанырға ла ҡурҡты Ғәйниә, ләкин, шуға ҡарамаҫтан, ул бар ине бит, быға ай нурҙары, гөлдәр, йондоҙҙар, бөтә донъя шаһит ине. Аҙаҡ килеп Ғәйниә быға күнекте. 
Бөтәһе лә уға һаман иғтибар итте. Ғәйниә тора-бара быға ла күнекте. Үҙенә ихтирамы ла көсәйә төштө. Әллә нисек ҡапыл сибәрләнеп китте шул ул.
Бер ваҡыт ауылға бер төркөм рәссам килде. Аҙнанан ары торманы улар. Был яҡтың иҫ киткес тәбиғәтен, һоҡланғыс халҡын күреп, илһам алып, бүтән ерҙәргә ашыҡтылар. Ләкин арала йәш кенә егет бар ине, ул үҙе генә ауылда ҡалды. Киткән саҡта иптәштәренең уны: “Берәй ҡыҙға күҙең төштө, ахыры”, – тип шаяртҡанын бер нисә кеше үҙ ҡолағы менән ишеткән, имеш.
– Кем булыр икән ул? – тип баш ватты халыҡ, һәм күҙҙәр ирекһеҙҙән Ғәйниәгә төбәлде. Йәш рәссамдың бер нисә тапҡыр сәйер итеп, ситтән генә уға ҡарап тороуын күреүселәр ҙә тиҙ табылды. 
Билдәле, бындай хәбәрҙән ун туғыҙ йәшлек ҡыҙҙың үтә бер ҡатлы йөрәге һиҫкәнеп ҡуйҙы. 
– Рәссам, рәссам... – тине ул бер ваҡыт, көҙгө алдында әйләнгеләп. – Ул матур егет, йәш... Мин уға оҡшайым шикелле.. Ә Фәйзи һуң?.. Ул... ул ябай ауыл егете генә... Ундайҙар күп. Теләһәм... Юҡ, – тип ҡарар итте ҡыҙ, – Уның менән өҙөлөшөргә кәрәк. Һис кисекмәҫтән! Бөгөн үк, кискә үк!
Ә кисен, уның ҡот осҡос сәйер һүҙҙәрен ишеткәс, Фәйзи бер генә секундҡа, иҫтән яҙғандай, күҙен йомдо, ләкин шунда уҡ ҡыҙға туп-тура ҡараны ла, шарҡылдап көлөп ебәрҙе. 
– Ғәфү ит, Ғәйниә, ғәфү ит, зинһар... Мин дә бит һине... яратмағайным... ә бары... бөтәһе лә күңелһеҙлектән... – егеттең сәйер, шат тауышы шул урында ҡапыл ҡалтыранып китте, шулай ҙа ул үҙен ҡулға алып өлгөрҙө, – Эйе! Был – тап шулай. Һинең быға асыуланмауың күңелле. Һау бул! – һәм, ҡараңғылыҡ эсенә инеп, тиҙ үк күҙҙән юғалды. Ғәйниә лә, был хәлдән ниңәлер йөрәге әрней башлаһа ла, күңеле менән билдәһеҙ шатлыҡ һәм хыял диңгеҙендә бәүелеп, әкрен генә клубҡа ҡарай атланы.
Шул көндән һуң уны, һәр ваҡыт тип әйтерлек, йәш, сибәр рәссам менән йыш күрҙеләр. Улар йә тын ғына һөйләшеп ултыра, йә сәскәләргә төрөнгән туғай буйлап йөрөйҙәр. Рәссам һоҡланыулы ҡараш менән оҙаҡ-оҙаҡ ҡарап тора, уйға сумып йылмая, ниҙер хәл итергә тырышҡандай моңһоу көрһөнә ине. Бер айҙан ул китте. Хушлашыр алдынан ауыл клубында үҙенең “Тәүге мөхәббәт” исемле картинаһын халыҡҡа күрһәтте. Ғәйниә лә шунда ине. Художник, уны сәхнәгә саҡырып сығарып, бөтә халыҡ алдында рәхмәт әйтте. “Ошондай иҫ киткес модель булмаһа, мин ғүмеремдә лә бындай картинаны яҙа алмаҫ инем”, – тине ул, хискә бирелеп, хатта ирекһеҙҙән атылып сыҡҡан йәштәрен һиҙҙермәй генә һөртөп тә алды шикелле. Аҙаҡ, үҙенә шундай ҡунаҡсыллыҡ, иғтибар күрһәткән ауыл халҡына иң яҡшы тойғоларын белдереп, берәй ваҡыт тағы ла килеп сығырға һүҙ бирҙе. Картинаға бөтәһе лә һоҡланды. Бигерәк тә гөлдәргә һәм нурға сумған дауыллы, яҙғы болон буйлап ҡайҙалыр сикһеҙ офоҡҡа табан атлаған иҫ киткес ҡыҙ, Ғәйниәгә шул тиклем ныҡ оҡшаш булған, хыял кеүек гүзәл ҡыҙ, һоҡландырҙы. Ләкин был һоҡланыу һүҙҙәре, ҡәбер өҫтөндә һөйләнгән телмәрҙәй ҡайғылы һәм күңелһеҙ яңғыраны. Бөтә клуб эсен ауыр, уҫал бер тойғо һауа кеүек тултырғайны, солғағайны, шунда булған һәр йөрәк секунд һайын ирекһеҙҙән тертләп ҡуя ине. Ҡапыл ҡайҙалыр алыҫ мөйөштә яңғыҙ, көсһөҙ үкһеү өнө тетрәнде лә, шундай уҡ етеҙлек менән һүнде. Йәш рәссам, сәйерһенеп яҡ-яғына ҡаранғандан һуң, күңелһеҙләнеп, тиҙ-тиҙ генә һаубуллашты ла, үҙен көтөп торған машинаға ултырырға ашыҡты.
Ул киткәс тә әле халыҡ оҙаҡ таралманы. Иң алғы рәттә, һалҡын асыулы күҙҙәрен әле генә картина эленеп торған урынға төбәп Фәйзи ултыра һәм бер ни ҙә күрмәй ҙә, ишетмәй ҙә һымаҡ ине. Бына ул ҡуҙғалды ла, башын эйеп тышҡа сыҡты. Бер аҙҙан Ғәйниә урынынан күтәрелде, ҡурҡҡан кеүек, тирә-яҡтағыларға шикләнеп кенә тиҙ-тиҙ ҡараш ташланы. Бер әхирәтенең иғтибар итеүен күргәс, ирендәре менән йылмайыу яһарға ашыҡты, ләкин ниндәй йылмайыу ине был! Илаһа һәйбәтерәк булыр ине! Уның артынан кемдер берәү яңғыҙы ғына иҫеректәрсә һынһыҙ булып көлөп ҡалды. Уны шунда уҡ тыйҙылар. Бына Ғәйниә әкрен генә тәҙрә эргәһенән үтеп китте. Шундай кескәй, көсһөҙ ине ул!  Әйтерһең, матурлығы ла, һөйкөмлөлөгө лә  рәссамдың иҫ киткес картинаһына күскән дә, ҡыҙҙың үҙенә бер ни ҙә ҡалмаған. Ул күҙҙәре менән генә, сабырһыҙланып, кемделер – шундай, шундай яҡын, яғымлы берәүҙе – эҙләгәндәй тойолдо, таба алманы, ахыры, – ҡулын, меҫкен, хәлһеҙ рәүештә генә һелтәп ҡуйҙы ла, яй ғына ары атланы...
Мәжнүне булмаһа, Ләйлә  тауистан ала ҡарғаға әйләнә. Был дөрөҫ. Шулай ҙа ҡайһылай ҡыҙғаныс!

Р.НАЗАРОВ.



Читайте нас: