Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Сентября , 09:07

Быйылғы Йәйһылыу билдәле булды!

"Йәшлек" гүзәле - 2026" матурлыҡ бәйгеһенең сираттағы миҙгелбикәһенә тауыш биреү тамамланды. Йәй һылыуы - Диана ӘХМӘТГӘРӘЕВА! Еңеүсене ҡотлайбыҙ! Ҡыҙ тураһында сайтта уҡығыҙ. 

Быйылғы Йәйһылыу билдәле булды!Быйылғы Йәйһылыу билдәле булды!
Быйылғы Йәйһылыу билдәле булды!

Диана ӘХМӘТГӘРӘЕВА

Дүртөйлө ҡалаһында тыуған ҡыҙ ғаиләһе менән Өфөгә кескәй сағында күсенгән. Баш ҡалалағы 62-се балалар баҡсаһына йөрөгәндә үк үҙен төрлө яҡлап һынап ҡараған тиктормаҫ ҡыҙсыҡ: бейегән, йырлаған, дуҫтары менән төрлө конкурста ҡатнашып, призлы урындар яулаған.
108-се мәктәпкә уҡырға төшкәс, Диана үҙен эҙләүен дауам итә. Гимнастика, тхэквондо, волейбол менән шөғөлләнә, был йүнәлештәр буйынса ла уңышҡа өлгәшә.
Быйыл Диана унынсы класҡа бара. Туғыҙҙы ҡыҙыл аттестатҡа тамамлаған ҡыҙ менән ата-әсәһе, ҡустыһы ныҡ ғорурлана. Беренсе кластан алып староста, отличница, төрлө олимпиада еңеүсеһе лә үҙе! Белем усағындағы йәш армеецтар ойошмаһының әүҙем ағзаһы булараҡ, баш ҡалалағы күп сарала ҡатнаша. Ирекмән сертификаты ла бар.
Диананың хыялы – киләсәктә тормошта үҙ урынын табып, килемле эш асыу. Маҡсатлы ҡыҙ быны булдырыр!


Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас