

108-се мәктәпкә уҡырға төшкәс, Диана үҙен эҙләүен дауам итә. Гимнастика, тхэквондо, волейбол менән шөғөлләнә, был йүнәлештәр буйынса ла уңышҡа өлгәшә.
Быйыл Диана унынсы класҡа бара. Туғыҙҙы ҡыҙыл аттестатҡа тамамлаған ҡыҙ менән ата-әсәһе, ҡустыһы ныҡ ғорурлана. Беренсе кластан алып староста, отличница, төрлө олимпиада еңеүсеһе лә үҙе! Белем усағындағы йәш армеецтар ойошмаһының әүҙем ағзаһы булараҡ, баш ҡалалағы күп сарала ҡатнаша. Ирекмән сертификаты ла бар.
Диананың хыялы – киләсәктә тормошта үҙ урынын табып, килемле эш асыу. Маҡсатлы ҡыҙ быны булдырыр!
Л. РАИЛОВА.