Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Апрель , 19:30

Йылҡысыҡҡанкүл

Йылҡысыҡҡанкүл — Башҡортостандың Бөрйән районында урынлашҡан. Дауамы сайтта. #Йәшлек #ЮлайКәримовфотоһы.

Йылҡысыҡҡанкүл
Йылҡысыҡҡанкүл

Йылҡысыҡҡанкүлдең ярҙары тигеҙ таштарҙан тора. Улар ҡалын булмаған ләм менән ҡапланған. 16 метр тәрәнлектә ятҡан төбө тигеҙ һәм шыма, төбөнән йыраҡ булмаған стеналары тип-тигеҙ. Йылҡысыҡҡанкүл изгеләштерелһә лә, урындағы халыҡ уның һыуын «насар», ти. Ғалим Эрнст Мулдашев һәм уның ғилми төркөмө күл һыуын шишмә һыуы менән сағыштыра. Һыуҙың минераль составы бер нимәһе менән дә айырылмай кеүек, ә бына культура күҙәнәктәрен тикшереү был һыуҙың көслө апоптозға, йәғни күҙәнәктәрҙең үҙенән-үҙе һәләк булыуына килтергәнен раҫлай. Шуның өсөн күлдең һыуын, ысынлап та, «насар» тип һанарлыҡ нигеҙ бар. Күл Шүлгәнташ мәмерйәһенән алыҫ түгел, Аҡбулат (бөткән ауыл) һәм Ғәҙелгәрәй (Шүлгән) ауылдарына яҡын урынлашҡан. Ярҙары ярайһы уҡ текә. Ҡатнаш урман эсендәге ҙур булмаған аҡланда урынлашҡан.

Һыуы буръяғыраҡ, тулҡынланып тора. Күл буйы — ял итеү урыны. Күл тарихы. Күлдән алыҫ түгел Шүлгәнташ мәмерйәһе, турбазалар урынлашҡан. Йылҡысыҡҡан күле башҡорт эпостары «Урал-батыр» һәм «Аҡбуҙат» менән туранан-тура бәйләнгән.

 

"Башҡорт Википедияһы."

 

Юлай Кәримов фотоһы.

Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас: