Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Апрель , 18:00

Тамуҡты, ожмахты ла күрһәткәндәр

Юлда йөрөгәндә төрлө хәл-мажара хаҡында һөйләшәбеҙ. Бер таныш ҡыҙҙың һеңлеһе хаҡында һөйләгәне ныҡ хәтерҙә ҡалған.

Тамуҡты, ожмахты ла күрһәткәндәр
Тамуҡты, ожмахты ла күрһәткәндәр

– Бер туған һеңлем ҡолап, йыш ҡына аңын юғалта. Оҙаҡ та ятмай,  15 – 20 минут тирәһе. Ошо ваҡытта уға тамуҡты ла, ожмахты ла күрһәткәндәр. Унда нимә күргәнен беҙгә лә һөйләне. «Ҡатын-ҡыҙҙар күп. Ер тырнап илайҙар. Йыраҡтараҡ һәнәк  һымаҡ нимәлер тотҡан ҡурҡыныс нәмә ултыра. Ожмахҡа ла  алып барҙылар.  Унда ныҡ матур. Һәр бер ҡыҙҙың бүлмәләре шул тиклем яҡты, ап-аҡ. Ашарға теләгән бөтә нәмә бар», – ти. Һеңлем үҙе бөтә Ҡөрьәнде белә. Шулай ҙа яулыҡ ябынырға ашыҡмай әле. Аңын юғалтҡанда күргәндәренән бер ҙә ҡурҡмай. «Ирегеҙ булһа, түҙегеҙ. Ирен тыңламай, тамуҡҡа эләккәндәр күп», – тип кәңәшен дә бирә.

Беҙ зат-нәҫелебеҙ менән шундайбыҙ. Кемдер берәй ергә оҙон юлға сығыр булһа, өләсәйемә килеп фатиха ала ине. Ысынлап та, ул оҙатып ҡалһа, юлдары уңа торғайны, – ти  юлдашыбыҙ.

Уның һөйләгәнен тыңлап бөткәс, һәр кемебеҙ нимәлер күрергә һәләтле таныш-тоношон хәтергә төшөрә башлай. Юлдың оҙонлоғо ла шулай һиҙелмәй ҡала.

 

Фото: Т. АМАНОв.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: