Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Декабря 2023, 10:00

Ғәзим матай менән Һиндостанға юлланған

Баймаҡ районының Әбделкәрим ауылы егете Ғәзим Мәхәмәдйәновтың ябай булмаған сәйәхәте дауам итә.

Ғәзим матай менән Һиндостанға юлланғанҒәзим матай менән Һиндостанға юлланған
Ғәзим матай менән Һиндостанға юлланған

Был тәүәкәл егет хаҡында гәзитебеҙ биттәрендә яҙғайныҡ

Баймаҡ районының Әбделкәрим ауылы егете Ғәзим Мөхәмәдйәнов Мәскәү политехник университетында эшләй. Уҡытыусы-инженер. Бала саҡтан мотоциклдар менән ҡыҙыҡһына. Быйыл йәй күптәнге хыялын тормошҡа ашырырға тотонған ул. Мәскәүҙән матай менән донъя күрергә сәйәхәткә сыҡҡан.

Август-сентябрь айҙарында Ғәзим Төркиә, Грузия, Әрмәнстан илдәрен үткән. Хәҙер иһә сәйәхәттең икенсе өлөшөндә Иран, Пакистан, Һиндостан илдәренә юл тота. 10-12 мең саҡрымлыҡ юл үтеп, 26 ғинуарҙа Дели ҡалаһына барып етергә ниәтләй яҡташыбыҙ.

Ғәзимгә уңыштар, хәйерле юлдар теләйек!

Баймаҡ егете матай менән 40 мең саҡрымлыҡ сәйәхәткә сыҡҡан (ye102.ru)

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас