Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Июль 2023, 19:35

Ябай ауыл малайынан – Мәскәү университеты инженерына!

Мәскәү политехник университетында Баймаҡ егете Ғәзим Мөхәмәдйәнов «Веломоторс» (STELS) компанияһы өсөн электр квадроциклы эшләгән! Телеграм-каналыбыҙҙа ошондай шатлыҡлы хәбәр еткергәс, ул бер төндә бөтә интернетты айҡап сыҡты, тотош республика Ғәзимгә ҡарата һоҡланыуын белдерҙе. Баймаҡтан бит ул, булдырыр, тиештеләр. Был башлы егетте Америка ғына урлап ҡуймаһын, тип хафаланыусылар ҙа булды. Борсолорға урын юҡтыр, яҡташыбыҙ «Йәшлек» гәзитенә биргән интервьюһында үҙебеҙҙә ҡалырға теләүен белдерҙе. Баймаҡ районының Әбделкәрим ауылы егете, Мәскәү политехник университетының инженер-конструкторы Ғәзим Мөхәмәдйәнов менән яҡындан таныштырабыҙ.

Барыһы ла – бала саҡтан

Ғәзимдең оҫталығы, үҙе әйтеүенсә, бала сағынан килә.  Техникаға ылығып үҫә ул. Кескәй генә ҡулдары менән мотоцикл, машина, күрше-күләне килтергән көнкүреш ҡорамалдарын күҙ асып йомған арала йүнәтеп бирә. Ҡырҡ йылға яҡын балалар баҡсаһы мөдире булып эшләгән Зөлфиә апай һәм ауыл хакимиәте хеҙмәткәре, оҫта ҡуллы Хәлфитдин ағай ҙа улының һәләтен күреп, уны үҫтерергә тырыша. Ғаилә күпләп гәзит-журнал алдыра. Әсәһе Зөлфиә Муса ҡыҙы 3 йәшлек кенә Ғәзимдең журналдан ҡарап, парашют эшләүен йылмайып хәтерләй.

– Тыштан тимерҙәр индереп, полиэтилендан үҙе эшләне, барыбер осам мин, тип иҙәндә ултырғанын әле лә көлөп иҫкә алабыҙ. Үҫә килә гараждан сыҡманы, ихатала булған запас частарҙан мотоцикл ҡороп алды, шәкәр мамығы аппараты, электр гитараһы эшләне, – ти Зөлфиә апай.

Ғәзим Баймаҡ лицей-интернатында уҡыған йылдарҙа уҡытыусыһы Рәфил Бәҙретдин улы Атанғолов менән физика буйынса район, республика ярыштарында сығыш яһай. Ошо бала саҡтан килгән ынтылышы, таланты егетте Мәскәүҙәге “политех”ҡа илтә. Ғәзим бында үҙен һыуҙа йөҙгән балыҡ кеүек хис итә, тәүге йылда уҡ һабаҡташтары менән бергә электр мотоциклы эшләй һәм Испанияла ярышта еңеү яулап ҡайта. 

Ғәзим эшләгән мотоцикл донъя рекорды ҡуя

– Тәүге курстан «Проект эшмәкәрлеге» тигән фәнде уҡыныҡ. Студенттар командаларға бүленеп, бер йылда ниндәйҙер техника ҡорорға тейеш. Мин мотоциклдар төркөмөн һайланым һәм шунда һайлау конкурсынан үттем. Иң ҡыҙығы – беҙҙең команда үҙе эшләгән техника менән Испанияға ярышҡа барып ҡайтырға тейеш ине. Әлбиттә, электр мотоциклын нулдән башлап ҡороу еңелдән булманы, – ти Ғәзим.

Испаниялағы уҙыш алдынан мотоциклдың бер детале боҙолғас, яҡташыбыҙҙың оҫталығы команданы ҡотҡара. Ул кәрәкле деталде ҡала буйлап эҙләп табып, тиҙ арала алмаштыра. Өҫтәүенә, үҙе пилот булараҡ, ажғырып торған техниканың руленә ултырыуҙан да ҡурҡмай. Өс йыл рәттән Германия, Польша, Испания университеттары араһында беренселек яулай. Дүртенсе курста Ғәзим төркөмдәштәре менән боҙҙа йөрөй торған мотоцикл яһай. Был матай Байкал күлендә сәғәтенә 210 саҡрым менән елдереп үтә һәм донъя рекорды ҡуя.

Былтыр Ғәзим ике хеҙмәттәше менән эшләгән «Smart шаттл» пилотһыҙ универсаль транспорт системаһы «Армия – 2022» форумында күргәҙмәлә тәҡдим ителә. Был эше өсөн яҡташыбыҙ  университеттың «ПИК» йыллыҡ премияһына лайыҡ була.

Ғәзимдең үҙ эшен яратҡаны күренеп тора

– Бишенсе курста диплом эше итеп STELS квадроциклын электрлаштырыуҙы алдым. Уны уңышлы тапшырғас, университеттағы алдынғы инженер мәктәбенә инженер-конструктор итеп эшкә саҡырҙылар. Бында диплом проекты итеп башлаған эшемде тамамлап, презентацияһын үткәрҙек. Хәҙер ике төрлө пилотһыҙ электр машинаһы эшләйбеҙ. Уларҙың береһе парк биләмәһендә кеше ташыу, экскурсиялар үткәреү өсөн булһа, икенсеһе йөк машинаһы, заводтарҙа, парктарҙа ауыр йөктәр күсереүгә тәғәйенләнгән. Бер пассажир прототибы Мәскәүҙең ВДНХ территорияһы буйлап йөрөнө һәм әле уның маршрут көйләүҙәрен серия алды өлгөһөнә күсереү буйынса эшләйбеҙ. Йөк машинаһының да прототибы әҙер, оҙаҡламай презентацияһы буласаҡ.

Һоҡланғыс, шулай бит? Әлбиттә, егеттең тырышлығы ла бар һәм ул бушҡа китмәй. Тәүге уҡыу йылдарында кәрәкле мәғлүмәтте интернеттан, хатта магазинда торған электр мотоциклына ҡарап та өйрәнгәнебеҙ булды, тип уртаҡлаша Ғәзим эшенең үҙенсәлектәре менән. Ә хәҙер яҡташыбыҙ үҙе студенттарҙы техника серҙәренә төшөндөрә, конструктор булараҡ, барыһын да үҙ тәжрибәһендә өйрәтә. Шулай уҡ яңыраҡ алдынғы инженер мәктәбе командаһы менән электр машинаһы, һепереү-вакуум техникаһы проектын әҙерләй башлаған.

Ул һәр саҡ мотоциклда

Ғәзимдең эше бөтә йәшәү рәүешендә лә сағыла. Ҡайҙа ғына бармаһын, ул һәр саҡ мотоцикл өҫтөндә. Студент йылдарында уның менән бөтә Башҡортостанды урап сыҡҡан, Ҡырымға, Карелия республикаһына, Мурманск, Санкт-Петербург ҡалаларына барып ҡайтҡан. Киләсәктә хатта Һиндостан, Вьетнам кеүек илдәргә сәйәхәт итергә ниәтләй. Иң мөһиме, уның һәр башланғысын хуплап, терәк-таяныс булған йәре бар – былтыр Ғәзим Ҡырмыҫҡалы районының Мөкәй ауылы ҡыҙы Зөһрә менән сәстәрен сәскә бәйләгән. Зөһрә Мәскәү мәктәптәренең береһендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. Алыҫ ара тип тормай, ата-әсәләре янына йыш ҡайтырға тырыша йәштәр.

Бығаса Баймаҡ районының Юлыҡ ауылынан сыҡҡан тәүге компьютерҙы уйлап табыусы ғалим Бәшир Рәмиев менән ғорурланһаҡ, хәҙер яҡташыбыҙ, Мәскәү политехник университеты белгесе Ғәзим Мөхәмәтйәнов менән дә хаҡлы ғорурлана алабыҙ. Афарин, Ғәзим! Еңеүҙәрең алда булһын! 

И. ХӘЙҘӘРОВ

Читайте нас: