Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Ноябрь 2023, 12:43

«Улар – беҙҙең киләсәк!»

Булат Солтангәрәев... Эх, йәшәргә лә йәшәргә ине. Тик һәр яҡлап һәләтле егеттең ғүмере бик иртә өҙөлдө. Шуға ҡарамаҫтан, ул тиҫтерҙәренә өлгө булырлыҡ эштәр башҡарып өлгөрҙө: уҡыуҙа, спортта ла маһирлыҡ күрһәтте, олимпиада, конкурс, ғилми-ғәмәли конференция,  турнирҙарҙа алдынғылыҡты бирмәне, йәмәғәт эшендә лә бик әүҙем булды. Бөгөн уның юлын дауам итерҙәй өлгөлө, һәләтле уҡыусылар араһында йыл һайын Булат Солтангәрәев исемендәге республика уҡыусылар конкурсы  ойошторолоп, яңы исемдәр асырға ярҙам итә. «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үткән йәштәр баҫмаларының 100 йыллыҡ байрамында  уның еңеүселәре саҡырылып, бүләкләнеүе лә юҡҡа түгел ине. «Улар – беҙҙең киләсәк, беҙ уларға ҙур өмөттәр бағлайбыҙ», – тип һоҡланыуыбыҙҙы, ғорурланыуыбыҙҙы йәшермәнек.

«Улар – беҙҙең киләсәк!»
«Улар – беҙҙең киләсәк!»

Быйылғы конкурс  ер-һыу атамаларына һәм «Йәшлек» гәзитенең бер быуатлыҡ юбилейына арналды. Йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләргә, ижади йәштәрҙе дәртләндереп, үҫтерергә ярҙам иткән бәйгелә белем биреү усаҡтарынан һәм урта һөнәри белем биреү йорттарынан  барлығы 30-ға яҡын  уҡыусы ҡатнашты. Башҡа йылдарҙан айырмалы рәүештә, ҡатнашыусыларҙың географияһы киңәйеүе, студенттарҙың әүҙем ҡатнашыуы бик ҡыуандыра.

 «Йәшлек» гәзитенең 100 йыллыҡ юбилейы уңайынан быйыл беренсе урын ике кешегә  – Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ башҡорт гимназияһын тамамлап, әлеге көндә Сорғот ҡалаһында уҡып йөрөүсе  Гөлгизә Иштуғановаға (уҡытыусыһы – Айгөл Айсина)  һәм  Стәрлетамаҡ физкультура колледжы студенты Илгизәр Шәйәхмәтовҡа  (етәксеһе – Лена Шәйәхмәтова) тапшырылды.

Өфө ҡалаһының Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатынан Искәндәр Ғарипов (әҙерләүсе тәрбиәсеһе  – Рим Ғәббәсов ), Әбйәлил районы Асҡар  ауылының Таһир Күсимов исемендәге гимназиянан Алһыу Рәхимова (уҡытыусыһы – Альбина Муллахмәтова)  II урын яуланы.

– Ике йыл элек үҙебеҙгә яҡын булған шишмәлә һыуыҡ һыу менән ҡойона башлағайным. Бер аҙҙан уның Нурый шишмәһе тип аталып йөрөтөлөүен белеп ҡалып, тарихы менән нығыраҡ ҡыҙыҡһына башланым. Ошо эшем менән  урын алып, байрамда ҡатнашыуыма бик шатмын, – ти Искәндәр.

Алһыу Рәхимова – башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән төбәк-ара олимпиада еңгән, туған телдәр буйынса төньяҡ-көнсығыш федераль олимпиада призер булған ҡыҙ, Ҡазан, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларында ла ғилми-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнашып, дипломант исемен яулай. Киләсәктә табип һөнәрен һайлаһа ла, ижади ҡыҙ ҡәләм тибрәтеүен дауам итәсәген белдерҙе.

Ә өсөнсө урын Бөрйән районының Байназар мәктәбенән Вәсилә Әйүповаға (уҡытыусыһы – Рәсимә Баязитова), Өфө районының Шамонин мәктәбенән Шамил Илембәтовҡа (уҡытыусыһы – Ләйсән Хәбибуллина), Баймаҡ ҡалаһының 3-сө мәктәбенән Айлина Баязитоваға (уҡытыусыһы  – Лиза Ниғмәтуллина) бирелде.

 – Булат Солтангәрәев исемендәге конкурста икенсе йыл рәттән ҡатнашам. Былтыр «Халҡым киләсәге» номинацияһында еңеү яулағайным, быйыл өсөнсө урын алдым.   Жюри ағзаларының ижадымды шулай ҙур баһалауы –  минең өсөн ҙур мәртәбә. Ғөмүмән, миңә ер-һыу атамаларын өйрәнеү оҡшай. Был конкурс риүәйәттәргә, легендаларға ҡыҙыҡһыныуымды тағы арттырҙы, киләсәктә лә эҙләнеүҙәремде дауам итәсәкмен, – ти Вәсилә.

– Ҡартатайыма 75 йәш. Ул ғүмере буйы колхозда эшләгән. Бергә йөрөгән ваҡытта гел генә миңә ер-һыу атамаһы хаҡында һөйләп, таныштырып йөрөй. Йәштәр был атамаларҙы белмәй үҫә инде, тип ҡайһы ваҡытта көйәләнеп тә китә. «Йәшлек» гәзитендә «Селмуртты беләһегеҙме?» тигән мәҡәләм донъя күргәс, бик ҡыуанды, – ти Шамил.

Байрам килеүсе еңеүселәргә аҡсалата премия, гәзитебеҙҙең Шөһрәтнамәһе, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды, уларҙы әҙерләгән уҡытыусылар ҙа Шөһрәтнамә менән бүләкләнде.

Әйткәндәй, Мәләүез районының Нөгөш мәктәбенән Эвелина Бикташева, Белорет районының Шығай мәктәбенән  Рәсим Юнысов, Стәрлетамаҡ ҡалаһының  В. И Ленин исемендәге 2-се лицей-интернатынан Алина Ҡоҙаҡаеваларҙың да ижади эше юғары баһаланып,  махсус призға лайыҡ булды. Конкурста ҡатнашҡан  барлыҡ уҡыусы һәм  студентҡа, уларҙы әҙерләгән уҡытыусыларға ла Шөһрәтнамәләр, иҫтәлекле бүләктәр тапшырыласаҡ. Уларҙы редакциянан килеп алығыҙ. 

 

 

Юлай КӘРИМОВ фотолары.

«Улар – беҙҙең киләсәк!»
«Улар – беҙҙең киләсәк!»
«Улар – беҙҙең киләсәк!»
«Улар – беҙҙең киләсәк!»
«Улар – беҙҙең киләсәк!»
«Улар – беҙҙең киләсәк!»
«Улар – беҙҙең киләсәк!»
«Улар – беҙҙең киләсәк!»
«Улар – беҙҙең киләсәк!»
«Улар – беҙҙең киләсәк!»
«Улар – беҙҙең киләсәк!»
Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: