Баймаҡ районының Иҫке ауылында маскировкалау селтәре үреүҙәре хаҡында яҙғайныҡ. Бөгөн Иҫке Сибай ауыл биләмәһе хакимиәте эштәрҙең уң булыуы хаҡында хәбәр ебәрҙе.
- Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәребеҙгә ярҙам итеүҙә бөтәһе лә әүҙем ҡатнаша: ҡатын-ҡыҙҙар советы, Ағинәйҙәр хәрәкәте, балалар баҡсаһы, мәктәп, китапханасылар, ауыл хакимиәте, клуб хеҙмәткәрҙәре һәм, әлбиттә, яугирҙарҙың ата-әсәләре. Әле өс маскировкалау селтәре әҙерләп бөттөк, уларҙың дөйөм оҙонлоғо - 60 метрҙан ашыу. Материалдар һатып алыуҙа ауылдаштарыбыҙ, эшҡыуарҙар Линиза Ирмәкова һәм Урал Яҡшыбаев ҙур ярҙам күрһәтте. Әйткәндәй, Урал Салауат улының улы махсус операцияла ҡатнаша, - тип сәләм еткерҙе иҫке сибайҙар.
Маскировкалау селтәрҙәре 25 ғинуарҙан һуң гуманитар ярҙам менән бергә ебәреләсәк. Әле ауыл халҡы шулай уҡ аҙыҡ-түлек, фронтҡа кәрәк-яраҡтар йыя.