Күптән түгел Шишмәлә йәшәүселәр маскировкалау селтәрен үреүе хаҡында яҙғайныҡ. Был изге эште иҫке сибайҙар ҙа башлап ебәргән. Ауыл халҡы урындағы клубты оҫтаханаға әйләндергән. Маскировкалау селтәре - фронтта айырыуса кәрәкле әйбер, сөнки ул һалдаттарҙың ғүмерен һаҡлай.
- Һәр кемебеҙ өйөнән алам-һалам йәшел-һоро төҫтәге туҡымаларҙы, камуфляждарҙы, етен ептәрен килтерә. Кемдең ваҡыты бар, килеп ярҙамлашырға мөмкин. Шулай уҡ 25 ғинуарҙан һуң гуманитар ярҙам ебәрергә ниәтләйбеҙ. Әле аҡса, кәрәк-яраҡтар йыя башланыҡ, - тип хәбәр итә Иҫке Сибай халҡы.
Изге эшегеҙ уң булһын, иҫке сибайҙар! Һалдаттарыбыҙ имен-һау ҡайтһын!