

Стәрлетамаҡтан 12 йәшлек Радмир Хөснөтдиновтың ике кеше ғүмерен ҡотҡарыуы хаҡында яҙғайныҡ. Бөгөн ҡала мэры Рөстәм Ғәзизов батыр малай үҫтергән Хөснөтдиновтар менән осрашты. Рөстәм Фәрит улы Радмирҙы Рәхмәт хаты һәм самокат менән бүләкләне, ата-әсәһенә рәхмәт әйтте.
«Балаларҙың батырлыҡ ҡылыуы ҙур әһәмиәткә эйә. Был уларҙың үҙ иленең, ҡалаһының патриоттары, лайыҡлы кеше булып үҫеүҙәре хаҡында һөйләй. Миңә уның менән танышыу һәм ҡулын ҡыҫыу үтә шатлыҡлы. Радмирға 12 йәш, 6-сы гимназияла алтынсы класта уҡый. 2-се спорт мәктәбенә йөҙөүгә йөрөй. Уның тап ошо ҡыҙыҡһыныуы ике кешенең ғүмерен ҡотҡарырға ярҙам иткән дә инде. Һәр саҡ шулай көслө, ҡыйыу, ихлас һәм ярҙамсыл булып ҡал, Радмир! Ата-әсәйеңә рәхмәт!» - тине Стәрлетамаҡ мэры.
Әйткәндәй, Радмир үҙенең батырлығы менән бар илгә танылды. Бөгөн дә уның фотоһүрәттәре, видеояҙмалары миллионлаған аудиторияһы булған төркөмдәргә, сайттарға тарала. Уның кешеләргә күрһәткән яҡшылығы ерҙә ятып ҡалмаҫ. Афарин, Радмир!