Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Июня 2022, 05:57

Батырҙар бар ул!

Ғафури районы хакимиәте башлығы йәш батыр тураһында хәбәр итте. Таныш булығыҙ - Радмир Хөснөтдинов!

Батырҙар бар ул!Батырҙар бар ул!
Батырҙар бар ул!

Уға 12 йәш. Бик ҡыйыу егет үҫеп килә.

Ғафури районы хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов социаль селтәрҙә яҙыуынса, Радмир Усолка йылғаһында батып барған баланы һәм уның атаһын ҡотҡарған.

"Ул ике ғүмерҙе ҡотҡарған. Йылғала 2-се класс уҡыусыһы батып барған, уға ярҙамға ташланған атаһы балаһын үҙе генә сығара алмаған. Яҡында йөрөгән Радмир уйлап та тормаҫтан батыусыларға ярҙамға килгән, ҡотҡарыу баллоны менән аталы-уллыны ярға сығарған. Үҫмерҙең был ярҙамын баһалап бөткөһөҙ. Батырлығы өсөн рәхмәт уға! Улдарын ҡыйыу һәм батыр итеп тәрбиәләүсе ата-әсәһенә айырым рәхмәт!" - тип яҙған хакимиәт башлығы.

Фото:vk.com/fchingizov



Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас