Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
17 Февраль 2023, 08:40

Ҡаран-Йылғаға килгән айыуҙы белгестәр ҡулына тапшырғандар

Ғафури районында көпә-көндөҙ ауылға килгән айыу хаҡында яҙғайныҡ.

Ҡаран-Йылғаға килгән айыуҙы белгестәр ҡулына тапшырғандар
Ҡаран-Йылғаға килгән айыуҙы белгестәр ҡулына тапшырғандар

Айыу балаһы теүәл ике аҙна Суфияновтарҙың хужалығында йәшәгән. Был ваҡытҡа хужалар хайуанға эҫенергә лә өлгөргән.

"Уның ҡарашы хатта үҙгәрҙе, тәүҙә уҫал ине. Бик эҫенеп киттем. Биреп ебәреүе лә ауыр. Бала саҡта атайым да айыу балаларын алып ҡайтҡайны. Ҡырҡ йылдан һуң йәнә ҡабатланды", - ти Рим Суфиянов.

Әле айыуҙы Белорет районына алып барғандар. Ҡыр кейек-януары аҫраған хужалыҡ етәкселәре ваҡытлыса тәрбиәгә алырға теләк белдергән.

"Үлән ҡалҡыу менән иреккә сығарасаҡбыҙ. Уға ашарға етерлек. Өфөнән егеттәр балыҡ ебәрә. Торттар килтерәләр. Был улар өсөн деликатес. Айыуҙы һәйбәт тәрбиәләйәсәктәр", - ти һунарсылар берләшмәһе етәксеһе Виталий Гусев.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: