Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
11 Февраль 2023, 08:15

Ярҙамсыл, ихлас та әбүбәкерҙәр

Хәйбулла районы Әбүбәкер ауылының ир-егеттәре махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙың яҡындарын ярҙамынан ташламай. Улар Әлфиә апайға ла ихлас ярҙам итә: бер килгәндә ихаталағы ҡарҙы көрәп китһәләр, әле бына утынын ярып  бирҙеләр.

Ярҙамсыл, ихлас та әбүбәкерҙәр
Ярҙамсыл, ихлас та әбүбәкерҙәр

Улын уйлап, ут йотоп йөрөгән апай иғтибарға айырыуса мохтаж. Ауылдаштарының шундай ярҙамсыл, ихлас булғанына ҡыуанып бөтә алмай ул.

Эш бөткәс, өмәселәр йортҡа инеп, егеттең именлегенә доға ла ҡылды. Донъялар тынысланып, Әлфиә апайҙың улы ла иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: