Уларҙың барыһы ла ауырыу тарата, тип уйларға ярамай, вирус бөжәктәрҙең 2 – 3 процентында ғына йәшәй. Ҡарап тороуға инфекция ауырыуы таратыусы талпанды башҡаларынан айырып булмай. Быны санитар эпидемиология станцияһында ғына тикшереп белеп була. Шуға күрә лә ҡаҙалған талпанды тартып сығарғас, ташларға ярамай, ә берәй һауытҡа һалып, медицина лабораторияһына алып барырға кәрәк.
Талпан төрлө ауырыуҙар таратыу сәбәпле, кеше өсөн генә түгел, малға ла хәүефле. Ҡанэскес ҡаҙалған осраҡта энцефалит вирусы, талпан борреллиозы, эрлихиоз, листериоз, риккетсиоз, спирохетоз һәм башҡа инфекция вирустары менән зарарлауы ихтимал. Һыйырҙа, ғәҙәттә, техас биҙгәге һәм анаплазмоз, аттарҙа энцефаломиелит һәм энцефалит була.
Төрлө сығанаҡ буйынса, ул 60-ҡа яҡын ауырыу тарата. Был ауырыуҙарҙың билдәләре талпан ҡаҙалғандан һуң ике көндән алып ике аҙнанан һуң ғына беленә башлай.
Иң ҡурҡынысы – талпан энцифалеты. Ул үҙәк нервы системаһын зарарлаусы ауыр сир. Эҙһеҙ генә үтеүе лә ихтимал, әммә ҡайһы бер осраҡта ҡулдарҙың, муйындарҙың мускулдарын фалиж һуғып, инвалидлыҡҡа килтереүе мөмкин. Был сирҙең үлемгә килтергән осраҡтары ла бар.
Талпан борреллиозы таяныу-хәрәкәт аппаратына, нервы һәм йөрәк-ҡан тамырҙары системаһына кире йоғонто яһап, кешене оҙаҡ ваҡытҡа хәрәкәтһеҙ ҡалдырыуы, шулай уҡ инвалидлыҡҡа килтереүе менән хәүефле. Сирҙең иң сағыу билдәләренең береһе – талпан ҡаҙалған урында уртаһында аҡ нөктәһе булған ҡыҙыл тап барлыҡҡа килеүе. Әммә һуңғы ваҡытта ауырыуҙың был билдәһе булмаған осраҡта ла зарарланыу күҙәтелә.
Энцефалиттың да, талпан боррелизионың да тәүге билдәләре оҡшаш. Вирус кеше тәнендә 6 – 7 тәүлек йәшәй ала. Шунан кинәт температура күтәрелә, баш, муйын ауырта, уҡшыта, ҡоҫтора башлай, хатта көҙән йыйыра. Әгәр ҙә талпан ҡаҙалғандан һуң ошондай билдәләр барлыҡҡа килә икән, тиҙ арала табиптарға мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ни тиклем иртәрәк дөрөҫ диагноз ҡуйылып, дауалау тәғәйенләнә, тулыһынса һауығыу мөмкинлеге лә шул тиклем арта.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.