Цикорий
Ул беҙҙең сәләмәтлек өсөн файҙалы матдәләрҙең һәм үҙенсәлектәрҙең сығанағы булып тора. Бауырҙы һәм үт ҡыуығын зарарһыҙландырыуҙа ҙур ярҙам күрһәтә. Тамыры үт ҡыуығы таштары барлыҡҡа килеүенә юл ҡуймай. Ике стакан ҡайнар һыуға бер ҡалаҡ ваҡланған цикорий тамыры ҡушып әҙерләнгән сәй бауырҙы сәләмәтләндереү өсөн бик яҡшы дауа. Уны көнөнә ике тапҡыр эсергә кәңәш ителә.
Сөйәл үләне
Был үләнде бауырҙы, үт ҡыуығын, ҡанды таҙартыу, киҫкен респиратор ауырыуҙарҙы дауалау һәм аш эшкәртеү боҙолоуының билдәләрен йомшартыу өсөн файҙаланалар.
Шайтан таяғы
Уның өлгөргән емештәре һәм орлоҡтары бауырҙың туҡымаларын тергеҙергә һәм зарарлы йоғонтонан һаҡларға һәләтле.
Бынан тыш, был үлән бауыр эшмәкәрлеге өсөн бик мөһим булған үт бүленеп сығыуға булышлыҡ итә.
Шайтан таяғы орлоғоноң төнәтмәһе ҡандағы холестерин кимәлен контролдә тоторға ярҙам итә. Шулай уҡ организмды ирекле радикалдар йоғонтоһонан һаҡлаусы һәм бауыр менән үт ҡыуығының ялҡынһыныуын тотҡарлаусы антиоксиданттар менән байыта.
Бөтнөк үләне
Уның япрағы бауырҙың һәм үт ҡыуығының, шулай уҡ аш эшкәртеү системаһының дөрөҫ эшләүенә һөҙөмтәле йоғонто яһай. Бөтнөк үләне мускулдарҙы йомшартып, ашҡаҙан һәм эсәктәр ялҡынһынғанда ауыртыуҙы баҫа.
Куркума
Организмдан токсиндарҙы сығарыуға, ҡанды таҙартыуға һәм тотош организмды яҡшы формала тотоуға ҙур йоғонто яһаусы көслө антиоксидант булып тора. Куркума ҡан әйләнешен дә көйләргә һәләтле, шунлыҡтан уны бауырҙы сәләмәтләндереү өсөн ҡулланырға тәҡдим итәләр.
Һары ҡуҙғалаҡ
Был үҫемлектең тамырын бауырға һәм үт ҡыуығына зыян килтермәҫ өсөн, ҡайһы бер матдәләрҙе һәм препараттар тыйылған осраҡта, организмды таҙатыу өсөн ҡулланалар.
Ҡуҙғалаҡ эсәктәрҙең эшмәкәрлегенә ыңғай йоғонто яһап, эс ҡатыуынан да ярҙам итә. Шулай уҡ бөйөр ауырыуҙарынан да файҙаһы ҙур, сөнки бәүел бүленеүгә булышлыҡ итә.
Таштишәр үлән
Был үләндең файҙалы үҙенсәлектәре әлегәсә өйрәнеп бөтөлмәгән. Әммә бауыр һәм бөйөр менән проблемаларҙы әүҙем бөтөрөүгә ярҙам итеүе билдәле.
Уның дауалау үҙенсәлеге менән файҙаланыу өсөн өс стакан ҡайнар һыуға бер балғалаҡ ошо үләнде һалып, 15 минут ҡайнатырға, һуңынан уттан алып, һыуынғанын көтөргә һәм бер аҙна буйы көнөнә өс тапҡыр эсергә.
Иғтибар! Был үләнде ауырлы һәм бала имеҙеүсе ҡатындарға, шулай уҡ гипертония һәм диабет менән ауырыусыларға эсеү ҡәтғи рәүештә тыйыла.
Ғөмүмән, дарыу үләндәренең теге йәки был ауырыуға ҡаршы көрәштә йәки уны иҫкәртеүҙә бик яҡшы сара булыуы ихтимал. Әммә ҡасан, ниндәй үләнде ҡулланырға белергә кәрәк. Шунлыҡтан фитотерапияны башлар алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.