Астма – ул хроник ауырыу.
Ҡурылдайҙарҙың (бронхи) ҡыҫылыуы һәм лайлалы ҡатламының шешеүе арҡаһында тын алыуы ауырлаша һәм һауа етмәү өйәнәге барлыҡҡа килә. Уны бронхиаль астма тип тә йөрөтәләр. “Астма” һүҙе грек теленән тәржемә иткәндә, тын алыуҙың ҡатмарлашыуы, тын етмәү тигәнде аңлата. Был сир боронғо Мысыр заманынан уҡ булған. 1870 йылда Георг Мориц Эберс тигән кеше Мысырҙа астманы дауалауҙың 700-ҙән ашыу ысулы яҙылған папирус тапҡан.
Бронхиаль астманың ике төп формаһы билдәле: инфекцион булмаған аллергик (нәҫелдән килеүсе) астма һәм инфекцион-аллергик астма. Нәҫелдән килгән осраҡта аллерген менән бәйләнештән ҡасыу һәм астманың инфекцион-аллергик формаһы булған осраҡта тын алыу юлдары ауырыуҙарын, ҡурылдайҙарҙы һәм танау ҡыуышлығындағы ауырыуҙарҙы даими дауалау төп профилактик сара булып тора.
Нимәләр аллерген була ала һәм уларҙан нисек һаҡланырға?
Бронхиаль астманың нигеҙендә аллергендарҙың тәьҫире, организмдың, айырыуса ҡурылдайҙарҙың төрлө артыҡ зыяны булмаған матдәләргә – аллергендарға һәм триггерҙарға үтә лә һиҙгерлеге ята. Шулай уҡ ҡурҡыуҙан һәм психик көсөргәнеш кисереүҙән дә кешелә астма өйәнәге башланыуы ихтимал.
Әгәр йорт хайуандарының йөнө аллерген булһа, улар менән бәйләнеште өҙөргә, йәки профилактик сара булараҡ, өйәнәкте баҫыусы препараттарҙы ҡулланырға кәрәк.
Аквариум балыҡтары өсөн ҡоро ем дә аллерген булыуы мөмкин. Был осраҡта уны икенсе аҙыҡҡа алмаштырырға кәңәш ителә.
Йыш ҡына үҙеңде насар тойоуҙың сәбәбе мендәрҙәргә тултырылған ҡош мамығы, матрастарҙағы йөн булыуы бар. Шуға күрә астматиктарға түшәктәрҙең синтетик материалдан яһалғандарын һайларға тура килә.
Үҫемлектәрҙең һеркәһенә аллергия – иң йыш осрай торған төр. Шуға күрә өйәнәктең үләндәр һәм ағастар сәскә атҡан мәлдә ҡотороуы ихтимал. Уны кисектереү өсөн уларҙан алыҫыраҡ йөрөргә, йә булмаһа медикаменттар ярҙамында һаҡланырға кәрәк.
Астма өйәнәге һәм башҡа аллергия күренештәре дарыуҙар, бигерәк тә аспирин, парацетамол һәм башҡа ауыртыуҙы баҫыусы препараттар һөҙөмтәһендә лә булыуы ихтимал.
Туҡланыу рационынан бал, цитрус емештәрҙе, сәтләүек, шоколад кеүек астма өйәнәген ҡуҙғытыусы аҙыҡтарҙы алырға кәрәк.
Ҡулланған косметика һәм парфюмерия әйберҙәренә лә иғтибарлы булығыҙ, йыш ҡына улар ҙа аллергияға сәбәпсе була.
Шулай уҡ көн торошоноң үҙгәреүе, һауаның бысраныуы, тәмәке төтөнө, һалҡын тейҙереп ауырыу, физик көсөргәнештәр ҙә астма өйәнәгенең ҡабатланыуына килтерә.
Дауалау
Астма өйәнәге бер нисә минуттан күпмелер көнгә тиклем дауам итеүе ихтимал. Әлбиттә, ул кеше ғүмере өсөн хәүефһеҙ түгел, кеше тын алмайынса оҙаҡ тора алмай. Айырыуса ололарҙа һәм балаларҙа сир ауыр үтә. Ғөмүмән, астма өйәнәге һәр кешелә төрлөсә үҫешә.
Ауырыуҙы күп осраҡта дарыуһыҙ дауалап булмай. Шуның өсөн өйәнәктәрҙән тулыһынса һаҡлаусы терапия һәм режимды табип-аллерголог йәки пульмонолог күҙәтеүе аҫтында һайларға кәрәк. Астманы дауалауҙың төп маҡсаты – астма өйәнәген контролдә тотоу, тын алышты нормаға килтереү, ауырыуҙы тыуҙырыусы сәбәптәрҙе бөтөрөү. Ауырыуҙы төп ике төр дарыу менән дауалайҙар: беренсеһе – ул өйәнәкте туҡтатыусы препараттар, икенсеһе – сир ваҡытында кешенең хәлен еңеләйтеүсе дарыуҙар.
Фитотерапия
Ауырыуҙың хәлен төрлө үлән ярҙамында ла бер кимәлдә тотоуға өлгәшергә мөмкин. Бының өсөн кейәү үләне, ҡарағай бөрөһө, үгәй инә үләне, мәтрүшкә, андыҙ тамыры төнәтмәләрен ҡулланырға була.
Кейәү үләне төнәтмәһе
Бер ҡалаҡ кипкән кейәү үләненә бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, бер сәғәт ҡапҡасы ябылған һауытта төнәтергә. Әҙер булғас, көнөнә өс тапҡыр берәр аш ҡалаҡ эсергә.
Ҡарағай бөрөһө
10 г ҡарағай бөрөһөнә бер стакан һыу ҡойоп, талғын утта бер нисә минут ҡайнатҡандан һуң, 2 сәғәт төнәтергә ҡуйырға. Әҙер төнәтмәне көнөнә 3 – 4 тапҡыр берәр ҡалаҡ эсергә.
Үгәй инә үләне
15 г үгәй инә үләне япрағына бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, бер аҙ төнәткәндән һуң, көнөнә 5 – 6 тапҡыр берәр ҡалаҡ эсергә.
Андыҙ
Бер балғалаҡ киптереп ваҡланған тамырҙы бер стакан ҡайнап һыуынған һыуҙа 8 сәғәт төнәтергә һәм һуңынан һөҙөп, көнөнә 3 – 4 тапҡыр берәр ҡалаҡ эсергә.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.