Холестероз менән үт ҡыуығындағы полип – икеһе ике төрлө ауырыу. Полип – ул үт ҡыуығының лайлалы ҡатламының өҫтөнә сығып тороусы бәләкәй генә шеш. Ул холестерин алмашыныуынң боҙолоуы арҡаһында барлыҡҡа килә. Холестерин үт кислотаһына ҡарағанда күберәк була башлаһа, ул ултыра башлай һәм үт ҡыуығының лайлалы ҡатламына полип булып йәбешә. Холестероз да холестериндың күп булыуына бәйле. Әммә был осраҡта айырым полиптар түгел, ә үт ҡыуығының стенкаһы урыны-урыны менән ҡат-ҡат булып тора.
Хәүефләнергә урын бармы?
Холестероз да, полип та бер ниндәй хәүеф тыуҙырмай. Ҡағиҙә булараҡ, медицина тикшереүе үткән ваҡытта уларҙы осраҡлы рәүештә генә асыҡлайҙар. Тик холестероз булған осраҡта үт ҡыуғында таш барлыҡҡа килеү хәүефе бар. Әммә ул да гел була тигән һүҙ түгел. Өҫтәүенә, таш бер нисә айҙа ғына формалашмай, ул бик оҙайлы процесс.
Полиптар ҙа етди хәүефләнеү өсөн сәбәп була алмай. Сөнки улар бер ваҡытта ла яман шешкә әүерелмәй.
Полип барлыҡҡа килһә, нимә эшләргә?
Иң беренсе сиратта уларҙың үҫеш динамикаһын күҙәтеп барырға кәрәк. Ғөмүмән, холестерин полиптары бик әкрен үҫә. Холестероз хаҡында ла шуны уҡ әйтергә мөмкин. Шуға күрә йылына бер тапҡыр УЗИ үтеп торорға һәм үҙгәреш булмаһа, бер нәмә лә эшләргә кәрәкмәй.
Ә инде УЗИ үткән ваҡытта ҡыҫҡа ваҡыт эсендә полиптың ҙурайыуы күҙәтелһә, уйланырға урын бар. Был осраҡта хирург менән кәңәшләшеп, операция эшләтеү мәсьәләһен хәл итергә кәрәк. Башҡа осраҡта иһә операция эшләтергә ашығырға ярамай, сөнки операция ул үт ҡыуығын алдырыу тигән һүҙ.
Полип үҫмәһен өсөн нимә эшләргә?
Кәңәш бик ябай: һәр саҡ ашар алдынан берәр стакан һыу эсергә кәрәк. Организм һыуға ҡытлыҡ кисерергә тейеш түгел. Үт – ул ағып торорға тейешле шыйыҡлыҡ. Шунлыҡтан ул ҡуйырып, үттең бушауын ауырлаштырмаһын өсөн, уны һыу менән шыйығайтып тороу мөһим. Әйткәндәй, һыу таҙа һәм ҡайнатылмаған булырға тейеш.
Сәй, ҡәһүә, һут, компот эсәбеҙ бит һуң, тиер кемдәрҙер. Ысынында улар бөтәһе лә бәүел ҡыуҙырыусы эсемлектәр һәм организмдағы һыу дефицитын көсәйтеүгә генә булышлыҡ итә. Бына ни өсөн ашар алдынан берәр стакан таҙа һыу эсергә кәрәк.
Ә инде сәйһеҙ тора алмайһығыҙ икән, уларҙы үлән сәйҙәре менән алмаштырырға мөмкин. Мәҫәлән, боланут (иван-чай) сәйе. Көнөнә бер стакан ғына ошо сәйҙе эскәндә лә хәлегеҙҙең, йөрәк эшмәкәрлегенең яҡшырыуын, кәйефегеҙҙең күтәрелеүен тойорһоғоҙ.
Ә нилектән холестериндың алмашыныу процесы боҙола?
Сөнки беҙ үҫемлек күҙәнәклегенә ҡарағанда, юғары рафинадлы аҙыҡ-түлекте күпләп ҡулланабыҙ. Ул ун ике илле эсәктең эшмәкәрлеген һүлпәнәйтә. Билдәле булыуынса, үт ҡыуығынан үт эсәктәргә ағып төшөргә тейеш. Һөҙөмтәлә үт тотҡарлана, ҡуйыра, өҫтәүенә инфекция ла эләкһә, холестерин ҡатламдары һәм инфекция һөҙөмтәһе булараҡ, ялҡынһыныу һәм аденома полиптары барлыҡҡа килә. Уларҙың, холестерин полиптарынан айырмалы рәүештә, яман шешкә әүерелеү ҡурҡынысы бар.
Үҫемлек күҙәнәклеге эсәктәрҙең эшмәкәрлеген көйләп кенә ҡалмай, организмдағы бөтә кәрәкмәгән зыянлы продукттарҙы, шул иҫәптән холестеринды ла үҙенә туплай һәм улар тәбиғи юл менән организмдан сығарыла.
Ошонан сығып, тағы шуны кәңәш итергә мөмкин: күберәк көрпә ашарға. Йәйгеһен баҡсала йәшелсә-емеш күп булғанда, унһыҙ ҙа мөмкин, әммә ҡышҡыһын ҡатыҡҡа, ашҡа, сәйгә ҡушып ашарға мөмкин.
Ниндәй аҙыҡ-түлекте ҡулланыуҙы сикләргә?
Үттең составы кешенең күпме ашауына түгел, ә бауырҙың нисек эшләүенә бәйле. Шулай ҙа артыҡ майлы ризыҡтар менән мауығырға ярамай.
Әммә үҫемлек майына өҫтөнлөк биреп, аҡ майҙан тулыһынса баш тартыу ҙа дөрөҫ түгел. Уның составында иң төп антиоксиданттарҙың береһе бар. Өҫтәүенә, ул үт ҡыуығында таш барылҡҡа килеүгә тотҡарлыҡ яһай. Юҡҡа ғына һалдат менюһына көн дә иртән 10 г аҡ май инедерелмәгән.
Үләндәр менән дауаланыу һөҙөмтә бирәме?
Бында бөтәһе өсөн бер кәңәш булыуы мөмкин түгел, һәр айырым осраҡта табип менән кәңәшләшеп эш итергә кәрәк. Тағы ла ун ике иллә эсәктән үт ашҡаҙанға кире сығарылмаймы икән, мотлаҡ шуға иғтибар итергә. Был осраҡта үләндәр менән дауалау тыйыла, сөнки гастритҡа килтереүе ихтимал.
Башҡа осраҡтарҙа иһә үт ҡыуыу юлдарының эшмәкәрлеген яҡшыртыу өсөн һары мәтрүшкә, шиңмәҫгөл, кукуруз емешлеге ауыҙлығы, ромашка, тырнаҡ гөлө төнәтмәләрен ҡулланырға мөмкин.
Дарыуҙарҙан даими рәүештә (2 – 3 аҙна буйы көнөнә өсәр төймә) аллахол менән холензим эсергә кәңәш ителә.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.