Эт – кешенең тоғро дуҫы тибеҙ, ә ҡайһы берәүҙәр өсөн ул дуҫ ҡына түгел, тормош терәге, иң ҙур ярҙамсы, үҙаллылыҡҡа, бойондороҡһоҙлоҡҡа юл асыусы, ҡараңғы донъяла юл күрһәтеүсе лә булып тора. Уларҙың хужаһы менән үҙ-ара мөнәсәбәтенә, бер-береһен һүҙһеҙ ҙә аңлауына хайран ҡалырлыҡ. Түбәндәге яҙмала тап шундай эттәр хаҡында һүҙем.
«Аҡтырнаҡ» ярҙамсы эттәр клубы Өфөлә 2017 йылдың 21 декабрендә ойошторола. Унда республикабыҙҙың төрлө ҡала һәм районынан 32 ярҙамсы эт һәм уларҙың хужалары берләшкән.
– Бер нисә йыл элек беҙ, ярҙамсы һәм юл күрһәтеүсе эттәрҙең хужаларына ярҙам итерҙәй ойошма булдырыу кәрәк, тигән фекергә килдек. Тәүҙә инициатив төркөм булдырып, интернет аша чаттарҙа ғына аралаша инек. Һуңынан иһә республиканың Һуҡырҙар йәмғиәте клуб булдырырға ҡарар итте.
Әлеге ваҡытта беҙҙең клубта Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай, Белорет, Бөрө, Мәләүез, ҡалаларынан Бүздәк, Шишмә, Иглин райондарынан һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр берләшкән. Эттәрҙең төрлөләре – лабрадорҙарҙың һәр төҫө, овчарканың өс төрө, боксер, пекинес һәм алтын ретривер бар. күҙҙәре күрмәгән кешеләргә юл күрһәтеүсе, шулай уҡ ауырыу балаларға ярҙам итеүсе эттәр ҙә бар, – тип һөйләй клуб етәкселәренең береһе Гүзәл Хәсәнова.
Күптән түгел, был ойошманың тыуған көнөнә бәйле, Башҡорт дәүләт аграр университетында «Аҡтырнаҡ» дуҫтарын йыя» тип аталған социаль әһәмиәтле сара ойошторолдо. Унда БР Ауыл хужалығы министрлығы, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, БДАУ уҡытыусылары, студенттар һәм, әлбиттә, сараның төп ҡунаҡтары – ярҙамсы эттәр менән уларҙың хужалары ҡатнашты.
ҡатнашыусыларҙы уҡыу йортоноң фойеһында «Һинең күҙҙәр менән ҡарайым» тигән ҙур күргәҙмә ҡаршы алды. Унда ярҙамға мохтаж кешеләр үҙҙәренең йомшаҡ дуҫтары менән төшкән фотолар урын алғайны. Сара барышында Башҡорт дәүләт аграр университеты менән БР Йәмәғәт башланғыстарына ярҙам күрһәтеү йәмәғәт ойошмаһы араһында мөһим килешеүгә ҡул ҡуйылды.
Артабан клуб ағзаларына төрлө һынау һәм уйындар ойошторолдо. Шуларҙың иң ҡыҙыҡлыларының береһе «Әйҙә, Аҡтырнаҡ» квесты булғандыр. Унда ярҙамсы эттәрҙең хужаларына төрлө ярыш төрө әҙерләнгәйне. Мәҫәлән, улар ҡул менән тотоп ҡарап, әйберҙәрҙең исемдәрен әйтергә тейеш ине. Эткә ҡағылышлы әйберҙәр булғас (муйынсағы, морондоғо һ.б), барыһы ла был һынауҙы уңышлы үтә алды. Шулай уҡ тотоп ҡарап ҡына, ойоҡбаштарҙың парын табыу кеүек һынау ҙа улар өсөн әллә ни ауырлыҡ тыуҙырманы. Иң яратҡан ярыш төрө аҙыҡтарҙы тәмләп ҡарап, исемен атау булғандыр. Конкурсанттарға мандарин, банан һәм кишерҙе билдәләргә кәрәк ине. «Иң тәмле һынау» тип баһаланы улар был ярышты. Еҫкәп ҡарап, банкалағы тәмләткестәрҙе билдәләү ҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Һарымһаҡ, борос, какао, ҡәһүә, дәрсен – уларҙың барыһын да шулай уҡ яңылышмай әйтә алдылар.
Иң ауыр ярыш төрҙәренең береһе – шешәләге һыуҙы бер һауыттан икенсеһенә ҡойоп, һуңынан шешәгә кире тултырыу булды. Күрмәгән килеш ситкә түкмәй генә бушатыуы, әлбиттә, еңел түгел. Әйткәндәй, был конкурстарҙың барыһында ла студенттар ҙа ҡатнашты. Улар һынауҙы күҙ бәйләп үтте. Ҡыҙҙар һәм егеттәр һынауҙың еңелдән түгеллеген билдәләне.
Байрам сараһы бының менән генә бөтмәне. «Аҡтырнаҡ» клубы ағзаларына магазинға барыу кеүек һынауҙы үтергә лә тура килде. Юлбашсы эттәр уларҙы алып йөрөргә тейеш ине. Әйткәндәй, был эттәр юл күрһәтеп кенә ҡалмай, ә хужаһына юлдағы һәр ҡаршылыҡты: баҫҡыстарҙы, боролоштарҙы, боҙлауыҡты аңғартырға ла тейеш. Улар шулай өйрәтелгән. Әлбиттә, бында ла һынатманы улар. Һуңынан сарала ҡатнашыусылар Һуҡырҙар өсөн башҡорт республика махсус китапханаһында йәнле осрашыуҙа ҡатнашты.
Эйе, «Аҡтырнаҡ» клубы бөгөн һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгәндәрҙең күбеһе өсөн һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер. Уның ағзаларының һәр береһенең үҙ яҙмышы, үҙ проблемаһы, әммә бында улар барыһын да онота, бер-береһе менән ихлас аралаша. Ә эттәр иһә үҙҙәрен тотошо, аҡылы менән хайран итә.
Мәҫәлән, хужаһының янында урын алған тыйнаҡ һәм сабыр ғына немец овчаркаһы Черкес шунда уҡ иғтибарҙы йәлеп итә.
– башҡа эттәргә ҡарайым да, үҙемдең этем өсөн ғорурланып ултырам. Бында бик аҡыллы тота үҙен, ә урамға сыҡһа, бөтөнләй икенсе ул, – хужабикәһе Екатерина Килдейәрованың һүҙҙәрендә үҙенең тоғро дуҫына оло һөйөүе ярылып ята.
Нәҫелдән килгән ауырыуға бәйле, күҙҙәре насар күрә башлағас, уға яратҡан эшенән китергә тура килә. өйҙә бикләнеп кенә ултырғыһы килмәгән ҡыҙ юл күрһәтеүсе эт алырға ҡарар итә.
– Немец овчаркаһының холҡо ҡатмарлы, шунлыҡтан бер-беребеҙгә өйрәнеү өсөн бер йыл ваҡыт киткәндер. Өҫтәүенә, ул – минең беренсе этем. Хәҙер иһә Черкестан башҡа тормошомдо күҙ алдына ла килтерә алмайым. Ҡайҙа ғына барһам да, магазинға, дарыуханаға һәм башҡа урындарға тик уның менән йөрөйөм. Айырыуса тормош иптәшем командировкала булған ваҡытта ошондай ҙур ярҙамсым булыуына ҡыуанам, – ти ул.
«Үҙ эшенең оҫтаһы» тигән конкурста Черкес иң яҡшы һөҙөмтә күрһәтте. «Был эт менән уның хужаһы араһындағы бәйләнештең үтә лә ныҡ булыуын, темпераменттары тура килеүен аңлата. Һәр кемдә лә ундай бәйләнеш юҡ», – ти конкурсты ойоштороусы кинолог.
Алмас Заманов – «Аҡтырнаҡ» клубында иң йәш ағзаларҙың береһе. Уның Зерро ҡушаматлы ҡара төҫтәге лабрадоры бар. Юлбашсы этте быйыл октябрҙә генә Купавна ҡалаһынан алып ҡайтҡандар. Әйткәндәй, унда юл башлаусы эттәрҙе әҙерләү үҙәге урынлашҡан. Өйрәтелгән эттәрҙе алыу өсөн тәүҙә махсус курс үтеп, имтихан тапшырырға кәрәк. Һынауҙарҙы уңышлы үткәндәр генә бынан эт алып ҡайта ала.
– Лабрадорҙар кешегә бик тиҙ эйәләшә. Купавнала булған саҡта уҡ беҙгә ныҡ өйрәнде. Үҙҙәре шундай тик тормаҫ, иркәләнеп, һырпаланырға ғына торалар. Өйҙә ике овчарка – Багира менән Графҡа ла бик тиҙ эйәләште, ихата буйлап баҫтырышып уйнап та алалар, – тип һөйләй Алмас.
«Аҡтырнаҡ» клубында иң матур эттәрҙең береһе – Дарьяның пекинес тоҡомло эте Ника ине. Бәләкәй генә ҡупшы эт һәр саҡ хужабикәһенең алдында. «Этең һиңә нисек ярҙам итә?», – тигән һорауға: «ул мине стрестарҙан һаҡлай», – тип йылмая ихлас ҡыҙыҡай. Был һүҙҙәрҙә һаҡлыҡ бар: ҡурсаҡ кеүек эткә ҡарап, бөтә ҡайғы-хәсрәтте оноторға мөмкин.
Шуныһы ҡыҙғаныс: был эттәрҙең хужаларына йыш ҡына йәмәғәт урындарында аңлашылмаусанлыҡ менән осрашырға тура килә. Йә йәмәғәт туҡланыу урындарына индермәйҙәр, йә урамда йөрөгәндә, бында эт менән йөрөй торған урын түгел, тип дәғүә белдерәләр, транспортҡа ингәндә, магазиндарҙа ла шундай уҡ һүҙҙәрҙе ишетергә мөмкин. Уларҙың махсус өйрәтелгән эттәр булыуын, кешеләргә бер зыяны ла теймәүен, киреһенсә, ярҙамсы эттәр икәнен күптәр аңламай. Ошондай эттәргә һәм уларҙың хужаларына иғтибарлыраҡ булһаҡ ине.
Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
АВТОР фотолары.