Статистика күрһәтеүенсә, донъялағы һәр бишенсе кеше хырылдай. Күпселекте ир-егеттәр тәшкил итә. Көслө заттың яртыһы тиерлек 30 йәштән һуң хырылдай башлай. Ҡатын-ҡыҙҙар 50 йәшкә ҡарай был проблемаға юлыға. Балаларҙа иһә был күрһәткес түбән, 10 проценты самаһы ғына йоҡлағанда ошондай тауыш сығара.
Йоҡлаған ваҡытта хырылдағанда кешенең тын алыуы күпмелер ваҡытҡа туҡталып тороуы ихтимал. Йәғни уларҙа хырылдау ваҡытлыса һулыш алыуҙың туҡтауы менән алмашына. Хырылдаусыларҙың биш проценты самаһы ошо ауырыу менән яфалана. Уларҙың бер проценты бер төн эсендә 50 тапҡыр бер нисә секундҡа тын алыуҙан туҡтап тора. Йәғни һүҙ ябай хырылдау тураһында ғына түгел, ә сәләмәтлеккә ҙур зыян килтереүсе ауырыу хаҡында бара. Шуның өсөн хырылдауға битараф булырға ярамай, ә ваҡытында табипҡа мөрәжәғәт итеп, дауалау сараһын күреү зарур.
Йоҡлағанда кеше нилектән шундай тауыш сығара?
Тын алған ваҡытта һауа тын юлдары аша үткәндә ниндәйҙер ҡаршылыҡҡа осрай. Уларҙың бәрелешеүенән ошондай тауыш барлыҡҡа килә лә инде. Ә ҡаршылыҡтың барлыҡҡа килеү сәбәбе төрлө. Уларҙы физиологик, патологик һәм гормональ сәбәптәргә бүлеп йөрөтәләр. Һауа ағымына ауыҙ, ҡурылдай һәм аңҡау туҡымаларының йомшарыуы, шештәр, полиптар, тамаҡтың шешеүе, танау ҡыуышлығының ҡыйшауы сәбәпсе булыуы мөмкин.
Физиологик сәбәптәр
Ябай ғына әйберҙәр ҙә кешене хырылдарға мәжбүр итеүе ихтимал:
Бындай сәбәптәрҙең сығанағын бөтөргәндә, хырылдауҙан еңел ҡотолоп була. Мәҫәлән, уңайлы мендәр һатып алырға йә булмаһа бүлмәне елләтергә.
Ҡыйшайған танау ҡыуышлығын да физиологик сәбәптәргә индерергә мөмкин. Унан иһә хирургик ысул менән генә бөтөрөп була. Әммә табиптар операцияны хырылдай һулыш алыуҙың туҡтауына килтергәндә генә эшләй.
Патологик һәм гормональ факторҙар
Әгәр ҙә яҫтыҡты алмаштырыу ғына проблеманы хәл итмәй икән, тимәк, уның сәбәбе тәрәндәрәк йәшеренгән. Һәм бында һүҙ организмдың ниндәйҙер патологияһы хаҡында бара. Уларға өҫкө тын алыу юлдарының хроник ауырыуҙарын һәм аденоидтарҙы индерергә мөмкин. Хырылдауҙың аныҡ сәбәбен табип-оториноларинголог ҡына асыҡларға ярҙам итә ала.
Әгәр ҙә проблема организмға аллергендарҙың йоғонтоһона бәйле икән, ул саҡта аллергия сығанағынан арынып, антигистамин препараттар ҡабул итергә кәрәк. Гормональ фондың үҙгәреүе лә, атап әйткәндә, ҡалҡан биҙе эшмәкәрлегенең һүлпәнәйеүе хырылдауға килтерә. Был осраҡта эндокринологҡа күренеү мөһим.
Хырылдау нимәһе менән хәүефле?
Иң беренсе сиратта ул тын юлдары менән проблема булыуы хаҡында иҫкәртә. Тимәк, улар күпмелер дәрәжәлә ябыҡ. Ә һауа үтеүсе тын алыу юлдары ни тиклем күберәк ябыла, шул тиклем насарыраҡ, сөнки мейегә кислород етмәй.
Йоҡлағанда хырылдаған кешенең мейеһе ял итмәй. Ул тәрән йоҡоға китә алмағас, төндә тулыһынса ял итә алмай, иртәнсәк арып, хәлһеҙләнеп уяна. Был балалар өсөн айырыуса хәүефле. Сөнки йоҡлағанда балала үҫеш гормоны бүленеп сыға. Тәрән йоҡоға китә алмаған осраҡта, был гормондың бүленеүе кәмей, һөҙөмтәлә бала үҫешендә артта ҡала.
Йоҡлаған ваҡытта мейе ял итмәү сәбәпле, кешенең йоҡоһо туймай. Хроник хәлһеҙлек, ҡыҙыусанлыҡ, көйәләнеүҙәр барлыҡҡа килә, хәтер насарая, эшкә һәләтлелек кәмей.
Бынан тыш, хырылдауҙың сәләмәтлек өсөн башҡа хәүефле эҙемтәләре лә булыуы ихтимал:
Алда әйтеп үтелеүенсә, хырылдағанда кеше күпмелер ваҡытҡа һулыш алыуҙан туҡтап ҡалыуы ихтимал. Күптәр йоҡлаған кеше хырылдағанда быны күҙәткәне лә барҙыр: кеше хырылдай-хырылдай ҙа, ҡапыл тауыш тынып ҡала, кешенең тын алмауы һиҙелә. Күпмелер ваҡыттан һуң тағы ла көслөрәк хырылдау барлыҡҡа килә һәм тын алыу көйләнә. Статистикаға ярашлы, тап улар юл-транспорт фажиғәһенә йышыраҡ осрай.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.