Ашҡаҙан сей яраһының тәүге билдәләре ауырыуҙа артыҡ хәүеф уятмай. Ҡайҙалыр төптә ауыртып, һыҙлап тора. Асыҡҡан ваҡытта ауыртыу көсәйеңкерәй, әммә ашағандан һуң ул үткән кеүек була. Тик тора-бара ауыртыу көсәйә. Арҡаға, уң яҡ ҡабырғаға бирә кеүек. Аш та, бутҡа ла ярҙам итмәй. Эстең өҫкө өлөшөнә тейерлек түгел. Был инде сирҙең киҫкенләшеүен аңлата.
Был осраҡта нимә эшләргә? Иң беренсе сиратта, табип саҡыртырға. Ә инде ундай мөмкинлек булмағанда, «но-шпа» кеүек ауыртыуҙы баҫыусы дарыу эсергә мөмкин. Тик шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ, улар мускулдарҙы йомшарта, шул иҫәптән ҡан тамырҙарын да. Һөҙөмтәлә ҡан баҫымы төшөүе ихтимал. Шуға күрә гипотониктарҙың дарыу эскәндән һуң баш әйләнеүе күҙәтелеүе бар.
Ҡайһы бер осраҡта бер генә дарыу ҙа ярҙам итмәүе мөмкин. Ул осраҡта но-шпа, анальгин, димедрол ҡушып эсеп ҡарарға була. Шулай уҡ «альмагель», «фосфалюгель», «маалокс», «ренни» кеүек ашҡаҙандың кислоталылығын кәметеүсе препараттарҙың да ярҙамы тейә.
Сей яранан йыш ҡына содалы һыу эсәләр. Ул ысынлап та еңеллек килтерә, әммә уның менән мауығырға ярамай. Сөнки уны эскәндән һуң ауыртыу баҫыла, һуңынан иһә яңынан тағы ла көслөрәк ашҡаҙан һуты бүленеп сыға. Шунлыҡтан соданы ҡул аҫтында башҡа бер нәмә лә булмаған осраҡта ғына файҙаланырға мөмкин. Бының өсөн уны балғалаҡтың осонда ғына алып, ярты стакан һыуҙа иретергә һәм шунда уҡ эсергә. Хәлегеҙ бер аҙ яҡшырыу менән дарыуханаға барып, дарыу алығыҙ. Бөйән сей яраһы булғанда, бер тәрилкә манный бутҡаһы ашағандан һуң йә бер стакан йылы һөттән дә ауыртыуҙың баҫылыуы мөмкин.
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: сей яра ауырыуҙарына комплекслы дауалауҙы табип тәғәйенләй. Алда һанап үтелгән саралар ваҡытлыса ғына ҡулланыла.
Ауырыуҙы үҙаллы асыҡлау
Сей яра түбәндәге билдәләр менән һыҙатлана:
Ошо һанап үтелгән билдәләрҙең ҡайһыһы булһа ла күҙәтелә икән, гастроэнтерологҡа күренегеҙ.
Киҫкен йәки хроник сей яраны ваҡытында дауалау кәрәк. Ауырыу аҙһа, ҡурҡыныс эҙемтәләргә килтереүе ихтимал. Шуларҙың иң ҡурҡыныстарының береһе – яраның ҡанһырауы һәм тишелеүе. Әйткәндәй, күптәнге сей яра ғына түгел, яңы барлыҡҡа килгәндәре лә ҡанһырай.
Әгәр ҙә сей яра ауырыуынан ҡапыл ауыртыу баҫылып, баш әйләнеү, күҙ алды ҡараңғыланыу, хәлһеҙлек, ҡан баҫымы төшөүе күҙәтелһә, кисекмәҫтән табип саҡыртығыҙ. Был сей яраның асылып ҡанһырай башлауынан булыуы мөмкин. Ҡан ҡатыш ҡоҫҡолоҡ, йәки ҡәһүә төҫөндәгә ҡара оло ярау – шулай уҡ сей яраның ҡанһырауының төп билдәһе булып тора. Был осраҡта мөмкин тиклем тиҙерәк эскә һалҡын әйбер (һыуытҡыстан туң ит булһа ла ярай) ҡуйырға һәм «Ашығыс ярҙам» саҡыртырға кәрәк.
«Ашығыс ярҙам» килеп еткәнсе ашауҙан, һыу һәм дарыу эсеүҙән тыйылып тороу хәйерле.
Ә инде сей яра тишелһә, йәғни ашҡаҙан стенкаһында үтәнән-үтә тишек барлыҡҡа килһә, эс бысаҡ менән сәнскән кеүек ауырта. Бындай ваҡытта мотлаҡ «Ашығыс ярҙам» саҡыртырға кәрәк.
Диагнозды раҫлау
Ә инде анализ йәшерен ҡанды күрһәтмәһә, был сей яра юҡ тигәнде аңлатмай әле. Ҡайһы бер осраҡта уның һирәкләп кенә ҡанһырауы ихтимал. Был осраҡта нимә эшләргә һуң?