Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
29 Октябрь 2023, 18:30

Йәшелсә менән организмды таҙартайыҡ

 Әле  йәшелсә-емештәрҙең  өлгәргән иң һутлы сағы.  Ошо мәлдән файҙаланып ҡалайыҡ, күберәк ашайыҡ. Улар менән организмды төрлө зарарлы матдәнән таҙартырға мөмкин.

Йәшелсә менән организмды таҙартайыҡ
Йәшелсә менән организмды таҙартайыҡ

 

Ҡыҙыл сөгөлдөр

  Уның составында аҙыҡ-түлектең “хәрәкәтен” еңеләйтеүсе һәм эсәктәге ”насар” бактерияларҙы юҡҡа сығарыусы  күҙәнәкле  туҡыма, фосфор, баҡыр, С витамины һәм төрлө органик кислота  бар. Икенсенән, сөгөлдөрҙәге  липотроп  матдә – “бетаин”   бауырға токсиндарҙан  ҡотолорға ярҙам итә. Өсөнсөнән, был йәшелсәләге  фолий кислотаһы организмды йәшәртә, яңы күҙәнәктәр барлыҡҡа килә, тире, сәс һәм тырнаҡтарҙың торошо яҡшыра.  Сөгөлдөрҙө бешереп салат итеп йәиһә борщҡа ҡушып ашарға мөмкин.

 Кәбеҫтә

Кәбеҫтәлә аҙыҡ сүстәре күп, улар ауыр металдарҙы һәм токсиндарҙы “ҡушырға”  һәм эсәктәрҙән сығарырға булышлыҡ итә. Бынан тыш, ул органик кислоталарға бай, был иһә  аҙыҡ эшкәртеүҙе һәм аҙыҡ эшкәртеү органдарының микрофлораһын яҡшырта.   Ундағы бик һирәк осрай торған U витамины организм өсөн бик тә хәүефле  химик матдәләрҙе  ҡоралһыҙландыра, хатта сей яраларҙы бөтәштерә.  Кәбеҫтәне бешереп тә, тоҙлап та, шул килеш тә ашарға мөмкин.

 Һарымһаҡ

Һарымһаҡтың бер генә тешендә лә 400-ҙән ашыу файҙалы компонент булыуы асыҡланған.  Улар ҡандағы холестеринды кәметә, ҡан тамырҙарын таҙарта, мейеләге яман шешкә килтереүсе күҙәнәктәрҙе юҡ итә, дифтерия, туберкулез  таяҡсаларын һәм ашҡаҙан сей яраһына килтереүсе хеликобактерҙы үлтерә, организмдағы селәүсендәрҙе сығара һ.б.  Сей килеш, ваҡлап ҡулланырға була.

Башлы һуған

Уның төп ҡиммәте – эфир майҙарындағы фитонцидтар. Был матдәләр бер нисә секундта төрлө бактерияны һәм бәшмәкте үлтерергә һәләтле. Һуған аҙыҡ эшкәртеүҙе, файҙалы матдәләрҙе үҙләштереүҙе яҡшырта, аппетитты күтәрә. Уны шул килеш, салатҡа турап, шулай уҡ спирт төнәтмәһендә төнәтеп ашарға мөмкин.  Биттәге һытҡыларҙы бөтөрөү өсөн дә ҡулланалар.

     Алма

Алмалағы пектиндар һәм күҙәнәкле туҡымалар бөтә аҙыҡ эшкәртеү системаһының эшмәкәрлеген көйләй: аппетитты яҡшырта, шлактарҙы, токсиндарҙы сығара, ашҡаҙан һуты бүлеп сығарыуҙы яйға һала, эсте йомшарта. Өҫтәүенә, дизентерия, стафилокок, протей, А киҙеүе вирусын барлыҡҡа килтереүсе микробтарҙы үлтерә.     Алманы ҡырғыста ҡырып, быҡтырып ашарға була. Тештәре үткер кешегә ул шул килеш тә бик яҡшы.

Авокадо

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы,  был көньяҡ емешенең  файҙалы үҙенсәлектәре күптәргә билдәле түгел. Әммә  унда глютатион тип аталған  бик яҡшы матдә бар, ул 40-ҡа яҡын канцерогендың юлын яба. Был емеш  ҡандағы холестериндың кимәлен нормалләштерә,  аҙыҡ эшкәртеүҙе яҡшырта,  туҡымаларҙы  кислород менән тәьмин итә.  Уны шул килеш йәиһә киптереп  ҡулланырға мөмкин.

Мүк еләге

 Ул  бәүел ҡыуығын һәм бәүел юлдарын  зарарлы бактерияларҙан  яҡшы таҙартыусы иң көслө тәбиғи антибиотиктарҙың    береһе.  Мүк еләге яман шеш күҙәнәктәренә лә, шулай уҡ  ул ҡан тамырҙарында тромбтар һәм төйөрсәләр  барлыҡҡа килеүгә лә ҡаршы көрәшә.  Унан морс, һут эшләп эсергә мөмкин, ҡайнатмаһы ла файҙалы.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: